Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Әсә абруйы
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ҺҮНМӘҪ Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер
    ЕЛӘКТӘЙ бешкән матур йәшлегемдә бөрөләнгән мөхәббәтемде һағынып хәтерләп, ҡулыма ҡәләм алдым. Яратам, тип хисләнеп йөрөгән мәлдәрем... Һөйө­үемде белдерер минуттарҙы күҙ алдына килтереп, хыял донъяһына сумам. Их, Хоҙайым, беҙҙе ҡауыштырып, бергә итә генә күр инде! Һиңә тәү тапҡыр һирпелеп ҡараған минуттарҙан алып ошо теләк менән йоҡоға талам һәм шул хыял менән күҙҙәремде асам. Ихласлап һораған теләк ҡабул була, тигәндәре дөрөҫтөр. Бер кис егетем үҙемде оҙатырға килде. Күктәге йондоҙҙарҙы һанап таң аттырҙыҡ, йәнә осрашырға килештек. Ошолай көн дә осрашып-һөйләшеп йөрөп, йәйҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Егетемдең каникулы бөтөп, ҡалаға уҡырға китергә ваҡыты етте. Ул ҡалаға китһә лә, арабыҙ һыуынманы. Хат алыштыҡ, үҙе лә ай һайын мин тип йән атып ҡайтып төшөр ине. Был арала ата-әсәйебеҙ ҙә үҙ-ара ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, ҡатышып йәшәй башланы. Мине лә килен тип йөрөтәләр. Шулай, яҙғыһын өйләнешәбеҙ, тип йөрөгәндә ҡапыл ҡара ғәйбәт арабыҙҙы боҙҙо. Алтын балдаҡтар, ап-аҡ туй күлдәге, туй ҡайғыһы китте. Яҙмыш тигәндәре икебеҙҙе ике ярға ташланы. Fәйеп үҙемдә лә булды. Уҡыған ерендә йөрөгән ҡыҙы бар, тигән хәбәрҙе ишетеп, һөйгәнемде кире ҡаҡтым, кеше hүҙенә ышандым. Ул ғына ла түгел, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, башҡа берәүгә тормошҡа сыҡтым. Ә үҙем ғүмер буйы уны hағынып, көтөп, үкенеп йәшәйем. Уның менән бер төн үткәрһәм, йылы ҡосағында таң аттырһам ине, тигән бойомға ашмаҫ хыял менән янам. Мөхәббәтем ошондай оятһыҙ ҙа, ғазап­лы ла хәтирәләр менән алмашынды...
    Был уйҙарымдан балам тыуғас та арына алманым. Ирем эсеп ҡайт­һа, рәнйетһә, әлеге теләгем уғата көсәйә. Зинһар, ҡылығымды аҙғынлыҡ тип битәрләмәгеҙ! Яратам бит, нишләйем?! Ул бер көн килһә, ҡосағына ташланырмын, ярһып-ярһып үбермен кеүек тойолоп китә. Күрәһең, татылмаған һөйөү, кисерелмәгән хис-тойғолар ялҡыны ошолор. Юҡ, күңелемдә, йөрәгемдә нисә йылдар һүнмәгән һөйөү ҡуҙылыр был. Их, бер күрешеп hөйләшергә, аңлашырға ине... Һуң шул. Һин дә, мин дә тыуған ауылыбыҙҙан, хатта районыбыҙҙан ситтәбеҙ. Шулай ҙа ҡасан да булһа бер осрашыуыбыҙға ышанам. Мин һине элеккеләй, хатта тағы ла нығыраҡ яратам! Ә hин? Үҙеңде күрһәм, ошо һүҙҙәрҙе мең тапҡыр ҡабатлармын кеүек. Әллә һинең сит милләттән булған ҡатының миңә ҡарата һөйөүеңде юйҙымы икән? Яҙмышҡа үтенесем шул: теләhә, hыуға, теләһә, утҡа һалhын, тик һинең менән осраштырһын! Шул өмөт менән йәшәйем. Бер мәл ҡыйыуланып китеп, ҡатының барыбер башҡортса аңламай, уҡый алмаҫ, тип һеңлеңдән адресыңды һорап алып, хат та яҙырға уйлағайным. Хәҙер шуға аптырайым, нисек баҙнат итмәк кәрәк? Ә йөрәк үҙенекен итә, нишләргә лә белгән юҡ... Хистәр, күңел көндән-көн hиңә нығыраҡ тартыла. Хыялым, уйҙарым тик hинең хаҡта.
    Күңелемдәге серҙе һеҙҙең менән уртаҡлашмайынса булдыра алманым. Уйҙарымды ҡағыҙға төшөргәс, гүйә һөйгәнемдең үҙе менән hөйләшкән кеүек булып китте. Сөнки ир ҡатыны, бала әсәһе булып йәшәп ятһам да, эсем тулы ут минең. Кисерештәремде бер кемгә лә һөйләй алмайым бит. Һөйгәнемдең мине онотоуына ышанмайым. Ә, бәлки? «Юҡ, юҡ, ҡатынымды hөйәм!» – тип әйтә күрмә, зинhар. Ул hүҙҙе ишеткәнсе үлеүең мең артыҡ. Күңелем hиҙә, мине күрһәң, һин улай тип әйтмәйәсәкhең. Осрашыуыбыҙҙы хыялымда ғына күҙ алдына килтерәм. Ошолай ҡасан да бер күрешеребеҙгә өмөтләнәм. Әгәр һиңә ошо юлдарҙы уҡырға тура килhә, моғайын, hүҙ үҙең тураhында барғанды аңларhың кеүек. Яуабыңды hәм үҙеңде көтөп ҡалам.

    Фәриҙә.
    (Исемемде үҙемдекенә оҡшатып, әммә үҙгәртеп алдым).

    Бөрйән районы.
    авторы: admin | 24 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бәхетемде бирҙем яттарға!
  • Йәшлек хаталары хаҡ һорай
  • Мөхәббәткә - мәҙхиә
  • Яҙмышты һайлап алмайҙар
  • Көндәлегемдән ике көн
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru