Иҫәрҙең иҫе булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Октябрь
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Хорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Миҙал ике яҡлы Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер
    «Хөрмәтле «Йәшлек»!
    Уйландым, уйландым да, уйҙарымдың осона сыға алмағас, серемде һеҙгә асып, кәңәш һорамаҡсы булдым. Сөнки нәҡ һеҙ тормошта була торған төрлө хәлдәр тураһында яҙып, һығымталар яһап, кешенең күҙен асаһығыҙ, тынысландыраһығыҙ, күңелдә өмөт уятаһығыҙ. Бәлки, миңә лә ярҙам итер­һегеҙ.
    Эш шунда: мин өс йыл элек вуз тамамланым һәм, ауылға ҡайтыу теләгенән һүрелеп, баш ҡалала эшкә ҡалырға булдым. Һөнәрем буйынса эш эҙләп, бик күп тупһаны тапарға тура килде, әммә бер генә йүнле шөғөлгә юлыҡманым. Бер көндө беҙҙең ауылдан килеп, күптән Өфөлә төпләнгән яҡташымды осраттым, һәм беҙ һөйләшеп киттек тә, минең эшһеҙлек мәсьәләһенә ҡағылдыҡ. Ҡалала күптән йәшәп, йышылып бөткән апай миңә һис һүҙһеҙ йәтеш кенә эш табасағын әйтте. Һәм күп тә үтмәне, шылтыратып, осрашырға кәрәклеген белдер­ҙе. Осраштыҡ, һөйләштек, килештек: иртәгеһенә ул мине бер ҙур ғына коммерция фирмаһына алып барҙы. Офистың матурлығы! Үҙемде хан һарайындағылай тойҙом.
    Апай кеше, мине ҡабул итеү бүлмәһендә ҡалдырып, үҙе директор бүлмәһенә инеп киткәйне, биш минут та үтмәне, мине үҙҙәренең яндарына саҡырып алдылар. Беҙ, ауыл балалары, сая түгел бит – баҙнатһыҙ ғына эскә үттем. Ҡап ҡорһаҡлы, ике эйәкле, күҙлекле, урта йәштәр тирәһендәге ағай мине баштан аяҡ һынаулы ҡараш менән «ҡапшап» сыҡты ла, күңелле генә итеп һүҙ башланы:
    – Эш таба алмайһың икән, һеңлекәш. Әйҙә, үҙемә кил, аптырап йөрөгәнсе. Йәберләмәҫмен, үҙебеҙҙең ҡыҙ бит һин. Тик мине тыңлап ҡына йөрөһәң, хур булмаҫһың – майҙа һәм балда ғына йөҙөрһөң, – тигәс, ҡыуанып киттем. Йәнәһе, бына бит үҙебеҙҙең ағайҙар ниндәй мәрхәмәтле!
    Эй, гонаһһыҙ бер ҡатлылыҡ! Кем уйлаған инде ул саҡта ул кешенең эсе тулы мәкер икәнен. Секретарь итеп алды ул мине эшкә. Ике айым шым ғына үтте. Яйлап эш ҡағыҙҙары менән эш итергә, телефондан яуап бирергә, килгән кешеләрҙе ҡабул итергә – барыһын да тырышып үҙләштерҙем. Хатта был эш оҡшай башланы: йылы, яҡты, таҙа ерҙә ултырам. Эш хаҡы ла уҡытыусыныҡынан кәм түгел. Тырышлыҡ күрһәтһәм, хужам тағы ла үрләтергә вәғәҙә итте. Үҙебеҙҙең кеше бит! Атай-әсәйем минең өсөн шат!
    Әммә... шатлығым оҙаҡҡа булмаған икән. Бер көндө хужам мине үҙенә саҡыртып алды ла:
    – Һеңлекәш, бөгөн эштән һуң ҡайтырға ашыҡма – бер ергә барып киләһе бар, – тип, серле генә йылмайҙы.
    Хужа кешенең һүҙен йығып буламы – эштән һуң тороп ҡалдым. Бер сәғәт тирәһендәй көткәнмендер, ниһайәт, ул, телефоныма шылтыратып, тышҡа сығырға ҡушты. Сыҡһам, текә генә «иномарка»һының ишеген эстән асып, йылмайып, миңә ултырырға ҡушты. Ултырҙым. Быға тиклем үҙен минең менән етди тотҡас, күңелемә бер шик тә төшмәне, берәй мөһим осрашыуға барабыҙҙыр, тип уйланым. Машина урынынан ҡуҙғалып, Октябрь проспекты буйлап елдерҙе. Унан Салауат Юлаев проспектына килеп төштөк. Һиҙәм, ағай­ҙың кәйефе күтәренке. Шәп итеп музыка ебәрҙе. Мут йылмайып, миңә ҡарап-ҡарап ала ла, шым ғына ултырғанымды күргәс:
    – Һеңлем, ниңә шымып ҡалдың? Расслабься! Минең менән хур булмаҫһың, – тип, тәүге көндәге һүҙен ҡабатланы.
    Ҡайҙа юлланыуыбыҙҙы һорарға тағы ла ҡыйманым – хужа үҙе беләлер әле, йәнәһе. Ағиҙел күпере аша сыҡҡас, бер аҙ бара бирҙек тә, һулға, Дим биҫтәһе яғына боролдоҡ. Дим биҫтәһен бигүк белеп бөтмәйем – вьетнамдар баҙарына алып барған юлды ғына беләм. Урау-урау урамдарҙан бара торғас, бейек ҡапҡа алдына килеп туҡтаны ла, машинаһын бер бипелдәткәйне, ҡапҡа үҙенән-үҙе асылып китте. Эскә үттек. Машинанан төшөп тә өлгөрмәнек, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, һомғол буйлы йәш ир хужам менән ҡул биреп күрешеп, гәпләшеп алдылар ҙа, хужам мине машинанан төшөрөп, заманса төҙөлгән йортҡа әйҙәне. Индек. О-о-о, эстәге йыһаздар! Хан һарайың ары торһон! Тик ниңә әле беҙ бында? Берәй кәңәшмә-фәлән тиһәң, кеше күп булырға тейеш. Әллә?.. Юҡтыр, ғаиләле, етди кеше бит хужа, тип тынысландырған булдым үҙемде.
    Хужам мине түргә үтергә саҡырҙы ла, ҡулыма бер пакет тоттороп:
    – Был һиңә, – тине лә, үҙе икенсе бүлмәгә инеп юҡ булды.
    Тирә-яғымды диҡҡәт менән күҙәтеп сыҡҡас, диванға килеп ултырҙым да, ҡыҙыҡһынып, ҡулымдағы пакетты асып, ундағы әйберҙәрҙе сығара башланым. Ҡум­таны асып ебәрһәм, бәй, осло күтәрмәле ап-аҡ туфлиҙар. Икенсе төргәкте асып ебәрһәм, күҙ яуын алырҙай йоҡа күлдәк. Ҡатынының әйберҙәрен яңылыш алып киткәндер, тип, тиҙ генә уларҙы пакетҡа тултырҙым, шул уҡ ваҡытта күңелемдәге шик көсәйгәндәй булды. Шулай ҙа шик-шөбһәләремде кире ҡағып маташтым:
    – Булмаҫ, ул ундай түгел...
    Ишек асылып ябылғанға артыма боролоп ҡараһам, оҙон халат кейгән хужам йылмайып ҡарап тормаһынмы! Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тиҙ генә сумкамды эләктерҙем дә, ишеккә йүгерҙем. Тик ҡапҡа серле булып сыҡты – асырмын тимә. Өҫтәүенә, быҙау ҙурлыҡ эт абалап сыҡты. Нишләргә?
    Шул саҡ беҙҙе ҡаршы алған ир килеп сыҡты.
    – Асығыҙ ҡапҡаны, юҡһа, ҡысҡырам! – тип талап иттем.
    Ир аптырап миңә ҡараны ла, хужам тороп ҡалған өйгә инеп китте. Бер аҙҙан ишектә күренде ул.
    – Дура! Че ломаешься? А то не знала, с кем и куда ехала! Шалава! – тип мыҫҡылын йәшерә алманы. Үҙе, һулға ҡарап, кемгәлер ҡулын һелтәне. Шул саҡ шым ғына ҡапҡа асыла башлағайны, мин тор ҙа сап.
    Иртәгеһенә ҡурҡа-ҡурҡа ғына эшкә килеп ултырҙым. Әлегә ул миңә бер һүҙ ҙә өндәшкәне юҡ. Әммә миҙал ике яҡлы икәнен бик яҡшы беләм. Миңә эштән китергәме, ҡалырғамы – кәңәш бирегеҙсе!

    Һеҙҙән яуап көтөп, Зарина.
    Өфө ҡалаһы».
    авторы: Нур | 3 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Кетмәр
  • Айсберг
  • Газға баҫам, рулде борам – 2
  • Көлкө ха-хана
  • Фәрештә затынан бит ул...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru