Балтаң булмаһа, урманға барма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ярата-а-а-м... Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер
    Мөхәббәт ҡарт урыҫты һөйҙөрөр, тигән һүҙҙең мәғәнәһенә бер ҙә иғтибар иткәнем юҡ ине, әле килеп бының хаҡ икәнен үҙем татып белдем. Беләһегеҙ­ме, үлеп ғашиҡ булдым мин. Тик ҡарт урыҫҡа түгел, ә... бер туған еҙнәмә!
    Әлбиттә, быны бер кемгә лә, хатта еҙнәмдең үҙенә лә белгерткәнем юҡ. Эстән генә янып, һыҙып тик йөрөйөм. Кисен ятһам, ул гел күҙ алдымда. Балдыҙым-яңғыҙым, тип, күҙҙәремә ҡарап йылмайыуы эсемде өтөп үтә. Эх, еҙнәкәйем, еҙнәкәй, белһәң ине балдыҙың-яңғыҙыңдың ниндәй утта янғанын!
    Өҙҙөрөп гармунда уйнай ул. Ниңәлер гел генә һағышлы-моңло халыҡ йырҙарын ярата. Өҫтәүенә, ҡушылып йырлап та ебәрһә! Шул саҡ күңелемдә тыуған хистәр ташҡынын ауыҙлыҡлап ҡына ала алһамсы! Бөтә донъяға: «Еҙнәкәйем, мин һине яратам!» – тип яр һалғым килә лә бит. Тик...
    Их, апай, белмәйһең шул һеңлеңдең ниндәй ғазаптар эсендә йәшәгәнен. Белһәң дә аңламаҫһың. Ғәйепләрһең, көнләшерһең. Юҡ, апай, мин һинең бәхетеңде урлай алмайым, йәшәгеҙ матур итеп еҙнәйем менән. Ә мин... түҙермен. Тешемде ҡыҫып, сабыр итермен. Һағыштарға батһам да, уттарҙа янып, ҡара күмергә, көлгә әйләнһәм дә, һис ҡасан тышҡа сығармаҫмын ташҡын кеүек урғылған тойғоларымды.
    Киске сәғәт ете тулып килә. Өйөбөҙҙөң тәҙрә тупһаһына менеп ултырҙым да, еҙнәм ҡайта торған яҡтан күҙҙәремде ала алмайым. Хәҙер ул анау урам мөйөшөнән килеп сығасаҡ та, ҡулындағы пинжәген һелтәй-һелтәй, эстән көйләй-көйләй, апайым янына ашығасаҡ. Ишек төбөндә осрашҡас, апайымды ҡулдарына күтәреп алып, өйөрөлтөп-өйөрөлтөп, көлөшә-көлөшә үҙ бүлмәләренә алып инеп китәсәк. Эй, шул апайым урынында мин булһамсы!
    Кис һайын, ауыл һиллеккә сумғас, еҙнәйем гармунын ҡулына ала ла, тупһаға сығып ултыра.
    – Ниндәй йырҙы уйнайым? – тип һорай апайымдан.
    – Үҙеңә нимә оҡшай, шуны, – тигән була апайым, иркәләнеп.
    Шунан һығылып сыға башлай моң-сың тигәнең еҙнәйемдең бармаҡ остарына-а-ан. Йөрәгем һығылыуҙан һыҡтап илағанымды күрһәткем килмәй уларға – йөҙөм менән мендәремә ҡапланам. Яратам, өҙөлөп яратам мин һине, еҙнәкәйем!
    Ҡайһы берҙә үҙ хистәремдән үҙем оялып, битәрләй башлайым үҙемде: кеше бер туған еҙнәһен ярата тиме ни? Ярата икән шул. Яратырға ярамағанлығын белһәм дә яратам. Йөрәккә бойороп булмай икән шул. Был серемде һиңә генә астым, «Йәшлек». Һин генә аңлар­һың, йыуатырһың төҫлө тойола миңә. Нимә эшләйем икән?
    Ғәлиә, 16 йәш.
    Б. районы.
    авторы: Нур | 3 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бәхетемде бирҙем яттарға!
  • Әгәр әсәйем эргәлә булһа...
  • Юл мажаралары
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • «Мин аҙаҡҡаса сир менән көрәштем, w ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru