Көсөң барҙа эшлә, тешең барҙа тешлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ысын мөхәббәтем янымда Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер
    Ышанаһығыҙмы, мин 27 йәшемә тиклем ҡыҙҙарға ғашиҡ булыу түгел, уларҙы күҙгә лә элмәй инем. Сөнки атай-әсәйем бәләкәй­ҙән, ҡыҙҙар менән сыуалыу уҡыуҙан ситләштерә, иң тәүҙә уҡыу яғыңды уйла, тип ҡаныма һеңдерҙе. Бер ваҡыт (урта клас­тарҙа уҡый инек әле ул ваҡытта) иптәш малайымдың ғаиләһе икенсе ауылға күсеп китте. Ул йылдарҙа шул модала ине: дуҫ егет һәм ҡыҙҙар, ситкә китһә, ауылда ҡалған әшнәләренең адресын әле үҙҙәре йәшәгән ерҙәге ҡыҙҙарға йәки малайҙарға бирә лә, яйлап хат алышыу башлана. Армияла хеҙмәт иткән егеттәр ҙә шул рәүешле ҡыҙҙар менән таныша ине. Бер көндө миңә дуҫым йәшәгән ауылдан бер ҡыҙҙан хат килеп төштө. Ул танышырға теләүен белдергәйне. Әсәйем был хатты алып уҡыны ла, миңә:
    – Буш менән булма – уҡыу яғын ҡара! – тип хат алышыуҙан тыйҙы.
    Күндәм бала ни, хат яҙышыуҙан баш тартып, уҡыуымды ҡайғырттым. Институтта ла шул юлды ҡыуҙым. Бәлки, шуғалыр ҙа аспирантураға ҡалдырыуҙарына өлгәшкәнмендер (элек вуз уҡытыусылары өмөтлө студенттарын үҙҙәре аспирантурала ҡалдыра торғайны) – ҡулыма диплом алғас, Мәскәүгә уҡырға киттем. Һәм... тәмле лә, татлы ла, әсе лә, ғазаплы ла беренсе мөхәббәт емешен шунда татыным.
    Икенсе курста уҡырға барған йыл. Белоруссияның Минск ҡалаһынан беренсе курсҡа уҡырға ингән Мария тигән ҡыҙға үлеп ғашиҡ булдым. Мин дә уның йөрәге түрендә урын алғанмын икән. Мөхәббәтебеҙ дөрләп тоҡанып китте һәм, беҙҙе хисле лә, моңло ла, һағышлы ла ғишыҡ нурҙарына сорнаны.
    Уҡыу менән бер рәттән дворник булып та эшләнем. Стипендия яғы ла яҡшы. Шунлыҡтан аҡса яғынан бер ҙә ҡытлыҡ кисермәнем. Форсатын табып, Марияның тыуған ҡалаһына, ғаиләһенә барып, ҙур ғына ерҙә эшләгән ата-әсәһе менән дә таныштым. Тегеләр мине ситкә тибәреүен тибәрмәне, шулай ҙа ҡыҙҙарының һайлауын бигүк өнәп еткермәүҙәрен һиҙҙем. Әммә һуңғы һүҙ барыбер ҡыҙҙарында ҡалды – ул мине һайланы. Шулай итеп, уҡыған ерҙә ятаҡтан айырым бүлмә алып, бергә йәшәй башланыҡ. Ниәттәребеҙ ныҡлы ине. Әсәйем дә Мәскәүгә бер килеүендә уның ата-әсәһе менән танышты. Тик минекеләрҙең фекере һөйгән ҡыҙымдың ата-әсәһенең уй-фекеренән алыҫ китмәне: тормош иптәшең үҙ милләтеңдән булырға тейеш! Әммә мөхәббәтебеҙ ҡыҙыу, ҡарар ныҡлы – бер һүҙ ҙә беҙгә йоғонто яһай алманы. Һөйөү еңде!
    Әммә... Әле, егермеләп йыл үткәс тә, шундай ҡыҙыу һөйөүҙең дә ҡапыл һүрелеүе мөмкин икәнлегенә ышанғым килмәй. Иҫкә төшһә, һаман йөрәкте өйкәп йөҙәтә.
    Бер йәйҙә ауылға ҡайтып киттем. Алдан вәғәҙәләшеү буйынса, Мария минең янға – тыуған ауылыма килергә тейеш ине. Көтәм – ул юҡ, көтәм – юҡ. Үсектем дә, ҡыҙыулыҡ менән һөйгәнемә ҡаты ғына итеп яҙып ебәр­ҙем һәм... аҙаҡ ныҡ үкендем. Тик терһәкте тешләп булмай – был беҙҙең араға һуңғы нөктәне ҡуйҙы. Хатта Минскиға барыуым, аңлашырға теләүем дә юҡҡа булып сыҡты. Иң мөһиме – ни өсөн минең менән бергә булырға теләмәүенең сәбәбен аңлатманы. Әллә ул һирәк-һаяҡ Белоруссияһына ҡайтып киткәнендә башҡа ҡыҙҙар менән сыуалыуым ҡолағына барып еттеме, әллә булмаһа ҡорһағындағы сабыйыбыҙҙы юғалтыуы кире йоғонто яһанымы...
    Ныҡ ғазапландым. Ошо хәлем ярты йыл тирәһе дауам иткәндер. Өҙөлөп яратыуым, онота алмауым, һағыныуым-һарғайыуым тураһында уға тиҫтәләгән түгел, йөҙәрләгән хат яҙғанмындыр – яуап булманы.
    Ваҡыт – дауа, тигәндәре дөрөҫ. Яйлап йән ярам уңалды. Эш, яңы мөхит ауыр уйҙарҙан ҡотолдорҙо. Үҙ кәлейәмә индем. Буласаҡ ҡатыным менән таныштым. Ул – башҡорт ҡыҙы ине. Тиҙҙән гөрләтеп туй яһаныҡ. Бер-бер артлы өс балабыҙ тыуҙы. Шул саҡ мин ир кеше өсөн бик мөһим булған бер хәҡиҡәтте аңланым: һинән бала табырға теләгән ҡатын ғына ир менән ҡатын араһындағы ысын яратыуҙы аңлаталыр. Беренсе мөхәббәтем ара-тирә иҫкә төшөп, күңелде һыҙлатып-һыҙлатып ебәр­һә лә, ысын мөхәббәтем янымда, үҙ илемдә, үҙ еремдә, үҙ милләтемдән икәнлеген аңлауҙан башым күккә тейгәндәй.
    Ә беренсе мөхәббәт ул... беҙҙең баш өҫтөндә йөҙгән еңел аҡ болот ҡына.

    Айҙар.
    Өфө ҡалаһы.
    авторы: Нур | 3 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәшлек хаталары хаҡ һорай
  • Йәйғор төҫө тураһында
  • Һағыныу
  • Абыныр өсөн түңгәк табыла...
  • Мөхәббәт һәм алтын урталыҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru