Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәхмәт һиңә, яҙмыш! Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Түҙемһеҙлек менән көткән был көн килде. Бына һине осраттым, шул миҙгелдән, беҙҙең күҙ ҡараштары осрашҡас, аңланым: беҙ бер-беребеҙ өсөн яратылғанбыҙ һәм был - «һин».
    Эйе, һине осратҡан мәлдән ҡурҡыныс төштән, күңелһеҙ, мәғәнәһеҙ йәшәүемдән уяндым һәм башҡа тормош менән - һинең өсөн йәшәй башланым. Һиндәге ҡыҙҙарҙы биҙәй торған сифаттарға - тыйнаҡлыҡҡа, аҡылға, гүзәллеккә, йәшәүгә булған мөхәббәткә һоҡланам. Һиңә ҡарап ышанысым арта. Һинең эске донъяң матур. Күңелем һағыштарын, борсолоуҙарымды, уйҙарымды һөйләһәм, уларҙы аңлай ҙа беләһең.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аулаҡ өй» ҡауыштырҙы Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Баймаҡ районында «Танышайыҡ, табышайыҡ, ҡауышайыҡ, буйҙаҡтар!» акцияһы айҡанлы тәүге «Аулаҡ өй» исемле таныштырыу кисәһе биш йыл элек Таулыҡай ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә үткәйне. Унда Икенсе Этҡол ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың йәштәре саҡырылды. Яҙасаҡ геройҙарыбыҙ – тап шул кисәлә бер-береһен осратып, ҡауышҡан Икенсе Этҡол ауылы егете Мөнир Яҡупов, йәрен осратыуҙан бигерәк, районда тәүге тапҡыр үткән бындай сараға ҡыҙыҡһынып килә.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт һәм ғаилә - бер бөтөн Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    «Изге Валентин көнө»ндә кисәләр ҙә матурыраҡ, кешеләр ҙә бәхетлерәк, донъя ла йәмлерәк тойолған төҫлө. Ғашиҡтар көнөн баш ҡаланың «Мегаполис – Өфө» күңел асыу комплексында үткәргәндәр ҙә матур тамашаға тап булды – унда йәш парҙар ярышты. Хәйер, «ярышты» тип әйтеү дөрөҫ тә түгел, алдан уҡ әйтеп ҡуяйыҡ – сарала еңелеүселәр булманы. Башлыса студенттарҙан торған биш пар Өфөнөң төрлө уҡыу йорттарынан йыйылғайны.
    Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ғаиләгә социаль ярҙам йылы айҡанлы үткәрелгән был сараның маҡсаты – йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу, йәш быуындың шәхси сифаттарын асыу, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡҡа йәмғиәттең иғтибарын арттырыу.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Акция дауам итә Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
    Бергә барыбер еңелерәк...

    Йондоҙло матур кис. Ике йәш йөрәк килә.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәңгелек хис Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    «Мөхәббәт ул – мәңгелек сер, мөхәббәт ул – татлы сир, мөхәббәт ул – беҙ икебеҙ, мөхәббәт ул – күк һәм ер!» Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр. Был фани донъяны мөхәббәтһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
    Күҙемде асһам, тирә-яғым нурға сумған, ерҙә ап-аҡ ҡыш, сутылдашып ҡоштар һайрай, кемдер ҡар өҫтөнә: «Мин һине яратам!» – тип яҙған. Ниндәй мөғжизә! Эйе, мөғжизә!

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ә нимә һуң ул мөхәббәт? Бармы ул? Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Айнур, 22 йәш: – Мөхәббәт... ул... ул... шундай тойғо... Уны бына ошолай ғына аңлатып булмай. Бер-береңә тартылыу көсө, тиһәм... Тик уны физик тартылыу менән бутарға ярамай. Мөхәббәт кешенән баш етмәҫлек эштәр ҙә эшләтеп ҡуя. Мин ғашиҡ булһам, башымды юғалтам. Үҙемдә Урал тауҙарын шылдырып ҡуйырлыҡ көс тоям. Беренсе һәм ғүмерлек мөхәббәт була. Беренсеһе йәйге ямғыр кеүек кенә, ә икенсеһе – ғүмерлек. Һәр кемгә лә ғүмерлек бәхетле мөхәббәт теләйем!

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Изге Валентин көнө Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Мөхәббәткә сорналған илаһи байрамдарҙың береһе – изге Валентин көнө лә килеп етте. Иң ялҡынлы хис-тойғо менән һуғарылған был матур көндә ғашиҡтар, ҡайнар һөйөүен иҫбатлап, бер-береһенә иҫтәлекле бүләктәр бирә, кемдер, ниһайәт, үҙ «яртыһы»на мөхәббәтен белдерергә көс таба.
    Ғашиҡтар көнөнөң тарихы боронғо Италияға барып тоташа. III быуатта Рим императоры Клавдий указы менән кешеләргә никахҡа инеү ҡәтғи тыйыла. Йәнәһе, ир-егеттең асылы – илгә хеҙмәт итеү, яҡшы һалдат булыу, ә ғаилә быға бик ныҡ ҡамасаулай.

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәткә юҡ кәртәләр Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Беҙҙе армияға оҙаталар. Арабыҙҙа Фәтих исемле бәләкәй генә буйлы егет тә бар. Кеше менән артыҡ аралашып бармай.
    Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһында уның менән бер полкҡа тура килдек. Буш ваҡыты булһа, Фәтих гәзит-журнал, китап уҡырға яратты. Ағаһы менән еңгәһе ҡулында үҫкән икән. Икебеҙҙең дә етем булыуыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә яҡынайтҡандыр, күрәһең – өс йыл хеҙмәт итеү осоронда айырылмаҫ дуҫтарға әйләнгәйнек инде.

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru