Булған кешенең көрәге лә утын киҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Өҫтөнлөклө милли проекттар
» Саҡырылмаған ҡунаҡ табынды боҙа...
» Хәйҙәр Әбдрәхмән улы Солтанов
» Рухлы илдең балалары бер-береһенә таяныр
» Ҡолаҡ һал! Көнләшеү мөх| ...
» 10 – 12 июндә Өфөлә III Бөтә донЪя ...



Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух! Яңылыҡтар » Спорт

Өфөлә ошо ялда сәғәт 12-лә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы»на старт бирелде. Был халыҡты иң күп йәлеп иткән һәм һәр ҡалала уҙған спорт сараһы Башҡортостанда етенсе йыл рәттән үткәрелә. Уны йыл да Өфө ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса комитеты һәм БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. «Милләттәр кросы» – республика тормошондағы социаль әһәмиәткә эйә булған сара булып тора һһм халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе һәм балаларҙы физик культураға йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ҙур роль уйнай.
авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Сибайса триатлон Яңылыҡтар » Спорт

Сибайса триатлонСибайса триатлондың тәртибе ошолай: Төйәләҫ йылғаһын йөҙөп сығыу, артабан велосипедтарҙа алты саҡрым уҙышып барып, һуңынан өс саҡрымға йүгереү. Береһе генә лә хәлде бөтөрөрлөк был спорт төрҙәрендә тик көслө рухлылар ғына ҡатнашырға йөрьәт итәлер, күрәһең – быйылғы чемпионатта биш ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ ғына ҡатнашты. СИБДУ-ның V курсы студенты Йәлил Сәйетовтан башҡаһы триатлон ярыштарында ике, өс, хатта унан да күберәк тапҡыр ҡатнашыусылар.
Беренсе бәйге – йөҙөү. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Радик Ғәбитов барлыҡ ҡатнашыусылар­ға ҡыҫҡаса ҡағиҙәләрҙе аңлатҡандан һуң, барыһы ла Төйәләҫ йылғаһының аръяҡ ярына сығып теҙелеп баҫты. Стартҡа, марш! Яр буйында дежурҙа торған ҡотҡа­рыусыларға ишкәктәрен һыуға сылатыр­ға тура килмәне – бәйгеселәр бирьяҡ ярға тиҙ арала үҙ аллы йөҙөп тә сыҡты. Яҡынса 200 – 250 метр араны беренсе булып Нефтеюганскиҙан килгән Илдар Ғатауллин үтте.
авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
БР Президенты кубогына халыҡ-ара турнир үтәсәк Яңылыҡтар » Спорт

2010 йылдың 2 — 4 сентябрендә Өфөлә «Өфө-Арена» майҙанында шайбалы хоккей буйынса «Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогы» миҙгел алды традицион халыҡ-ара турниры үтәсәк.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы БР Президенты кубогында ҡатнашыусылар составы түбәндәгесә: «Салауат Юлаев», «Трактор» (Силәбе), «Югра» (Ханты-Манси), «Энергия» (Карловы Вары, Чехия).
Турнир матчтары теҙмәһе:
авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
«Кока-кола», кетчуп һәм уйындар… Яңылыҡтар » Спорт

Бынан 30 йыл элек беҙҙең илдә, йәғни Советтар Союзында, ХХII йәйге Олимпия уйындары үтте. Ярыштар 19 июлдән 3 авгусҡа тиклем барҙы. Ҙур спорт байрамында 81 илдән бөтәһе 8304 кеше (шуларҙың 5748-е – спортсы) ҡатнашты. 21 төр буйынса спорт ярыштарынан 203 комплект миҙал уйнатыла. Уны 111 ил халҡы телевидение аша күҙәтте.
Олимпия уйындары алдынан, 1979 йылдың декабрендә, Афғанстандағы ыҙғыш арҡаһында, СССР Хөкүмәте был илгә ярҙам ниәтенән унда беҙҙең ғәс­кәрҙәрҙе индерә. Быға күп илдәр ҡаршы була һәм, уйындарға бойкот иғлан итеп, Олимпиадала ҡатнашыуҙан баш тарта. АҠШ, ГФР, Япония, Ҡытай кеүек алдынғы илдәр спортсыларын бөтөнләй ярышҡа ебәрмәй. Ә бына Бөйөк Британия, Австрия һәм башҡа көнбайыш илдәр, рәсми рәүештә ҡатнашмаһа ла, теләгән спортсыларға Мәскәүгә барыр­ға ризалыҡ бирә.
авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
КХЛ-да Словакия клубы буласаҡ Яңылыҡтар » Спорт

Киләһе миҙгелдән Континенталь хоккей лигаһының беренселегендә тағы бер сит ил командаһының ҡатнашыуы көтөлә.
Словакияның Попрад ҡалаһының «Лев» хоккей клубы, үҙенең ризалығын белдереп, көсөн КХЛ-да һынап ҡарамаҡсы булған. Ул Бобров дивизионында уйнаясаҡ. Ә бына унда сығыш яһаған «Динамо» (Минск) хоккейсылары Тарасов дивизионына күсә. Ғөмүмән, КХЛ етәкселеге әйтеүенсә, 24 команда киләһе миҙгелгә әҙерлеген белдергән. Хәҙер уйындарҙың календарын төҙөйһө генә ҡалған. Ул ошо арала әҙер булырға тейеш.
авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Учалылар «Локомотив»ҡа һабаҡ бирҙе Яңылыҡтар » Спорт

Учалылар «Локомотив»ҡа һабаҡ бирҙе
Шулай итеп, футбол буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы 13-сө туры үтте. Чемпионат лидеры, Санкт-Петербургтың «Зенит» командаһы рәттән ете еңеү яулап, 33 мәрәй менән лидерлыҡ позицияһын нығытты. Был юлы улар «Сибирь» футболсыларын 2:0 иҫәбенә отто. «Зенит»тан 9 мәрәйгә артта ҡалған, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килгән «Рубин» уйынсылары Мәскәүҙә «Спартак»ты 1:0 иҫәбенә еңде. Ғөмүмән, «Спартак» командаһы һуңғы арала Ҡаҙанға ҡаршы бер ни ҡыла алмай. Был юлы ла улар, күп осраҡта өҫтөнлөк итһә лә, дәғүәсе ҡапҡаһына юл таба алманы. Һәм хәҙер бары 16 мәрәй менән 10-сы урында урынлашты.
авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Учалылар «Локомотив»ҡа һабаҡ бирҙе Яңылыҡтар » Спорт

Учалылар «Локомотив»ҡа һабаҡ бирҙе
Шулай итеп, футбол буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы 13-сө туры үтте. Чемпионат лидеры, Санкт-Петербургтың «Зенит» командаһы рәттән ете еңеү яулап, 33 мәрәй менән лидерлыҡ позицияһын нығытты. Был юлы улар «Сибирь» футболсыларын 2:0 иҫәбенә отто. «Зенит»тан 9 мәрәйгә артта ҡалған, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килгән «Рубин» уйынсылары Мәскәүҙә «Спартак»ты 1:0 иҫәбенә еңде. Ғөмүмән, «Спартак» командаһы һуңғы арала Ҡаҙанға ҡаршы бер ни ҡыла алмай. Был юлы ла улар, күп осраҡта өҫтөнлөк итһә лә, дәғүәсе ҡапҡаһына юл таба алманы. Һәм хәҙер бары 16 мәрәй менән 10-сы урында урынлашты.
авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 ... 51 52 53  >>  Киләһе бит
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru