Итексенең итеге тишек, балтасының балтаһы китек.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан флагы – Төньяҡ ҡотопта! Яңылыҡтар » Спорт
    Башҡортостаныбыҙҙың флагы Төньяҡ Ҡотопта һалҡын-һыуыҡ ел-буранда елберләп тора, тигәнгә күптәр ышанмаҫ, моғайын. Ышанырлыҡ та түгел шул, үҙебеҙҙәге ҡыш һалҡындары менән йонсотоуы етмәгән, кемдең тағы шул мәңге туң ҡотопҡа флаг күтәреп барғыһы килһен, ти. Әммә бер ниндәй ауырлыҡтан ҡурҡмаған, көслө ихтыярлы, зирәк милләттәшебеҙ Венер Самарбаев өсөн был мәсьәлә hис тә ҡыйынға төшмәй. Күмертау педагогия колледжының физик культура факультетында белем алыусы Баймаҡ районы Ҡолсора ауылының 17 йәшлек егете, «Рәсәй саңғы юлы – Төньяҡ Ҡотопҡа!» Рәсәй йәштәр экспедицияһы составында Төньяҡ Ҡотопҡа барып етеп, Ер шарының өҫкө күсәренең ҡап уртаһына республикабыҙҙың флагын ҡаҙап ҡайтты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһы ла ошо ваҡиғаға арналды.
    – Республикабыҙ өсөн был ваҡиға бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки бөтә Рәсәй кимәлендә бер нисә баҫҡыстан торған һайлап алыу турын үтеп, ете ҡатнашыусы исемлегенә эләгеү үҙе генә ни тора! Белеүебеҙсә, һайлап алыу бик ҡаты барған, акцияла барыһы 1000-дән ашыу үҫмер ҡатнашырға теләк белдергән. Киң күләмле проекттың үҫмерҙәргә төбәлеүе лә айырым иғтибарға лайыҡ, – тине БР физик культура, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Василий Жирнов. – Был маршрутты үтеү өсөн кәрәкле ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, сыҙамлылыҡ кеүек сифаттар бөгөнгө йәштәргә үҙҙәрен тормошта табыу өсөн дә бик әһәмиәтле.
    Венерҙы Төньяҡ Ҡотопҡа әҙерләүсе тренеры Григорий Царьков «Рәсәй саңғы юлы – Төньяҡ Ҡотопҡа!» Рәсәй йәштәр экспедицияһына әҙерлектең нисек барыуы хаҡында һөйләне. Иң тәүҙә балаларҙың ата-әсәләренә ҡыйынға тура килә, ни тиһәң дә, бер кем дә ғәзиз балаһын алыҫ ҡотопҡа ебәргеһе килмәйҙер. Оҙайлы әңгәмәләр барышында улар менән уртаҡ фекергә киленә. Шулай итеп, Башҡортостандан Карелия Республикаһына «Ҙур мажара» лагерына икенсе турға өс кеше үтә. Унда 20 кешенән тик ете үҫмер егет һәм ҡыҙҙы һайлап алырға кәрәк була. Лагерҙа төрлө күнекмәләр ойошторола, үҫмерҙәрҙең ныҡышмалылығы, ихтыяр көсө, психик һәм физик әҙерлеге һынала. Венер Самарбаев өсәү араһынан лагерға запаста бара, әммә, бәхетенә күрә, ул төп команда составына инеүгә ирешә.
    Бәләкәйҙән үк спортты үҙ иткән Венер, яҙмышының ҡырҡа боролоп, Төньяҡ Ҡотопҡа илтеүенә шатланып бөтә алмай. Донъя күреү, билдәле кешеләр менән аралашыу, яңы дуҫтар табыу өсөн ҡотопҡа ла барырға мөмкин.
    – Еңел атлетика менән 5-се синыфтан шөғөлләнәм. Төрлө ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышам. Ә бына Төньяҡ Ҡотопҡаса барып етермен тип уйламағайным, – ти ул шатлығын йәшермәйенсә. – Әсәйем был идеяға ризалығын бирһә лә, атайым унда ебәрергә ашыҡманы, шикләнде, буғай. Ул мине, бер айға китә, тип уйланы шикелле.
    Тренер етәкселәренең береhе Виктор Пахомов үҫмерҙәр менән ныҡлап саңғы күнекмәһенә тотона. Шулай уҡ психик яҡтан да әҙерлек бара.
    Төньяҡ Боҙло океанды һәммәбеҙ ҙә, дөйөм бер боҙ менән ҡапланғандыр, тип күҙ алдына килтерһәк тә, ул ысынында йөҙөп йөрөүсе гигант боҙҙарҙан тора икән. Бер боҙҙан икенсеһенә күсеү ҙур ҡаршылыҡҡа әйләнә, ти Венер Самарбаев.
    – Ни тиклем ҡыйыу булһаң да, барыбер боҙ өйөмдәрен, йылыуҙарҙы үткәндә шөрләтә. Һыуҙың температураһы – 3, ә һауаныҡы 25 – 30 градус һыуыҡ булғас, береһенең дә яңылыштан һыуға төшкөhө килмәҫ, – тип фекере менән бүлеште ҡотопсо егет. – Ярай әле көслө бурандар булманы. Һауа торошо насарайһа, билдәле, һәр береһе үҙе менән санала һөйрәгән 50 килограмлыҡ ауырлыҡты алып барыуы ла ҡыйынға тура килер ине.
    Командала барыһы туғыҙ кеше – дүрт егет һәм өс ҡыҙ, ике инструктор – билдәле сәйәхәтселәр Матвей Шпаро һәм Борис Смолин була. Экспедиция төркөмөн тәүҙә самолетта «Барнео» станцияһына алып баралар. Унан инде үҫмерҙәр Төньяҡ Ҡотопҡа ҡәҙәр 100-ҙән ашыу саҡрым юл үтә. Төркөм юлда осрарға мөмкин һәр бер ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерләнә. Хатта аҡ айыу менән осрашҡанда үҙеңде нисек тоторға өйрәнәләр.
    Ер шарының өҫкө түбәһенә етергә 500 метр ара ҡалғас, улар икенсе яҡтан килеүсе Норвегия төркөмөн абайлай һәм сәйәхәтселәр араһында ярыш башлана – кем беренсе булып ҡотопҡа етә. Венер әйтеүенсә, ике төркөмдөң ваҡыт айырмаһы 3 секунд тәшкил итә. Был айырма экспедицияларҙың приборҙары икеһе ике төрлө күрһәтеүҙән килеп сыҡты, ти ул. Шулай итеп, Рәсәй үҫмерҙәр командаһы составында башҡорт егете Төньяҡ Ҡотопто яулай һәм унда Башҡортостан флагын ҡаҙай. Һуңғы ике көн һөҙөмтәләре буйынса, ул иң яҡшы штурман тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ була. Төньяҡ Ҡотопта улар, һауа торошо боҙолоп китеү сәбәпле, ике тәүлек була, һуңынан вертолет килеп ала.
    Экспедиция мажараһыҙ ҙа булмай. Бер аҙна самаһы дауам иткән походтың дүртенсе көнөндә экспедиция етәксеһе ҡапыл боҙ ярығына төшөп китә һәм һыуҙан йөҙөп сыға. Был хәл, әлбиттә, барыһын да һиҫкәндереп ҡуя.
    Аҡ айыу осрамаһа һәйбәтерәк тиһәләр ҙә, уны барыбер күрге килә ине, ти башҡорт егете, әммә айыу осрамай. Боҙҙарҙың һәр ваҡыт хәрәкәттә булыуы ла ауырлыҡтар тыуҙыра, сөнки көс-хәл менән күпмелер араны үтеп, төн сыҡҡансы шул тиклем араға боҙҙоң һине кирегә алып китеүе бер ҙә күңелле түгел. Экспедиция мәлендә Венер сирләп тә китә, әммә юлдаш бәйләнеше ярҙамында тәжрибәле белгестәр менән кәңәшләшеп, уны урында уҡ аяҡҡа баҫтыралар һәм юл артабан дауам итә.
    Карелия, Красноярск, Новосибирск, Рязань, Башҡортостан, Сыуашстан, Северодвинск тарафынан йыйылған ете үҫмер – төрлө мөхиттә үҫкән ете төрлө кеше. Кешенең асылы экстремаль мәлдәрҙә асыла, тиҙәр. «Был поход экспедицияла ҡатнашыусыларҙың характерын һынаны ла инде. Һынауҙы Венер бик яҡшы үтте. Был уның алдан әҙерлек емеше лә, ныҡышмалылығы ла, ихтыяр көсө лә. Уның менән бөтә республика ғорурлана ала», – ти остазы Григорий Царьков.
    Венер анкетала яҙғанынса, поляр ҡарҙың тәмен татырға теләй һәм уның хыялы үҙенең тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы ярҙамында ысынбарлыҡҡа аша.
    Вадим ХӘБИРОВ.
    авторы: Нур | 13 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Альпинистар байрамды үҙҙәренсә билдәл& ...
  • Ялған һүҙ, ҡара күңел үлтер ...
  • ҠАЛМЫҠ ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ БАШҠОРТОСТАН АША ҮТӘ ...
  • Янылыктар
  • Мажаралар яратһаң, тәүәккәллә!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru