Көсөң барҙа эшлә, тешең барҙа тешлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Йондоҙнамә
  • Ҡарбуз күп!
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сәкәндәрегеҙҙе әҙерләгеҙ, Бразилия хоккейсылары... Яңылыҡтар » Спорт
    Бөттө. Китте. Әкиәт тамам. Һау бул, чемпионат! Башынан ике тапҡыр аша hикергән Рәсәй йыйылма командаhы үҙ тарихында башлап Европа беренселегенең ярымфиналына сығып, бөтә Европаны таң ҡалдырғайны. Тик, әлеге лә баяғы, финалға сығыр өсөн Испаниянан 0:3 иҫәбенә отолоп, дөрөҫөрәге, бер үк тырмаға «баҫты». Нишләйhең, тимәк, Гус Хиддинк күпме генә Рәсәй футболсыларынан виртуоздар әүәләргә тырышмаhын, улар әлегә донъя кимәленәсә үҫешеп етмәгән. Әлбиттә, ҡыҙғаныс. Сөнки чемпионат башына рәсәйҙәр шул уҡ испандарҙан тәүге төркөм осрашыуында 4:1 иҫәбенә ҡыйратылып, hуңынан Грецияны – 1:0, Швецияны – 2:0 иҫәптәренә отоп, сирекфиналға сыҡты. Бөтә Рәсәй футбол менән «ауырый» башланы. Европа яҡташтарыбыҙҙы күккә сөйә башланы. Еңелмәҫ Голландияны көтмәгәндә 3:1 иҫәбенә еңгәс, бар донъя Гус Хиддинктың тәрбиәләнеүселәре хаҡында hүҙ ҡуйыртты. Бөтә футбол белгестәре тик Рәсәй футболсылары менән «янды». Улар хаҡында күберәк мәғлүмәттәр туплап, Европалағы төрлө бай клубтарға ҡоҙаланы. Юғары кимәлдәге турнир – талантлы уйынсыларҙы иҫбатлау өсөн иң уңайлы осор, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Шуға күрә, футболсы үҙен яҡшы яҡтан күрhәтеүе була, уның артынан «hунар» башлана. Быға тиклем Португалияла уҙған Европа беренселегендә Греция командаhы чемпион булыу менән, уның «алтын» уйынсыларын ҡайҙа ғына hатып, ҡайҙа ғына ҡоҙаламанылар... Һөҙөмтәлә береhе лә суперйондоҙ булып китә алманы. Яҡташтарыбыҙ ҙа ҙур уңышҡа елгәшкәс, ҡайhы бер футболсыларына күҙ hалыусылар табылды. Әйтәйек, Роман Павлюченконы күптәр ишетеп кенә белhә, хәҙер инде уның абруйы футбол күгендә бермә-бер арта төштө. Ә инде Андрей Аршавин тураhында әйтеп тораhы ла түгел. Европаның иң бай көслө клубтары, береhенән-береhе уҙҙырышып, уға ҙур сумма тәҡдим итеп, үҙ командаларында күргеләре килә. Италияның «Интер»ы уны 15 млн евроға тиңләне. Ә бына Роман Абрамовичтың «Челси» клубы 20 млн евроhын да йәлләмәй. Испанияның «Барселона»hы, әйтәйек, беренселеккә тиклем үк Аршавинға күҙ hалған булған. Андрей үҙе лә Испания командаһын үҙ итмәксе. Унда тәжрибә туплауынан зыян булмаҫ. Сөнки испандар беҙҙең командаға башта ла, hуңынан да кәртә булды. Испания командаhы был көндө Рәсәй футболсыларынан күпкә көслөрәк, техник hәм физик яҡтан оҫтараҡ hәм тәжрибәлерәк тә уйнаны. Улар бер осор буйына Гус Хиддинктың тәрбиәләнеүселәрен үҙ уйынына бәйләп, хәлдәренән тайҙырғас, hуңғы таймда беҙҙең ҡапҡаға өс яуапhыҙ туп индерҙе. Бында уйынсыларҙы ла ғәйепләп булмай. Команда әлегә өлгөр, тәжрибәле дәғүәсенән күпкә ҡалыша. Кимәл дә түбәнерәк. Шуға күрә артыҡ хафаланырға урын юҡ. Былай ҙа Рәсәй футболсылары үҙ тарихында бер сағыу бит асып, миллионлаған футбол hөйөүсене бер ай буйы матур hөҙөмтәле уйыны менән ҡыуандырҙы. Үҫеп килгән быуында футболға ҡарата ҡыҙыҡhыныу уятты. Рәсәйҙә футбол бар. Хәҙер был фекер менән Европа ғына түгел, бөтә донъя килешә ала. Тимәк, Бразилияға ла хоккей буйынса чемпион булырға күп ҡалманы. Ә инде финалда төп приз өсөн Германия менән Испания командалары осрашасаҡ. Быға тиклем немецтар өс тапҡыр еңеүсе булhа, испандар иhә бер тапҡыр ғына. Был юлы бәхет кемгә йылмайыр?..
    Рәсәй йыйылма командаhының баш тренеры Гус Хиддинк:
    – Беҙ бик яҡшы командаға отолдоҡ. Бер сәғәткә яҡын улар менән тиң алыштыҡ, hуңынан иhә хәлебеҙ бөттө. Улар беҙҙе hәр яҡлап үҙ уйынына бәйләп, хәлдән тайҙырҙы. Испания лайыҡлы рәүештә еңде. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.
    Дөйөмләштереп әйткәндә өсөнсө урын да – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Шулай ҙа өмөт бар ине. Нишләйhең, бына ошондай хәл иткес уйындарҙа ла инде тәжрибәлелек hөҙөмтәләргә ҙур йоғонто яhай. Беҙ бының менән генә туҡтарға уйламайбыҙ. Әле бейеклектәр булыр.
    Н. ҠӘҘЕРБАЕВ.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Ҙур спорт тирәләй
  • «Беҙҙең» Испания – чемпион!
  • Йә бөгөн, йә 2012 йылға тиклем...
  • Рәсәй, алға, беҙ һеҙҙең мен ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru