|
 |
|
Оло йыйындарҙа, төрлө байрамдарҙа көрәш ойоштороп, иң көслө батырҙарҙы билдәләү – халҡыбыҙҙың электән үк килгән йолаһы. Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында район һәм ҡала һабантуйҙары еңеүселәре араһында «2008 йыл батыры» исеменә милли көрәш бәйгеһе үтте. 18 йәштән олораҡ спортсылар араһында 70, 80, 90 килограмм һәм унан да юғарыраҡ ауырлыҡ категорияларында ярыштар үткәрелде, ә абсолют еңеүсегә бүләккә еңел автомобиль ҡуйылды. Турнирҙа ҡатнашыусы көрәшселәрҙе Республика милли көрәш федерацияһы президенты Артур Әхмәтханов тәбрикләп, спортсыларға уңыштар теләне һәм бәйгене асыҡ тип иғлан итте. Ҡыҙыу барған ярышта ҡайһы бер көрәшселәрҙең хатта йәрәхәттәр алып, бәйгелә сығыштарын дауам итә алмаған осраҡтар ҙа булды. Ә көстәре тиң булған көрәшселәр араһындағы алыш оҙаҡ барҙы, уларға өҫтәмә минуттар ҙа бирелде. БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР буйынса эске эштәр министры Рафаил Диваев, физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородовтарҙың килеүе спорт байрамына мәртәбә өҫтәне. Бик оҙайлы һәм көсөргәнешле бәйгенең, ниһайәт, еңеүселәре лә билдәләнде. Шулай итеп: 70 килограмға тиклем ауырлыҡта Рушан Ильясов (Ауырғазы районы), 80 килограмға тиклемгеләр араһында Рөстәм Исламов (Өфө ҡалаһының Совет районы), 90 килограмға тиклемге ауырлыҡта Юнир Ильясов (»Динамо» спорт клубы), 90 килограмдан ауырыраҡтар араһында Радик Аҡсурин (Федоровка районы) берәүгә лә бил бирмәне. Һуңынан дүрт еңеүсе – Рушан Ильясов, Рөстәм Исламов, Юнир Ильясов, Радик Аҡсуриндар араһында абсолют еңеүсене билдәләү өсөн көрәш үткәрелде. Был көрәштә Юнир Ильясов еңеп сыҡты һәм уға «2008 йыл батыры» исеме менән төп бүләк – «Faw Vita» автомобиле тапшырылды. «2008 йыл батыры» бәйгеһе бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙың көслө батырҙары, оҫта көрәшселәре барлығын иҫбатланы. Уның һөҙөмтәләре буйынса июль айында Мәскәү ҡалаһында уҙғарыласаҡ һабантуйҙа ҡатнашыу өсөн команда төҙөләсәк һәм көрәшселәребеҙ унда ла призлы урындар яулап ҡайтыр, тип ышанабыҙ.
Самат ҠОТЛОЕВ. |
|
авторы: Нур | 1 июля 2008 | | Фекерҙәр (0) |
|
+ Новости Баш-портала Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар
|
|
|