Биште эшләгәнсе, берҙе еренә еткереп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт
    Бронзаға ҡушып – 120 мең евро

    Рәсәй футболсыларының hәр береhе Европа беренселегенең бронза миҙалы менән бергә 120 мең евро аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. Fөмүмән, чемпионатта Рәсәй командаhы 14,5 млн евро аҡса эшләгән. Һәр команда ҡатнашҡаны өсөн УЕФА исеменән 7,5 млн евро аҡса алhа, төркөмдәге hәр еңеүгә – берәр млн, сирекфиналға сыҡҡанға – 2-шәр млн hәм ярымфинал өсөн 3-әр млн евро менән бүләкләнә.
    Дөйөм иҫәпләгәндә, Рәсәй йыйылма командаhы байтаҡ ҡына аҡсалата килем эшләй. Тик чемпиондыҡы менән сағыштырғанда, ул күпкә кәмерәк. Әйтәйек, Испанияның «алтын» малайҙары кеҫәләрен 113 млн евро менән ҡалынайтты. Тик уларҙың hәр береhе 214-шәр мең евро аласаҡ. Рәсәй футболсыларынан уйнағандар ғына түгел, ә беренселек тамамланғанса запас эскәмйәлә ултырыусылар ҙа ошо уҡ суммаға байыясаҡ. Сағыштырыу өсөн: ошо уҡ ярымфиналда ҡатнашҡан төрөк уйынсылары 450 мең евро аласаҡ. Шулай уҡ сирекфиналдан төшөп ҡалған хорваттар чемпиондан күберәк аҡса аласаҡ. Уларға үҙ федерацияhы 300-әр мең евро бирергә ниәтләй.


    Иң көслөләр араhында дүрт Рәсәй уйынсыhы бар

    Футбол буйынса Европа беренселеге тамамланыу менән УЕФА советы 23 футболсынан торған символик йыйылма команданың составын төҙөнө. Унда Рәсәй уйынсыларынан дүрт футболсы бар. Бына уның тулыhынса исемлеге.
    Ҡапҡасылар: Джанлуиджи Буффон (Италия), Икер Касильяс (Испания), Эдвин ван дер Сар (Голландия).
    Һаҡсылар: Жозе Босингва (Португалия), Филипп Лам (Германия), Карлос Марчена (Испания), Пепе (Португалия), Карлес Пуйоль (Испания), Юрий Жирков (Рәсәй).
    Ярымhаҡсылар: Хамит Алтынтоп (Төркиә), Лука Модрич (Хорватия), Маркос Сенна (Испания), Хави Эрнандес (Испания), Константин Зырянов (Рәсәй), Михаэль Баллак (Германия), Сеск Фабрегас (Испания), Андрес Иньеста (Испания), Лукас Подольски (Германия), Уэлси Снейдер (Голландия).
    Һөжүмселәр: Андрей Аршавин (Рәсәй), Фернандо Торрес (Испания), Роман Павлюченко (Рәсәй), Давид Вийя (Испания).

    Премьер-лига юлға сыға

    Оҙайлы тәнәфестән hуң, ниhайәт, Премьер-лига командалары Рәсәй беренселегендә юлын дауам итеү өсөн стартҡа сыға. Турнир таблицаhына килгәндә, 11 уйындан hуң 25 мәрәй менән Ҡаҙандың «Рубин»ы юғары баҫҡыста урынлашҡан. Икенсе-өсөнсө урындарҙа иhә Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән «Амкар» командалары килә. Улар лидерҙан 5 – 6-ар мәрәйгә ҡалыша. Беренселек 5 июлдә башлана.

    Сентябрҙә хоккей башлана

    Футбол буйынса Европа беренселеге башҡа спорт төрҙәрен артҡы планға күсерҙе, тиhәк тә хата булмаҫ. Әлбиттә, әлегә хоккей тураhында яҙыу иртәрәк, шулай ҙа ике айҙан башланасаҡ сираттағы беренселек хаҡында иҫкәртеп китмәй булмай. Сөнки, берҙән, быйылдан беренселек яңы формула буйынса башлана, икенсенән, Рәсәй чемпионы «Салауат Юлаев»тың хәл-торошо, моғайын, күптәрҙе ҡыҙыҡhындыралыр. Элегерәк яҙып үтеүебеҙсә, хәҙер командалар дүрт дивизионға бүленеп, hәр дивизион үҙ-ара 4-әр тапҡыр уйнағандан hуң, башҡа дивизиондың клубтары менән бер әйләнештә үҙ-ара берәр тапҡыр осраша. Плей-оффҡа hәр дивизиондың дүрт көслө клубы яуланған дөйөм мәрәйҙәр hаны буйынса рәткә теҙелеп, парҙарға бүленә hәм үҙ-ара өс еңеүгә тиклем уйнай. Әйтәйек, беренсе урын менән 16-сы, икенсе менән 15-се hәм ҡалғандары ошо система буйынса теҙелә. Сирекфиналда ла ошо система hаҡлана. Ярымфинал менән финал уйындары иhә дүрт еңеүгә тиклем дауам итәсәк.
    «Салауат Юлаев» хоккейсылары тәүге уйынын 2 сентябрҙә үҙ майҙанында уҙған миҙгелдең вице-чемпионы – «Локомотив» командаhы менән башлап ебәрәсәк. Команда составына килгәндә, әлегә аныҡ ҡына үҙгәрештәр тойолмай.

    Дементьева – ярымфиналда

    Теннис буйынса Уимблдон турнирында Елена Дементьева тәүгә ошо бәйгенең ярымфиналына сыҡты. Ул көсөргәнешле алышта яҡташы Надежда Петрованы өс партияла тәүгә 6:1, 6:7, 6:3 иҫәптәренә отоп, ошо уңышҡа өлгәште. Шулай уҡ был турнирҙа hуңғы арала әллә ни матур уйын күрhәтмәгән Марат Сафин, ҡапыл үҙ уйынын табып, сирекфиналға барып етте.

    Яромир Ягр Рәсәйгә юлланмаҡсы
    Ҙур спорт тирәләй
    Омскиҙың «Авангард» хоккей командаhының күптәнге хыялы тормошҡа ашмаҡсы. Улар оҙаҡ hәм оҙайлы «hунар»ҙан hуң, ниhайәт, «Нью-Йорк Рейнджерс» hөжүмсеhе, Чехия легионеры Яромирҙы тап итеп, уның менән hөйләшеүҙәр үткәргән. Әлегә Ягр, төплө генә ризалыҡ белдермәhә лә, контракт менән килешкән hәм оҙаҡламай уларға яуап бирәсәк.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҙур спорт тирәләй
  • «Беҙҙең» Испания – чемпион!
  • Сәкәндәрегеҙҙе әҙерләге ...
  • Йә бөгөн, йә 2012 йылға тиклем...
  • Рәсәй, алға, беҙ һеҙҙең мен ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru