Күптең эше күңелле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҡташыбыҙ уңыштары менән ҡунаҡсыллығын белдерҙе Яңылыҡтар » Спорт
    Германияның Рупольдинг биҫтәһендә үткән биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабында Рәсәй спортсылары ярайһы ғына уңышҡа өлгәште. Спринт бәйгеһендә илебеҙҙең өмөтлө йәш биатлонсыһы Светлана Слепцова, финишта икенсе ваҡыт күрһәтеп, көмөш миҙал яулаһа, яҡташыбыҙ, Михайловҡа ауылы егете Максим Чудов иһә ике рәт подиумға күтәрелде. Тәүгеһендә ул шул уҡ спринт ярышында трасса хужаһы Михаил Грайстан ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты һәм Рәсәй биатлонсылары араһында һөҙөмтәле күрһәткескә иреште. Икенсе көнөнә уҙған бәйгенең һөҙөмтәләре буйынса эҙәрлекләү ярышына старт алды һәм йәнә Грайстан ҡала финишҡа икенсе булып килде. Әлбиттә, был юлы ла юғары күрһәткескә ирешеү өсөн Максимдың «хаталаныуы» ҡамасауланы. Ул, дүрт атыу рубежында өс тапҡыр яҙа атһа, немец спортсыһы иһә бер тапҡыр ғына сәпкә тейҙерә алманы. Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, яҡташыбыҙҙың уңышы Рәсәй командаһына мәртәбә генә өҫтәй һәм Чудовҡа киләсәктә ҙур өмөттәр бағлана. Афарин!
    Уҙған донъя кубогының дүрт этабының дөйөм һөҙөмтәләре буйынса Максим Чудов 14-се урындан хәҙер почетлы өсөнсө урынға күтәрелде. Икенсе баҫҡыста шулай уҡ Рәсәй спортсыһы Дмитрий Ярошенко урынлаша, юғарыла иһә билдәле бөйөк Норвегия биатлонсыһы Уле-Эйнар Бьорндален.
    Башҡортостандың биатлон һөйөүселәре өсөн тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ бар. Рәсәй биатлонсылар союзы башлығы Александр Тихонов Донъя биатлонсылар федерацияһы кәңәшмәһендә Өфөләге биатлон комплексының юғары кимәлдә ярыштар уҙғарыу өсөн сертификат алыуы хаҡында белдергән. Тимәк, киләсәктә беҙ донъя биатлон йондоҙҙарын үҙ күҙебеҙ менән Башҡортостан ерендә күрәсәкбеҙ.

    А. Ишмөхәмәтова.
    авторы: админ | 15 января 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Егеттәребеҙ өмөт уята
  • Ике алтын да – Башҡортостан спортсыһында
  • Спорт яңылыҡтары
  • Швед майҙансығында Башҡортостан байрағы елберл| ...
  • Биатлонсылар үрҙәр яулай
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru