Йоҡосан егеткә дәрт булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хата хаҡы ҡиммәт... Яңылыҡтар » Спорт
    1-се мәсьәлә.
    (авторы – З. Ҡолтаев)
    Хата хаҡы ҡиммәт...
    Аҡтар: Крa8, Лd6, Лh7, Кe8, п.d7 (5)
    Ҡаралар: Крd8, Сe7 (2)
    Аҡтар башлай һәм 2-се йөрөштә мат ҡуя.
    Фигуралары етенән дә артыҡ булмаған мәсьәләләр миниатюра тип атала. Улар шахмат һөйөүселәр араһында бик популяр. Шахмат композиторҙары (мәсьәлә төҙөүселәр) ла уларға ҙур иғтибар бүлә. Ләкин миниатюраларҙа быға тиклем осрамаған комбинациялар, маневрҙар табыуы йылдан-йыл ауырлаша бара.
    2-се мәсьәлә.
    (авторы – З. Ҡолтаев)
    Хата хаҡы ҡиммәт...
    Аҡтар: Кpd8, Фg1, Лd5, Кe7 (4)
    Ҡаралар: Крf8, п.п.e4, e6, f7, g7, h6 (6)
    Аҡтар башлай һәм 3-сө йөрөштә мат ҡуя. Был мәсьәләлә бөтә хикмәт тәүге йөрөштә. Уны тапҡас, тыныс икенсе йөрөштө лә эҙләгеҙ. Шахматта ла эҙләгән таба.

    Яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ
    Гәзиттең 13 май һанындағы мәсьәләләрҙең яуаптары.
    1-се мәсьәлә.
    1. Фa1!! (засада!) Л –,
    2. Лb7Х.
    1. ... Крf6 2. Лf2Х (ҡара ладья бәйле!)
    1. ... К –, 2. Лf8Х.
    Ялған эҙ 1. Л:h7+? Kрg8!
    1. Фg2 (g1)? Лg5!

    2-се мәсьәлә.
    1. Лa1! в5 2. Лb4+ ав+ 3. авХ
    1. ... в6 2. Лb5!! ав 3. в3Х әгәр 2. ... Кр:в5 3. а4Х
    Ялған эҙ: 1. Ле6? в5 2. Л:а6 в4+ 3. Л:в4Х
    әммә 1. ... в6! һәм мат юҡ.

    Партияларҙан комбинациялар
    Кажич – Вукович
    (Югославия, 1940 й.)
    1. e4 e5
    2. Кf3 Кc6
    3. Сc4 Кf6
    4. d4 ed
    5. 0–0 Сc5
    6. e5 d5
    7. ef dc
    8. Лe1+ Kрf8
    9. Сg5 gf
    10. Сh6+ Крg8
    11. Кc3! Сg4
    12. Кe4 b6
    13. с3 Кe5
    14. К:e5!! С:d1
    15. Кd7! Сe7
    16. Кe:f6+! С:f6
    17. Лe8+! Ф:e8
    18. К:f6х
    (Бик матур финал) Ҡаралар дебютта уҡ хата ебәрҙе: 12. ... b6? (кәрәк ине 12. ... Сf8) 13. ... Кe5?.
    Был хатанан һуң партияны ҡотҡарып булмай

    Шахматсылар ярыша
    Күгәрсен районында шахмат иң популяр спорт төрҙәренән һанала. Хужалыҡтарҙа, учреждениеларҙа даими рәүештә ярыштар ойошторола. Шахмат спартакиадаһы ҙур уңыш менән үтте. Район гәзите Күгәрсен хәбәрҙәре ойошторған район турнирында бөтә шахмат коллективтары ҡатнашты. Район мәғариф бүлеге шахматсылары беренсе урынды яуланы. Күгәрсен район суды рәйесе шәхси беренселектә еңеп, район чемпионы исемен яуланы. Бик яуаплы вазифала эшләүенә ҡарамаҫтан, Мәрүәт Айҙар улы Айбасов ярыштарҙа даими һәм бик уңышлы сығыш яһай.
    Мәҡсүт ауылы шахматсыһы Камил Әбдрәхимов та йыш ҡына призлы урындар яулай.
    Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, пенсионер Ғәйфетдин Сафин да үҙен күрһәтеп ала. Педагогик хеҙмәт ветерандары Ф. Абдуллин, О. Галякин, Р. Бәширов һәм башҡалар ярыштарҙа бик әүҙем ҡатнаша.
    Мәктәптәрҙә, район балалар ижады үҙәгендә шахмат түңәрәктәре эшләй. Тренер Флүр Хисмәтуллин балаларҙы шахмат сәнғәте серҙәренә өйрәтеүгә күп көс һала.
    Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Республика Президенты М. Ғ. Рәхимов тыуған Тәүәкән ауылында Президент призына шахмат ярыштары уҙғарыла. Унда райондың бөтә көслө шахматсылары ла ҡатнаша. Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Рәмил Мәжитов спорт төрҙәрен, шул иҫәптән шахматты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Шахматсыларға бағыусылар ҙа ныҡ ярҙам итә. Эшҡыуарҙар Ю. Вафин, Н. Храповицкий үҙҙәре лә шахмат уйнай, ярыштар үткәреүгә матди ярҙам да күрһәтә.
    Район спорт комитеты рәйесе Рәил Әҡсәнов шахматты бик файҙалы һәм кәрәкле спорт төрө тип иҫәпләй. Ул бер ниндәй ҙә сығымдар талап итмәй тиергә була. Ауылдарҙа спорт һарайҙары, ҡоролмалары юҡ. Бөтәһенә лә, айырыуса балаларға һәм йәштәргә, рухи аҙыҡ кәрәк. Был йәһәттән шахмат сәнғәтенең роле баһалап бөткөһөҙ. Был боронғо уйын йәшенә лә, ҡартына ла ҙур шатлыҡтар бүләк итә.
    Рубриканы алып барыусы – Закир ҠОЛТАЕВ.
    авторы: Нур | 8 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һуғыш шахмат партияһы түгел шул...
  • Урал батыр вариҫтары Берҙәм, зирәк
  • Ҡауарҙы Васюкиҙан кәмме ни?!
  • Өс һөйләм менән
  • Чемпион булып ҡарағыҙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru