Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Улар – илдең киләсәге! Яңылыҡтар » Спорт
    Баш ҡаланың «Биатлон» спорт комплексы ошо көндәрҙә балалар тауышынан гөрләп торҙо. Республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән 12 команда хәрби hәм спорт ярыштарында көс hынашты. «Ҡағылғыhыҙ запас – Башҡортостан балалары» фестивале 16 йәшкә тиклем балаларҙан иң осҡорҙарын, иң ҡыйыуҙарын, ысын илhөйәрҙәрҙе йыйҙы.
    Алты кешенән торған командалар тәүге көндә үҙҙәре менән таныштырҙы. Патриотик йырҙарҙы башҡарыу ҙа ҡаралғайны. Икенсе көндө балалар кросс, футбол буйынса ярышты. Ә инде фестивалдең өсөнсө көнөн күптәр түҙемhеҙләнеп көтөп алды. Сөнки атышыу – барлыҡ малайҙарҙың уй-хыялы! Шул уҡ көндө ҡул hуғышы, турникта күтәрелеү бәйгеләре уҙғарылды.
    – Бында күңелле, ҡыҙыҡ. Ярыштар бер нисә көн булhа ла, hис арымайбыҙ. Киреhенсә, көндән-көн сәм арта бара. Ә киске уйындар, дискотека фестивалгә байрам төҫө бирә, – тип бер-береhен бүлә-бүлә тәьҫораттары менән уртаҡлаша Өфө районының «Каскад» командаhы малайҙары.
    Бер үк, ярышҡа тик малайҙар ғына килгән икән, тип уйламағыҙ. Араларында ҡыҙҙар ҙа бар.
    – Беҙ – Нефтекама ҡыҙҙары! Малайҙар менән бер рәттән сығыш яhауыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Юҡ, hис тә ҡыйын түгел. Ҡайhы бер малайҙарҙың танауҙарына сиртеп тә ҡуйҙыҡ әле, – «Көс» командаhы hылыуҙары үҙҙәрен hис hынатманы.
    Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса Башҡортостан идаралығы тарафынан ойошторолған был сара hау-сәләмәт тормошто пропагандалауы менән әhәмиәтле. Спорт менән дуҫ балалар тағы ҡул көрәше, автоматты hүтеп-йыйыу кеүек ярыштарҙа ла таhыллыҡтарын күрhәтте. Һәр кем еңеүгә өлгәшә алмаhа ла, береhе лә кәйефен төшөрмәне. Тик фестивалдең тамамланыу мәле етеп килгәнгә генә бер аҙ борсолдолар. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күптәр бер-береhе менән дуҫлашып та өлгөргәйне.
    – Был сараны киләсәктә лә дауам итергә йыйынабыҙ. Киләhе йылдарҙа географиябыҙ киңәйер, тип уйлайым, – тине фестиваль директоры Илшат Йәүҙәт улы Әҙhәмов.
    Иншалла, шулай булһын!

    Фәиз ХАРРАСОВ.
    Өфө ҡалаhы.
    авторы: Нур | 10 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Ярыш, ярыш...
  • «Мин – йәш спецназ»
  • Бында ил һаҡсылары үҫә
  • Ай-һай, көслөләр!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru