Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атың булһа, ил таный
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Булмаhа булмай бит... Яңылыҡтар » Спорт
    Рәсәй беренселегенең лидеры, быға тиклем бер яңғыҙы ғына төп ваҡытта еңелеү «бәхетен» кисермәгән «Салауат Юлаев» хоккейсылары, үкенескә күрә, абынды. Улар Новокузнецкиҙа, урындағы «Металлург» командаhына 2:1 иҫәбенә отолдо. Әлбиттә, ниндәй генә көслө булhаң да, чемпионат буйына тигеҙ, матур, hөҙөмтәле уйын күрhәтеүе ауыр, дөрөҫөрәге, мөмкин түгел. Был осрашыуҙа ла өфөләр дәғүәсенән күп ваҡыт өҫтөнлөк итhә лә, ҡапҡаhына юл тапманы. Ҡапҡасылары Соколов та оҫта торҙо. Бер Александр Радуловтың ғына әллә күпме мөмкинлеге булhа ла, hөҙөмтәгә ирешә алманы. Ә бына хужалар, булғанын тормошҡа ашырып, кәрәкле еңеү яулай. Улар ике минут эсендә ике гол индерә. Һөжүмсебеҙ Александр Пережогин берәүhенә яуап бирә, тик башҡа командалаш иптәштәре уның батырлығын ҡабатлай алмай. Нишләйhең, еңеүсе берәү була. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» уйынсылары тәүгә ҙур юғалтыу кисерә. Хәҙер беренселектә яңы лидер – Новокузнецкиҙың «Металлург»ы. Ә бит уҙған миҙгелдә улар хатта плей-оффҡа ла инә алманы. Тимәк, алға табан ынтылыш бар. Чемпионат шуның менән ҡыҙыҡлы.
    Өфөләр өсөн дүрт уйындан торған сәйәхәт тамам. Улар ошо осрашыуҙарҙа 12 мөмкинлектән ете мәрәй яулап, баш ҡалабыҙға әйләнеп ҡайтты. Дүшәмбелә ут күршебеҙҙең «Нефтехимик» командаhын ҡабул итәсәк.
    «СЮ» командаhының баш тренеры С. МИХАЛЕВ:
    – Хужаларҙың уйыны оҡшаны. Баш тренеры Борис Михайловты еңеүҙәре менән ҡотлайым. Үҙемдең тәрбиәләнеүселәремә үпкәм юҡ. Улар осор буйына тырышты. Әлеге лә баяғы бәхет беҙҙең яҡта булманы.
    Башҡа уйындарҙа ошондай һөҙөмтәләр булды: «Металлург» (Мг.) – «Нефтехимик» – 4:3 (өҫтәмә ваҡыт), «Спартак» – «Витязь» – 5:2.
    Н. ТИМЕРОВ.

    УЕФА Кубогы старт алды

    Европа майҙансыҡтарында УЕФА Кубогы өсөн тәүге осрашыуҙар булып үтте. Унда Рәсәйҙән өс клуб: «Мәскәү», ЦСКА һәм «Спартак» (Мәскәү) командалары ҡатнашты. Тәүгеһе үҙендә Данияның «Копенгаген» футболсыларын ҡабул итте һәм 1:2 иҫәбенә отолдо. ЦСКА менән «Спартак» иһә ситтән еңеү алып ҡайтты – «Славен Белупо» (Хорватия) – ЦСКА – 1:2, «Баник» (Чехия) – «Спартак» – 0:1.
    авторы: Нур | 20 сентября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәттән ун еңеү. Күҙ теймәһе ...
  • Оҙайлы сәфәргә – күтәренке кәйеф ...
  • Беренселек тамамланды
  • Һәр береһенең – үҙ маҡсаты
  • Аталы-уллы Михайловтар мөғжизә ҡыла алманы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru