Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондознамэ
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Кем аҡыллыраҡ
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Спорт яңылыҡтары Яңылыҡтар » Спорт
    Ҡыҙҙар етеҙерәк

    Биатлон буйынса донъя кубогының өсөнсө этабында Рәсәй йыйылма командаһы алты мөмкинлектән дүрт алтын миҙал яуланы. Башта шәхси беренселектә яҡташыбыҙ Максим Чудов менән Альбина Әхәтова финишҡа беренсе килеп, биатлон һөйөүселәрҙе ҡыуандырһа, йәш өмөтлө спортсыбыҙ Светлана Слепцова спринт бәйгеһендә иң етеҙе булып сыҡты. Һуңынан биатлонсылар эстафетала кемдең кемлеген иҫбатланы.
    Үкенескә күрә, ир-аттар яңыраҡ өлгәшкән уңыштарын ҡабатлай алмай, бишенсе урын менән генә ҡәнәғәтләнһә, ҡыҙҙарыбыҙ йәнә алтын миҙал яуланы.

    Аршавин «Арсенал»ға ярҙам итмәксе

    «Зенит» футбол командаһының алмаштырғыһыҙ һөжүмсеһе, шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы, билдәле Андрей Аршавиндың киләһе миҙгелдән Англия беренселегендә уйнай башлауы ихтимал. Ул «Арсенал» клубы менән килешеү өҫтөндә баш вата, сөнки донъялағы финанс көрсөгө спортҡа ла ҡағылмай ҡалманы. Шулай уҡ «Зенит»тың башҡа уйынсылары ла үҙ бәхетен ситтән эҙләмәксе. Әйтәйек, һаҡсы Ивица Крыжанц, ярым-һаҡсы Ли Хо, һөжүмсе Фәтих Текке һәм ҡапҡасы Камил Чонтофальски Санкт-Петербургты башҡа ҡалаға алмаштырырға булып киткән.

    Валуев «көслө», имеш

    Бокс буйынса профессионалдар араһында WВА версияһы буйынса чемпион титулы өсөн Рәсәй бокссыһы Николай Валуев, ринг ветераны, 46 йәшлек АҠШ спортсыһы билдәле Эвандер Холифилд менән осрашты һәм уны ныҡышмалы рәүештә, ҡайһы саҡ өҫтөнлөк итеп, судьялар ярҙамында еңде, тиһәк тә була. Ысынлап та, шулайҙыр, сөнки бәйгене ҡарарға килгән меңләгән халыҡ еңеүсене түгел, ә Холифилдты аяҡ өҫтө алҡышланы. Был, әлбиттә, Валуевҡа мәртәбә өҫтәмәне. Моғайын, Николайға «йоҙроҡ төйнәүселәр» киләсәктә табылыр әле.

    Күңелле каникул көтә

    Хоккей буйынса Евротурҙың икенсе этабы тамамланыу менән, КХЛ беренселеге йәнә оҙайлы юлын дауам итеп, осрашыуҙар уҙғарҙы. Мәскәүҙең «Динамо»һы үҙ майҙанында чемпионат аутсайдеры – «Химик» хоккейсыларын ҡабул итте һәм уларҙы 5:0 иҫәбенә отто. Шулай уҡ «Аҡ барс» командаһы ла, ҡунаҡта уйнауына ҡарамаҫтан, «Спартак»ты 6:1 иҫәбенә еңеп, ҡумтаһын ҡалынайта төштө. «Барыҫ» та Минскиҙан өс мәрәйгә байып ҡайтты.
    Кисә кис «Салауат Юлаев» командаһы Түбәнге Новгородта урындағы «Торпедо» хоккейсылары менән сәкәләште. Ғөмүмән, өфөләр ҡалған дүрт осрашыуҙы ла ситтә уҙғарасаҡ. Ә бына Яңы йылды үҙ майҙанынан башлап ебәрәсәк һәм һигеҙ уйын рәттән Өфө көйәрмәндәрен ҡыуандырыр, тип ышанғы килә.
    А. ИШМӨХӘМӘТОВА.
    авторы: admin | 27 декабря 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Юлаевсылар оҙайлы сәфәргә сыға
  • Евротур тамам. Чемпионат юлын дауам итә
  • Һуңғыһына хәле етеңкерәмәне
  • Спорт
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru