Иренгән эш һөймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Байрам менән!
  • Профсоюз берләштерҙе
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып... – 5 Яңылыҡтар » Спорт
    Әлеге ваҡытта дебют яһаусы Гагарин кубогының дүрт дивизионға бүленгән командалары араһынан ярымфиналға сығыусыларҙан Чернышовтың дивизионын ғына көслө тип әйтергә булалыр. Сөнки уларҙан «Аҡ барс» менән «Динамо» хоккейсылары ярымфиналға сығып, хәҙер төп приз өсөн үҙ-ара көрәшен дауам итә. Ә бына Харламов менән Тарасов дивизиондарынан берәр команда элитаға сыҡһа, Бобровтыҡылар, ярымфинал түгел, баштан уҡ төшөп ҡалып бөттө. «Салауат Юлаев» менән «Атлант» уйынсылары 1/8 финалда ятып ҡалһа, «Спартак» сирекфиналда тыпырсынып маташты.
    Шулай итеп, ярымфиналсылар үҙ-ара өсәр осрашыу үткәрҙе лә инде. «Динамо» уйынсылары тәүге алышта «Аҡ барс»ҡа ҡаршы бер ни ҡыла алмағас, икенсеһендә иһә өҫтәмә ваҡытта булһа ла еңеү яулап, дөйөм иҫәпте тигеҙләне һәм Мәскәүгә яҡшы кәйефтә ҡайтты. Тик Зиннәтулла Биләлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре баш ҡаланан буш ҡайтмаҫҡа килгән булған һәм, 0:1 иҫәбенә отоп, йәнә алға сыҡты. Кисә кис улар йәнә осрашты. Икенсе ярымфиналда ла уйындар бик көсөргәнешле бара. Унда ла хужалар беренсе бәйгелә ҡунаҡтарҙан көслөрәк булһа, икенсеһендә «Локомотив» ҙур тиҙлек алып, «Металлург»ты 6:1 иҫәбенә тар-мар итте. Ғөмүмән, был һөҙөмтәләргә ҡарағанда, ярымфинал уйындары бик көсөргәнешле булмаҡсы.
    Рәсәй беренселегенең юғары лигаһында ла 1/8 финал уйындары булып үтте. Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккейсылары «Ижсталь» командаһы менән осрашҡайны. Тәүге алышта яҡташтарыбыҙ, дәғүәсене отҡас, ҡалған өсәүһендә еңелергә мәжбүр булды һәм, ағалары кеүек, тәүге стадияла уҡ төп бәйгенән төшөп ҡалды.
    Н. ТИМЕРОВ.
    авторы: admin | 24 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ниһайәт, Касутинды оттоҡ...
  • Рига һәм Ржига...
  • Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып...
  • Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып...– 2
  • Гагарин кубогы «йыһаны»нда һигеҙ команда ҡалды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru