Илһамлы хеҙмәт - илгә ҡеүәт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Йондознамэ
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңы бейеклектәргә үрмәләү Яңылыҡтар » Спорт
    Яңыраҡ Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында залда туризм техникаһы буйынса өлкә ярышы үтте. Унда Арғаяш районының балалар ижады үҙәге исеменән Бәжекәй урта мәктәбе уҡыусыларынан торған «Меридиан» командаһы ҡатнашты.
    «Уҡыусылар, өлкә ярышында тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, уңышлы сығыш яһаны: Фәниә Мөжәғетдинова 3-сө йәштәр разряды нормативын үтәне, ә турист йырҙары бәйгеһендә беҙҙең команда 2-се урынды яуланы. Команда исеменән Арғаяш районының йәштәр комитетына, балалар ижады үҙәгенә, Нуркин ауыл биләмәһе хакимиәтенә, районыбыҙҙың мәғариф буйынса идаралығына ошо ярышҡа әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ләкин бәйгелә тағы ла уңышлыраҡ сығыш яһарға һәм призлы урындарҙы яуларға командаға мәктәптә туризм техникаһының иң мөһим ҡорамалы – альпинистик стенканың булмауы ҡамасауланы, – ти Бәжекәй урта мәктәбендәге туризм секцияһы етәксеһе һәм команда тренеры Амур Йәғәфәр улы Хәбибуллин. – Ярыштан ҡайтҡас, беҙ Нуркин ауыл хакимиәте етәксеһе Радик Әбделхай улы Сибәғәтуллин менән һөйләштек. Ул беҙгә «Владстройсервис» төҙөлөш фирмаһы етәксеһе, эшҡыуар Владислав Абдрафиҡ улы Вәлишинға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте».
    Күп тә үтмәй, Бәжекәй уҡыусылары өсөн бик мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиға була – мәктәп спортзалында альпинистик стенка асыла. Был белем усағы – районда туризм секцияһы эшләп килгән берҙән-бер мәктәп. Шуға ла кәрәкле ҡорамал йәш туристарға яңыса, профессиональ кимәлдә күнегеү мөмкинлеге биреүе менән әһәмиәтле.
    Тантанала иң башта стенканы алыуҙа ярҙам күрһәткән төп бағыусы Владислав Абдрафиҡ улына һүҙ бирелде. Ул уҡыусыларҙы ҡотлап, уңыштар теләгәндән һуң «Меридиан» командаһы уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар алдында сығыш яһаны. Ҡатнашыусыларҙың дистанцияны үтеүе сараның иң ҡыҙыҡлы һәм иң сағыу күренеше булды. Уҡыусыларҙың стенкаға менеүен күҙәтеп тороу альпинистың ҡаяға үрмәләүен күҙәтеү менән бер иш кеүек тойолдо. Дистанцияны үткәндә үҫмерҙәр үҙҙәренең бөтә күнекмәләрен һәм әҙерлеген күрһәтте. Тантана уҡыусыларҙың «Домбай вальсы» исемле туристар йырын башҡарыуы менән тамамланды.
    Балалар ошо ҙур булмаған саранан ҡыуанып ҡайтып киткәндән һуң, Владислав Абдрафиҡ улына бер нисә һорау бирмәйенсә булдыра алманыҡ:
    – Владислав Абдрафиҡович, үҙегеҙ менән таныштырһағыҙ ине?
    – Мин ябай эшселәр ғаиләһендә тәрбиәләнгәнмен. 2-се Арғаяш урта мәктәбен тамамлағандан һуң ике йыл Кавказда хеҙмәт иттем. Ҡайтҡас, өйләндем. Кәләшем Альбина менән өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
    – Ә хеҙмәт юлығыҙ тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
    – Тәүҙә – ябай төҙөүсе, һуңынан төҙөүселәр бригадаһын ойоштороп, бригадир булып эшләнем. Ә 2007 йылда үҙемдең «Владстройсервис» исемле төҙөлөш фирмаһын астым һәм бөгөн уның директоры булып эшләйем.
    – Ни өсөн Бәжекәй мәктәбенә альпинистик стенканы алыуҙа ярҙам итергә булдығыҙ?
    – Беренсенән, спорт менән профессиональ шөғөлләнмәһәм дә, уны бик яратам. Ә мәктәп уҡыусыларының туризм менән шөғөлләнеүе бик ҡыуаныслы. Беҙ, өлкәндәр, йәш быуындың сәләмәт тормош юлын һайлауын теләһәк, бындай башланғыстарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Икенсенән, минең өсөн төп маҡсаттарҙың береһе – ул эшебеҙ бар саҡта, ҡулыбыҙҙан килгәнсә мохтаж булғандарға ярҙам итеү. Бына шулай итеп, альпинистик стенканы алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙан баш тартманым.
    – Йәш спортсыларға нимә теләр инегеҙ?
    – Әлбиттә, һау булырға, яҡшы уҡырға һәм туризм менән шөғөлләнеүҙә яңы еңеүҙәр һәм уңыштар насип итһен.
    Бәжекәй мәктәбендәге альпинистик стенканың бейеклеге алты метр ғына булһа ла, уҡыусылар өсөн ул үҙ алдарына ҡуйған бейеклектәргә үрмәләүҙең беренсе баҫҡысы булыр, тип ышанабыҙ.

    Әҙилә САФИУЛЛИНА,
    Силәбе өлкәһе буйынса
    үҙ хәбәрсебеҙ.
    авторы: Нур | 20 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Турист һуҡмаҡтары алып бара Баймаҡҡа
  • Йәш эшҡыуарлыҡ мәктәбендә – яңы с ...
  • Яңы һулыш менән йәшәй ибрайҙар
  • Иң көслөләр ярышы
  • Силәбе өлкәhендә Йосоповтар милли көрәш ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru