Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Майҙанға иң көслөләр Яңылыҡтар » Спорт
    Майҙанға иң көслөләрСтәрлетамаҡ физик культура институты спорт комплексына республиканың иң көслө көрәшселәре йыйылды. Был милли көрәш буйынса турнирҙы БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БР Милли көрәш федерацияһы һәм Стәрлетамаҡ физик культура институты ойошторҙо.
    Милли көрәш Башҡортостанда киң билдәле. Бындай ярыштар төрлө тамашасыны йыя. Батырҙар алышы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Көрәш шуныһы менән дә ҡыҙыҡ: уның элементтары самбо кеүек башҡа ярыштарҙа ла ҡулланыла. Донъя, Европа, ил беренселектәренең даими уҙғарылғанын иҫәпкә алһаҡ, билбаулы көрәштең киләсәге ышаныслы.
    Әлеге республика турниры иһә 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо һәм башҡорт полководецы Ҡаһым Мырҙашев иҫтәлегенә арналды. Стәрлетамаҡ төбәге – Ҡаһым түрәнең тыуған яғы. Ике йөҙ йыллап ғүмер үтһә лә, яҡташтары уны онотмай.
    Ярыштарҙа республика район-ҡалаларынан барлығы 14 команда һынау тотто. Алыш 65, 75, 85, 100 килограмға тиклем һәм унан юғары ауырлыҡ төркөмөндә үтте. Еңеү­селәргә килгәндә, улар: Ауырғазы районынан Рушан Ильясов (65 кг) менән Илдар Килмөхәмәтов (75 кг), Өфөнән Илсур Ғибәҙуллин (85 кг) менән Роберт Исмәғилев (100 килограмдан ашыу). Ә Стәрлетамаҡ райо­нынан Илдар Моратов үҙ категорияһында ла (100 килограмға тиклем) еңеп сыҡты һәм абсолют чемпион исемен дә яуланы. Ҡаһым түрәнең яҡташы һынатманы, афарин! Барлыҡ еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, милли көрәш батыры миҙалы һәм дипломдар алды.

    Наилә ХАРРАСОВА.
    Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
    авторы: admin | 27 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Спорт – ул сәләмәтлек, спорт – ул матурлыҡ
  • Башҡортостан батырҙарына етеүсе булманы
  • Иң шәп көрәшселәр– Башҡортостанда!
  • Еңеүсе батырға – автомобиль
  • Донъя чемпионы – лейтенант Әлфиә Әлимғужина
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru