Ике уйла, бер эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Йондоҙнамә
  • Өс һөйләм менән
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кем кемлеген күрһәт Яңылыҡтар » Спорт
    УҘҒАН турҙа «Салауат Юлаев» хоккейсылары Санкт-Петербургта үҙ дивизионы лидерҙарының береһе – урындағы СКА командаһы менән осрашты. Уйын бик көсөргәнешле үтте. Сөнки, нисек кенә булмаһын, ике команда ла, көслө, тәжрибәле уйынсылар менән тулыланып, Гагарин кубогына төп дәғүәселәр булып һанала. Тағы килеп, быға тиклем улар­ҙың икеһе лә төп ваҡытта өсәр тапҡыр еңелеп, был йәһәттән дә күрһәткестәре тигеҙ була. Һәм бына ошо осрашыуҙа кемдең нимәгә торошло икәне иҫбатланды ла инде. Дөйөмләштереп әйткәндә, өфөләр дәғүәсенән күпкә көслөрәк күренде. Голдары ла урынлы булды. Быны уйындан һуң СКА хоккейсылары үҙҙәре лә раҫланы. Шулай итеп, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, Көнбайыш конференцияһы лидерын 5:3 иҫәбенә отоп, дүртенсе уйында рәттән матур еңеү яуланы. Голдарҙы өфөләрҙән Александр Пережогин, Андрей Таратухин, Александр Радулов һәм ике рәт Олег Твердовский индерҙе. Гол + пас системаһы буйынса юлаевсылар составынан әлегә Александр Радулов менән Сергей Зиновьев алдынғылыҡты бирмәй. Радулов ете шайба индереп, 13 тапҡыр гол индереүгә булышлыҡ иткән, Зиновьев иһә – 5 + 14. Һаҡсыларҙан Дмитрий Калининға етеүсе юҡ. Уның иҫәбендә – ете гол.
    Кисә кис «Салауат Юлаев» командаһы «Атлант» уйынсылары менән осрашты. «Атлант» иһә әлегә 25 мәрәй менән 12-се урында урынлашҡан.
    Ҡалған командалар ошондай иҫәпкә таралышты: «Северсталь» – «Локомотив» – 2:3, «Автомобилист» – «Лада» – 2:1, «Металлург» (Мг.) – «Аҡ барс» – 5:3, «Трактор» – «Нефтехимик» – 4:6, «Авангард» – «Витязь» – 1:2.
    Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы, КХЛ беренселегендә дүрт уйында отолғандан һуң, клуб етәкселеге баш тренер Евгений Попихинды отставкаға ебәрҙе. Йылы урын буш тормай, тигәндәй, уның урынына шунда уҡ өс йыл буйына «Салауат Юлаев» командаһын етәкләгән һәм уны 2007/08 йылдарҙа Рәсәй чемпионы исеменә алып барып еткергән билдәле тренер Сергей Михалевты тәғәйенләне. Уҙған миҙгелдә Өфө хоккей командаһы даими беренселекте уңышлы тамамлағандан һуң, плей-оффтың тәүге әйләнешендә үк мәсхәрәгә ҡалып, төп бәйгенән төшөп ҡалғайны. «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге ғәйепте «баш»тан табып, уны эшенән бушатты. Шунан һуң Михалевты күптәр Ҡаҙағстандың «Барыҫ» командаһында «баш» итеп күрҙе. Әммә улар үҙ-ара килешә алманы. Михалев үҙ сәғәтен көттө. Быйылғы миҙгелдә шулай уҡ Мәскәүҙең «Динамо»һы ла «баш»ын осорғас, уның урынында әлеге лә баяғы Михалевты күрҙеләр. Унан да саҡырыу килмәне. Һәм, ниһайәт, беҙҙең элекке «алтын» тренерыбыҙға ла эш табылды. Шулай итеп, Сергей Михайлев был юлы Түбәнге Новгород менән яңы үрҙәр яуламаҡсы.

    Н. ТИМЕРОВ.
    авторы: admin | 27 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ялға – күтәренке кәйефтә
  • Өфөләр еңеүен дауам итте
  • Етенсеһе булды, сиратта кем?..
  • Етенсеһе булды, сиратта кем?..
  • Өфөләр «бишле»нән башланы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru