Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Металл һәм таш
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Салауат Юлаев» юғары оҫталыҡ күрһәтте Яңылыҡтар » Спорт
    «Северсталь» командаһының баш тренеры А. ПЯТАНОВ:
    – Бөгөн «Салауат Юлаев»ты лайыҡлы еңеүе менән ҡотлағы килә. Беҙ урыны менән генә хоккей уйынына оҡшаған мәлдәр менән генә күңелебеҙҙе йыуата алабыҙ. Ә ҡалғанында өфөләр беҙгә хоккей уйнау буйынса мастер-класс күрһәтте. Дәғүәсенән күпте өйрәнергә кәрәк. Өфөләр бөтөнләй бит уйнарға ирек бирмәне. Юҡ, булманы түгел, булды беҙҙең дә мәлдәр. Тик дәғүәсе ҡапҡабыҙға дүртенсе шайбаны индергәс, тәрбиәләнеүселәрем уйнамаҫ булды.
    Бына шулай тип һығымта яһаны хужаларҙың баш тренеры. Һүҙ юҡ. Дөрөҫ фекер. Эйе, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре был осрашыуҙа, атлап йөрөп кенә, тиһәк тә, арттырыу булмаҫ, оҫталығы арҡаһында ете тапҡыр уңышҡа өлгәште. Уйында бөтөнләй көсөргәнеш булманы. Күнекмәгә сыҡҡан һымаҡ ҡына, төртөшмәй, йығылмай ғына беҙҙекеләр үҙенә кәрәкле еңеүҙе яуланы. Береһенән-береһе матур голдарҙы Игорь Григоренко, Александр Радулов, Сергей Зиновьев, Патрик Торесен, Кирилл Кольцов һәм ике тапҡыр Дмитрий Калинин индерҙе. Афарин!
    «Салауат Юлаев» юғары оҫталыҡ күрһәттеҒөмүмән, һуңғы уйындарҙа быйылғы миҙгелдә НХЛ-дан ҡайтып, өфөләр менән ике йылға килешеү төҙөгән һаҡсы Дмитрий Калинин (һүрәттә) хайран итә. Ул һөжүмселәрҙән ҡалышмаған мәргәнлеге менән маҡтана ала. Уйынсы иҫәбендә – 9 шайба. Калинин тыумышы менән Силәбе өлкәһенән. 16 йәшенән үк урындағы «Трактор» командаһында сығыш яһай. Унда ике миҙгел уйнағандан һуң көсөн НХЛ-да һынап ҡарамаҡсы була. 2000 йылда «Баффало Сэйбрз» клубының төп составында нығына. 2004/05 йылдарҙа НХЛ-да локаут булғанда, Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына яр­ҙамға килә. 2005 йылдан «Баффало Сэйбрз»да өс миҙгел уҙғарғас, 2008/09 йылдарҙа – «Рейнджерс», һуңынан «Феникс» командаларында ла сығыш яһай. Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы. Уның составында ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай. Шулай уҡ көмөш һәм бронза миҙалдарға ла эйә.
    Шулай итеп, ситтәге өс осрашыуҙан «Салауат Юлаев» командаһы 100 процент һөҙөмтә менән Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Иртәгә улар Ҡаҙағстандың «Барыҫ» хоккейсыларын ҡабул итәсәк. «Барыҫ» тигәндән, әлеге турҙа улар, юлаевсыларҙың юлын дауам итеп, «Атлант»ты 3:0 иҫәбенә отто.
    Ҡалған осрашыуҙар нисек тамамланды һуң? Ҡаҙандың «Аҡ барс»ы, ниһайәт, еңеү яуланы. Улар Новосибирскиҙа урындағы «Себер»ҙе 7:4 иҫәбенә отто. Магнитогорск командаһын туҡтатырлыҡ түгел. Был юлы «Спартак» уларҙың ҡыҙыу ҡулы аҫтына эләкте. Иҫәп – «Металлург» файҙаһына – 5:2. «Трактор» – «Локомотив» – 1:6, «Металлург» (Нк.) – «Лада» – 3:1, «Амур» – «Нефтехимик» – 2:1, «Автомобилист» – МВД ХК – 3:2 (буллит буйынса) иҫәбенә уйнаны.
    Н. ТИМЕРОВ.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Аҡылға ултырттылар
  • Юлаевсылар «Динамо»ларға һынау тота
  • Ялға – күтәренке кәйефтә
  • Юлаевсылар оҙайлы сәфәргә сыға
  • Зиновьев «Динамо»ға кәртә ҡуйҙы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru