Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яралы януар икеләтә ҡурҡыныс Яңылыҡтар » Спорт
    Аптыраҡ. Инде нисәнсе уйын «Салауат Юлаев» хоккейсылары, көйәрмәндәрен шөбһәләндерә. Башта дәғүәсегә еңел-елпе ҡарап, уйын дилбегәһен улар ҡулына тоттора ла, аҙаҡтан, аңына килеп, боҙ буйлап сабыуларға тотона. Әлеге үҙ боҙондағы уйында ла әллә ни көслө булмаған «Себер» командаһына өс яуапһыҙ шайба индерергә форсат бирҙе. Өфөләрҙең ҡапҡа һағында торған Виталий Колесникты ла ғәйепләп булмай. Сөнки команда уйнамай икән, ҡапҡасы нимә эшләһен?.. Шулай ҙа уның да ғәйебен танымай булмай. Әзмәүерҙәй кәүҙәһе менән яртылаш тиерлек ярты ҡапҡаны ҡаплаһа ла, еңел генә тоторҙай шайбаларҙы үткәрҙе. Ғөмүмән, Виталий әлегә Еременкоға алмаш түгел. Ә бына «Себер»ҙең ҡапҡасыһы, ысынлап та, үҙ фамилияһына тоғро ҡалды. Юлаевсылар күп тапҡыр Ключниковҡа «асҡыс» таба алмай ыҙаланды. Күпме мөмкинлек булды, юҡ инде, шайба ҡунаҡтар яғына бармай ҙа ҡуя, хет шартла…. Әлеге лә баяғы һуңғы осорҙа ғына өфөләр, үҙ уйынын табып, көскә иҫәпте тигеҙләй алды. Өҫтәмә ваҡытта ла, бәйгене буллитҡа ҡалдырмаҫ өсөн күпме тырышмаһын, хужалар уйынды ҡотҡарып ҡала алманы. Буллит тибеҙ, сөнки Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре был йәһәттән маҡтана алмай. Был юлы ла улар мәргәнлеген иҫбатламаны һәм Новосибирск уйынсыларына ике мәрәй бүләк итте. Ниш­ләйһең, баштан уҡ бәхет ҡошсоғон ҡулдан ысҡындырғас, һуңынан уны тотоуы ауыр. Шулай итеп, өфөләр үҙ майҙанында бер генә мәрәй булһа ла отоп, кәрәкмәгән еңелеү кисер­ҙе. Бөгөн улар Новокуз­нецкиҙың «Металлург» командаһын ҡабул итәсәк.

    Н. ТИМЕРОВ.

    «СЮ» командаһының баш тренеры В. БЫКОВ:
    – Әллә, аптырайым ул. Хәҙер инде нисәнсе уйын осрашыуҙы насар башлайбыҙ ҙа, һуңынан дәғүәсене баҫтырабыҙ, ҡыуалайбыҙ. «Спартак» менән булған хәлдән һуң тәрбиәләнеүселәрем менән һөйләшеү булды. Аңланылар шикелле. Юҡ, тағы ла шул уҡ хәл. Командам уйнаманы түгел, уйнаны, тик шайба ғына «Себер» ҡапҡаһына барманы. Ҡапҡасылары шәп торҙо, һүҙ юҡ.


    Көйәрмән фекере:
    – Миҙгел башында командабыҙҙың бер аҙ еңелеп алыуы файҙаға ғына. Ныҡлы уйынын тапһын әле. Яралы януар икеләтә ҡурҡыныс – тар-мар итәсәкбеҙ башҡаларҙы. Күрерһегеҙ әле.
    авторы: admin | 10 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Абыныуҙар башҡа
  • Етенсеһе булды, сиратта кем?..
  • Тир түгеп яуланған еңеү
  • Һәр береһенең – үҙ маҡсаты
  • Эҙләһәң, сәбәп күп, ә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru