Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • «Төндә атыр гөл»
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихынан Яңылыҡтар » Спорт
    ҠЫШҠЫ Олимпия уйындары йәйгеһенә ҡарағанда һуңлабыраҡ башлана. Тәүгеһе тик 1924 йылда була. Францияла уҙған уйындарҙа 16 илдән ни бары 300 спортсы ғына стартҡа сыға. Ҡатнашыусылар саңғы, конькиҙа йүгереү, бобслей, конькиҙа фигуралы шыуыу, хоккей буйынса көс һынаша. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса ғына үҙ-ара һынау тотҡан. Дүрт йылдан һуң Швейцарияла үткән уйындарҙа 25 илдән 500-гә яҡын спортсы ҡат­нашҡан. Был бәйгелә хатта ҡыш күрмәгән Аргентина, Мексика вәкилдәре лә үҙҙәрен һынап ҡараған. Сираттағы Олимпиаданы АҠШ ҡабул итә. Унда 17 илдән 300 спортсы килә. Икенсе Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан һуңғы уйындарҙы шул уҡ мәхшәрҙе башлаусы Германия үҙендә уҙғара. 1936 йылда 28 илдән 750-гә яҡын спорт һөйөүсе бәйгегә сыға. Бишенсе ҡышҡы уйындар һуғыштан һуң тик 1948 йылда ғына башланып китә. Швейцария 28 илдән 700 спортсыны алҡышлай. 1952 йылда ҙур спорт байрамы Норвегияла үтә. 1956 йылда Италияла СССР спортсыларына ла сират етә. Дебютта уҡ СССР командаһы уңышлы сығыш яһап, яулаған дөйөм миҙалдар һаны буйынса беренсе урынға сыға. 1960 йыл. АҠШ /31 ил, 700 спортсы/. 1964 йыл. Австрия /37 ил, 1100 спортсы/. 1968 йыл. Франция /37 ил, 1100 спортсы/. 1972 йыл. Япония /35 ил, 1000 спортсы/. 1976 йыл. Австрия /37 ил, 1000 спортсы/. 1980 йыл. АҠШ /37 ил, 1000 спортсы/. 1984 йыл. Югославия /49 ил, 1360 спортсы/. 1988 йыл. Канада /57 ил, 1400 спортсы/. 1992 йыл. Франция /64 ил, 1800 спортсы/. Ҡышҡы һәм йәйге уйындар бер үк йылда уҙғас, Олимпия комитеты уларҙы ике йылға айырып, 1994 йылда йәнә ҡышҡы Олимпия уйындары уҙғара. Ул Норвегияла була /67 ил, 1700 спортсы/. 1998 йыл. Япония /72 ил, 2000 спортсы/. 2002 йыл. АҠШ /77 ил, 2531 спортсы/. 2006 йыл. Италия /80 ил, 2663 спортсы/.

    Беҙҙең илдән был сарала 31 төбәктән 175 спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Улар ярыштарҙың бар төрөнән дә тиерлек стартҡа сығасаҡ. Тик, керлинг буйынса ғына ир-ат командаһы һынауға сыҡмаясаҡ.
    авторы: admin | 30 января 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Кока-кола», кетчуп һәм уйындар…
  • «Мин ярыштарға әҙер инем»
  • Уйындар бара, уңыштар булыр әле
  • Ике алтын да – Башҡортостан спортсыһында
  • Һаумы, Олимпиада!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru