Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Илдә булмаған ат
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Оят, мәсхәрә... Яңылыҡтар » Спорт
    Оят, мәсхәрә...«Көйәрмәндәребеҙ алдында ғәфү үтенәм. Тәрбиәләнеүселәремә дәғүәм юҡ, улар хәлдәренән килгәнсә уйнаны. Еңелеүебеҙҙә ғәйеплене эҙләү урынһыҙ. Әлбиттә, мин команданы Канадаға ҡаршы тейешенсә әҙерләп еткермәгәнмендер. Кимәл буйынса беҙ бөгөн дәғүәсенән күпкә түбәнерәк. Шуға күрә Канада лайыҡлы рәүештә беҙҙе еңде», – тине Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Канада уйынсылары менән осрашыуҙан һуңғы матбуғат конференцияһында.
    Эйе, уҙған төн Рәсәй йыйылма командаһы өсөн «ҡара» көн булды. Яҡташтарыбыҙ, осрашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ хужаларға бер нисек тә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, мәсхәрәле рәүештә ҙур иҫәпкә еңелде. Тәүге осор Канада хоккейсылары файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланған рәүештә лә, хәлде үҙ файҙабыҙға үҙгәртергә мөмкинлек бар ине. Тик Овечкин, Ковальчук Малкин, Дацюк кеүек «йондоҙ»ҙарыбыҙ, һанай китһәң, барыһы ла «йондоҙ»... Канадаға ҡаршы бер ни ҡыла алманы. Аптырарлыҡ.
    «Ике йыл буйына бер ил, тырышып-тырмашып, хоккей уйынын шәберәк уйнайбыҙ, тип һөрән һалып маташты. Ә бына мин, ябай ауыл малайы, беҙҙә, Канадала, шәберәк уйнайбыҙ, тип һанайым, һәм беҙ быға ирештек», – ти Канаданың баш тренеры Майк Бэбкок. Бына шулай.
    СССР, Рәсәйҙең хоккей командаларының, күптән «саған япраҡ»тарынан бындай мәсхәрәгә ҡалғаны булмай. 50 йыл элек Скво-Вэллиҙа уҙған Олимпия уйындарында СССР командаһы Канадаға 5:8 иҫәбенә отола. 1956 йылдан алып ҡышҡы уйындарҙа беҙҙең уйынсыларҙың дүртенсе урындан да түбән төшкәне булмай. Нишләйһең, тимәк, Ванкуверҙа ошолай яҙғандыр. Ғөмүмән, быйылғы Олимпия уйындары Рәсәй спортсылары өсөн уңышһыҙ булды. Алда беҙҙе Сочи көтә. Бәлки, үҙебеҙҙәге уйындарға хәлде яҡшырта алырбыҙ...
    Канаданан тыш, ярымфиналға АҠШ, Словакия һәм Финляндия хоккейсылары сыҡты. Словакия тигәндән, улар бушҡа ғына төркөм уйынында Рәсәйҙе отмаған икән. Ана шул ваҡытта уҡ команда етәкселегенә, һығымта яһап, үҙгәреш индерергә кәрәк булған да, тик һуң инде...

    Александр ОВЕЧКИН, һөжүмсе :
    – Бер уйын менән беҙҙе рәнйетмәгеҙ. Беҙ Канаданан көсһөҙөрәк түгел. Беҙҙең кимәл бер иш, тик улар бөгөнгө осрашыуға ғына әҙерлекле сыҡты. Тренерыбыҙ беҙҙе тынысландырып, үҙ уйыныбыҙҙы уйнарға ҡушты. Мөмкинлектәр ҙә булды, тик уларҙы файҙалана алманыҡ.
    Евгений НАБОКОВ, ҡапҡасы :
    – Осрашыуҙың көсөргәнешле буласағын беҙ алдан белдек. Тик былай уҡ булырын... Улар, ас бүреләр шикелле, беҙҙең ҡапҡаға ябырылды. Гол индереү менән туҡтап ҡалманылар, ә, киреһенсә, һөжүм артынан һөжүм ойошторҙолар. Уларҙы туҡтатып булмаҫ кеүек тойолдо. Бәлки, ғәйеп миндә лә барҙыр, әммә Канада беҙгә яҡшы һабаҡ бирҙе.
    авторы: admin | 28 февраля 2010 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Быныһы – аванс, Сочиҙа расчет булыр тип өмөтлә ...
  • Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Юлаевсылар Франция ҡапҡаһын «иләй»
  • Рәсәй – чемпион!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Гимранова (7 марта 2010 09:07)  
    русия батшахы хэм патриархтары спортсыларзы сукындырып, остэренэ тэре куйып (на команды поставили крест) ебэргэс шулай була инде. аптырап утырасы тугел.
    икенсенэн, командаларга эзерлек етмэй. аксаны бит бары тик чиновниктарга гына булэлэр. спортты устереу осон тугел.

    русия батшахы хэм патриархтары спортсыларзы сукындырып, остэренэ тэре куйып (на команды поставили крест) ебэргэс шулай була инде. аптырап утырасы тугел.
    икенсенэн, командаларга эзерлек етмэй. аксаны бит бары тик чиновниктарга гына булэлэр. спортты устереу осон тугел.
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru