Йүнһеҙ менән ағас ҡырҡма - өҫтөңә ауҙарыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сыңғыр
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Тантана
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балалар спортты яратһын Спорт, Мәғәриф
    Йылдан-йыл спартакиадаға яңы спорт төрҙәре өҫтәлеп тора. Быйыл уҡыусылар спорттың ун ике төрө – мини-футбол, гер спорты, милли көрәш, волейбол, бокс, саңғы ярыштары, полиатлон, шахмат, өҫтәл теннисы, баскетбол, еңел атлетика, лапта буйынса көс һынаша.
    Көрәш һәм гер спорты буйынса һөҙөмтәләр яһалған да инде. Салауат районы, Өфө ҡалаһының Октябрь районы һәм Мәләүез ҡалаһы командалары көрәш буйынса үҙ номинацияларында еңеүселәр булды. Гер күтәреүселәр араһында Ҡариҙел районы, Октябрьский һәм Бөрө ҡалалары командалары көслө булыуын иҫбат итте.
    – Спартакиаданың маҡсаты – балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм урындарҙа талантлы балаларҙы асыҡлау, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов. – Сөнки бөтә райондарҙа ла Олимпиада үҙәктәре юҡ, һәләтле балалар күренмәй ҡала.
    Әммә ҡайһы бер райондарҙа был спартакиадаларға иғтибар биреүселәр юҡ. Балалар еңеү шатлығынан мәхрүм ҡала, тигән һүҙ был. Әйтәйек, берләштерелгән район һәм ҡала хакимиәттәренән саңғы ярыштарында финалда Баймаҡтан – 9 ҡыҙ, 8 егет, Бәләбәйҙән – 3 ҡыҙ, 7 егет, Белореттан – 2 ҡыҙ, 2 егет, Бөрөнән – 5 ҡыҙ, 9 егет, Дәүләкәндән – 10 егет, Дүртөйлөнән – 8 ҡыҙ, 6 егет, Ишембайҙан – 7 ҡыҙ, 3 егет, Мәләүездән – 6 ҡыҙ, 4 егет, Туймазынан – 4 ҡыҙ, 5 егет, Учалынан – 1-әр ҡыҙ һәм егет, ә бына Яңауылдан, Благовещендан бөтөнләй бер уҡыусы ла ҡатнашмаған.
    Ауыл райондары араһында Әбйәлил районының егеттәр командаһы зонала – 1-се, финалда – 8-се, ҡыҙҙар командаһы – зонала – 2-се, финалда 13-сө урынды яулаған;
    Әлшәй районы егеттәре – зонала 2-се, финалда 15-се, ҡыҙҙар иһә зонала – 1-се, финалда 11-се урында;
    Архангел районы: егеттәр зонала – 5-се, ҡыҙҙар – 7-се;
    Асҡын районы: егеттәр зонала – 7-се, ҡыҙҙар – 7-се;
    Ауырғазы районы: егеттәр – 4-се, ҡыҙҙар – 4-се;
    Баҡалы районы: егеттәр зонала – 1-се, финалда – 9-сы, ҡыҙҙар зонала – 1-се, финалда – 2-се;
    Балтас районы: егеттәр зонала – 6-сы, ҡыҙҙар – 5-се;
    Балаҡатай районы: егеттәр зонала – 5-се, ҡыҙҙар – 3-сө;
    Бишбүләк районы: егеттәр зонала – 4-се, ҡыҙҙар – 3-сө;
    Благовар районы: егеттәр зонала – 6-сы, ҡыҙҙар – 4-се;
    Бүздәк районы: егеттәр зонала – 5-се, ҡыҙҙар – 6-сы;
    Борай районы: егеттәр зонала– 5-се, ҡыҙҙар – 6-сы;
    Бөрйән районы: егеттәр зонала– 3-сө, ҡыҙҙар – 4-се;
    Ғафури районы: егеттәр зонала – 3-сө, финалда – 13-сө, ҡыҙҙар зонала – 2-се, финалда – 5-се;
    Дыуан районы: егеттәр зонала – 2-се, финалда – 5-се, ҡыҙҙар зонала – 4-се;
    Йәрмәкәй районы: егеттәр зонала – 3-сө, ҡыҙҙар – 2-се, финалда – 10-сы;
    Ейәнсура районы: егеттәр зонала – 2-се, финалда – 10-сы, ҡыҙҙар зонала – 1-се, финалда – 7-се;
    Йылайыр районы: егеттәр зонала – 4-се, ҡыҙҙар – 3-сө;
    Иглин районы: егеттәр зонала – 7-се, ҡыҙҙар – 5-се;
    Илеш районы: егеттәр зонала – 2-се, финалда – 7-се, ҡыҙҙар зонала – 2-се, финалда – 14-се;
    Ҡалтасы районы: егеттәр зонала – 1-се, финалда – 2-се, ҡыҙҙар зонала – 1-се, финалда – 1-се;
    Ҡариҙел районы: егеттәр зонала – 4-се, ҡыҙҙар – 4-се;
    Ҡырмыҫҡалы ра­йоны: егеттәр зонала – 6-сы, ҡыҙҙар – 6-сы;
    Ҡыйғы ра­йоны: егеттәр зонала – 4-се, ҡыҙҙар – 5-се;
    Краснокама районы: егеттәр зонала – 6-сы, ҡыҙҙар – 3-сө;
    Күгәрсен районы: егеттәр зонала – 3-сө, ҡыҙҙар – 5-се;
    Кушнаренко районы: егеттәр зонала – 3-сө, ҡыҙҙар 6-сы;
    Көйөргәҙе районы: егеттәр зонала – 4-се, ҡыҙҙар – 3-сө;
    Мәсетле районы: егеттәр зонала – 1-се, финалда – 14-се, ҡыҙҙар зонала – 1-се, финалда – 9-сы;
    Мишкә районы: егеттәр зонала – 2-се, финалда – 3-сө, ҡыҙҙар зонала – 2-се, финалда – 3-сө;
    Миәкә районы: егеттәр зонала – 2-се, финалда – 6-сы, ҡыҙҙар зонала – 1-се, финалда – 6-сы;
    Нуриман районы: егеттәр зонала – 2-се, финалда – 4-се, ҡыҙҙар зонала – 3-сө;
    Салауат районы: егеттәр зонала – 3-сө, ҡыҙҙар – 2-се, финалда – 8-се;
    Стәрлебаш районы: егеттәр зонала –1-се, финалда – 11-се, ҡыҙҙар зонала – 2-се, финалда – 12-се;
    Стәрлетамаҡ районы: егеттәр зонала – 5-се, ҡыҙҙар – 4-се;
    Тәтешле районы: егеттәр зонала – 3-сө, ҡыҙҙар – 3-сө;
    Өфө районы: егеттәр зонала – 1-се, финалда – 1-се, ҡыҙҙар зонала – 1-се, финалда – 4-се;
    Федоровка районы: егеттәр зонала – 6-сы, ҡыҙҙар – 6-сы;
    Хәйбулла районы: егеттәр зонала – 5-се, ҡыҙҙар – 5-се;
    Саҡмағош районы: егеттәр зонала – 5-се, ҡыҙҙар – 5-се;
    Шишмә районы: егеттәр зонала – 1-се, ҡыҙҙар – 5-се, финалда – 12-се;
    Шаран районы егеттәре зонала – 4-се, ҡыҙҙар 4-се урынға эйә булған.
    Ҡала һәм райондар араһында Күмертау командаһында 5 ҡыҙ, 1 егет, Межгорьенан – 3 ҡыҙ, 2 егет, Нефтекаманан – 11 ҡыҙ, 9 егет, Октябрьскийҙан – 1 ҡыҙ, 3 егет, Сибайҙан – 10 ҡыҙ, 11 егет, Стәрлетамаҡтан – 7 ҡыҙ, 5 егет, Өфө ҡалаһының Дим районынан – 9 ҡыҙ, 8 егет, Калинин районынан – 8 ҡыҙ, 4 егет, Киров районынан – 4 ҡыҙ, 6 егет, Ленин районынан – 6 ҡыҙ, 10 егет, Октябрь районынан – 2 ҡыҙ, 7 егет ҡатнашҡан. Ә бына Орджоникидзе һәм Совет райондарынан, шулай уҡ Ағиҙел, Салауат ҡалаларынан бер уҡыусы ла килмәгән.
    Республика мәктәп-интернаттары, лицей һәм гимназияларының балалар спорт клубтары командалары составында Белорет лицей-интернатынан 8 егет, 5 ҡыҙ, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатынан 4 егет, 2 ҡыҙ, Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернатынан 7 егет, 11 ҡыҙ, 3-сө республика башҡорт гимназия-интернатынан 11 егет, 10 ҡыҙ, Сибай гимназия-интернатынан 2 егет, 8 ҡыҙ, республика кадеттар мәктәп-интернатынан 5 егет, 7 ҡыҙ, К. Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатынан 10 егет, 6 ҡыҙ, республика иҡтисад лицей-интернатынан 12 егет, 9 ҡыҙ, республика 5-се спорт профилендәге урта дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан 9 егет, З. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатынан 14 егет, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатынан 13 егет, 12 ҡыҙ, Дыуан ра­йоны республика лицей-интернатынан 1-әр егет һәм ҡыҙ, республика политехник лицей-интернатынан 6 егет, 4 ҡыҙ ярышҡан.
    Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
    авторы: admin | 1 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уҡыусылар әҙер, ә журналистар?
  • Көс һәм таһыллыҡ ярышты
  • Шинель кейер алдынан
  • Беҙҙең армия яңғыҙ түгел, уны ...
  • Әрме – 2008
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru