Булмаҫ эште телгә алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дәрестә
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сибайса триатлон Яңылыҡтар » Спорт
    Сибайса триатлонСибайса триатлондың тәртибе ошолай: Төйәләҫ йылғаһын йөҙөп сығыу, артабан велосипедтарҙа алты саҡрым уҙышып барып, һуңынан өс саҡрымға йүгереү. Береһе генә лә хәлде бөтөрөрлөк был спорт төрҙәрендә тик көслө рухлылар ғына ҡатнашырға йөрьәт итәлер, күрәһең – быйылғы чемпионатта биш ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ ғына ҡатнашты. СИБДУ-ның V курсы студенты Йәлил Сәйетовтан башҡаһы триатлон ярыштарында ике, өс, хатта унан да күберәк тапҡыр ҡатнашыусылар.
    Беренсе бәйге – йөҙөү. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Радик Ғәбитов барлыҡ ҡатнашыусылар­ға ҡыҫҡаса ҡағиҙәләрҙе аңлатҡандан һуң, барыһы ла Төйәләҫ йылғаһының аръяҡ ярына сығып теҙелеп баҫты. Стартҡа, марш!
    Яр буйында дежурҙа торған ҡотҡа­рыусыларға ишкәктәрен һыуға сылатыр­ға тура килмәне – бәйгеселәр бирьяҡ ярға тиҙ арала үҙ аллы йөҙөп тә сыҡты. Яҡынса 200 – 250 метр араны беренсе булып Нефтеюганскиҙан килгән Илдар Ғатауллин үтте. 16 йәшлек үҫмергә бының өсөн ни бары дүрт минут та егерме секунд ваҡыт етте! Икенсе һәм өсөнсө урынды Рауил Юлдыбаев менән Илнуз Ҡотоев яуланы.
    Триатлонда ваҡыттың һәр мәле ҡәҙерле, шуға ла спортсылар, кибенеп тә тормай, нисек бар шулай яр буйында торған велосипедтарына ултырып, бәйгенең икенсе төрөнә – велоуҙышҡа төшә торҙо. Артта – байтаҡ хәлде алған Төйәләҫ, алда – Сибай балалар ижады үҙәгендә тамамланған алты саҡрымлыҡ дистанция...
    Машина менән велоуҙышсылар артынан ҡуҙғалабыҙ. Тыҡрыҡтарҙа, боролоштарҙа тороусы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре бәйгеселәргә юл өҫтөнлөгө биреүҙе тәьмин итеп тора. Шуға күрә велосипедсылар иркен юлдан алға елә генә. Беҙҙең маҡсат – уларҙы финишта ҡаршы алыу, шуға алдан китәбеҙ.
    Төйәләҫтән беренсе йөҙөп килеп сығыусы Илдарҙың велоуҙышта ла еңеүсе булырына ныҡ өмөтләнгәйнем. Үкенескә күрә, ул Илнуз Ҡотоев, Артур Сафин, Рауил Юлдыбаев һәм Эльдар Сафиндан һуң, финишҡа ни бары бишенсе булып килеп етте. Ни өсөн тигәндә, барыһы ла ҡайҙандыр спорт һәм уҙыш велосипедтарын хәстәрләгән, ә Илдар «Салют» тибындағы ябай велосипедта бәйгегә сыҡҡан... «Былтыр ҙа Төйәләҫте беренсе йөҙөп сығып, шул махсус спорт велосипеды юҡлығынан ғына артта ҡалды улым, – тип үрһәләнде Илдарҙың әсәһе Рәхимә апай. – Нефтеюганскиҙа велосипеды бар ҙа ул».
    Һыуҙан уҡ ярайһы уҡ әлһерәп килеп сыҡҡан бәйгеселәргә алты саҡрымлыҡ велоуҙыш хәл өҫтәмәгән, ахыры: өс саҡрымлыҡ йүгереү дистанцияһына төшөүселәр аяҡтарын саҡ-саҡ алмаштырып баҫып юрғалай ине. Шулай ҙа береһе лә дистанциянан төшмәне, хатта триатлондың чемпионы асыҡланғас та. Бына, исмаһам, ихтыяр көсө!
    22 йыллыҡ тарихы булған чемпионаттың 21 йылында «Тимер кеше» титулын йөрөтөүсе Ринат Хәмитов берәүҙе лә алдына сығармай, еңеү яулай торған булған. Быйыл, уның вафатынан һуң, Сибай триатлонының тарихында икенсе тапҡыр чемпион исеменә Артур Сафин эйә булды. Икенсе урынды – Илнуз Ҡотоев, өсөнсөнө Рауил Юлдыбаев яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан өсөнсө йыл рәттән иһә берҙән-бер бәйгесе – Ирина Мугатарова – чемпион булып килә.
    Ярыштар тамамланғас, Сибай ҡала хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Радик Ғәбитов барлыҡ бәйгеселәргә лә еңеүгә ынтылыштары, ихтыяр көсө өсөн рәхмәт әйтеп, тәбрикләне. Еңеүселәргә ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары һәм аҡсалата бүләк тапшырылды.

    И.ҠАНСУРИН.

    Тамашасы фекере
    Айрат:
    – Сибай триатлонын тәүге йыл тамаша ҡылдым. Бәйгеселәр маладис – шундай ауырлыҡтарҙы үтеп сыҡтылар. Илдар Ғатауллин өсөн көйәләнеп торам әле – юҡ ҡына сәбәп – велосипед арҡаһында артта тороп ҡалды. Киләһе йыл үҙем дә ҡатнашырға уйлап ҡуйҙым әле – йөҙөү менән ныҡлап шөғөлләнгәндә, хәлдән килерлек эш.
    Ғөмүмән, был ярышҡа тамашасылар, бағыусылар, ҡатнашыусыларҙы күберәк йәлеп итергә кәрәк.
    авторы: admin | 27 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йырҙарың күп һинең, моңдарың к ...
  • Еңеүгә табан!
  • Ирәндектә балҡыны ынйылыр
  • Ихтыяр, рух көсө сыҡты бөгөн бәйгег ...
  • Сибайҙы тетрәткән өс көн,
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru