Иртә торһаң - уңырһың, кискә ҡалһаң - туңырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Кока-кола», кетчуп һәм уйындар… Яңылыҡтар » Спорт
    Бынан 30 йыл элек беҙҙең илдә, йәғни Советтар Союзында, ХХII йәйге Олимпия уйындары үтте. Ярыштар 19 июлдән 3 авгусҡа тиклем барҙы. Ҙур спорт байрамында 81 илдән бөтәһе 8304 кеше (шуларҙың 5748-е – спортсы) ҡатнашты. 21 төр буйынса спорт ярыштарынан 203 комплект миҙал уйнатыла. Уны 111 ил халҡы телевидение аша күҙәтте.
    Олимпия уйындары алдынан, 1979 йылдың декабрендә, Афғанстандағы ыҙғыш арҡаһында, СССР Хөкүмәте был илгә ярҙам ниәтенән унда беҙҙең ғәс­кәрҙәрҙе индерә. Быға күп илдәр ҡаршы була һәм, уйындарға бойкот иғлан итеп, Олимпиадала ҡатнашыуҙан баш тарта. АҠШ, ГФР, Япония, Ҡытай кеүек алдынғы илдәр спортсыларын бөтөнләй ярышҡа ебәрмәй. Ә бына Бөйөк Британия, Австрия һәм башҡа көнбайыш илдәр, рәсми рәүештә ҡатнашмаһа ла, теләгән спортсыларға Мәскәүгә барыр­ға ризалыҡ бирә.
    15 көн буйына барған ярыштарҙа 36 илдең атлеттары призерҙар исемлегенә инә. Совет спортсылары, ярыштарҙың бар төрөндә лә ҡатнашып, үҙ тарихында ҙур уңыш ҡаҙана. Улар бөтәһе 197 миҙал яулай. Шуның 80-е – алтын, 69-ы – көмөш һәм 46-һы – бронза миҙал.
    Бигерәк тә миллионлаған халыҡтың иҫендә Олимпиаданы ябыу тантанаһы ҡалғандыр. Унда Олимпия уйындарының талисманы – бәһлеүән «айыу»ҙы, төҫлө шарҙарға бәйләп, һауаға осоралар. Ул, ҡулы менән һаубуллашып, күҙҙән юғал­ғансы күккә менә.
    Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, «айыу» алыҫ оса алмай, ҡайҙалыр Мәскәүҙең бер районында барып төшә һәм уны нин­дәйҙер һарайға алып барып һалалар. Йылдар үтә бара онотола һәм шунда ятып серей.
    Мәскәүҙәге уйындар арҡаһында совет кешеһе үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр джинсы салбарҙы, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаны күрә. Тәүгә «кока-кола» эсемлеген, кетчуп һәм Көнбайыш илдәренең башҡа тәм-томдарын татып, хайран ҡала. Магазин кәштәләре ул ваҡытта дефицит ашамлыҡтарҙан һығылып тора. Бер ҡайҙа ла сират булмай. Ғөмүмән, совет кешеһенең күҙе асыла. Һәм башлана ла инде Көнбайыш әйберенә «һунар»…

    А. ИШМӨХӘМӘТОВА.

    Олимпия уйындарында ҡатнашҡан иң өлкән спортсы – Болгариянан килгән 70 йәшлек Красимир Крастев.
    Иң йәше – 13 йәшлек Ангола йөҙөүсеһе Жорже Лима.
    Иң күп миҙалды СССР гимнасы Александр Дитятин (һүрәттә) яулай (3 алтын, 4 көмөш, 1 бронза). Шулай уҡ 3-әр алтын миҙалды йөҙөүҙә Владимир Сальников, кәмәлә ишеүсе Владимир Парфенович ала.
    Уйындарға иң арзан билет 30 тин тора.
    авторы: admin | 27 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уйындар бара, уңыштар булыр әле
  • Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихынан
  • Олимпиада көндәлеге
  • Олимпиада көндәлеге
  • Һаумы, Олимпиада!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru