Изге ниәт менән башланған эштең ахыры хәйерле булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Хорау-яуап
  • Дайджест
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух! Яңылыҡтар » Спорт
    Өфөлә ошо ялда сәғәт 12-лә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы»на старт бирелде. Был халыҡты иң күп йәлеп иткән һәм һәр ҡалала уҙған спорт сараһы Башҡортостанда етенсе йыл рәттән үткәрелә. Уны йыл да Өфө ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса комитеты һәм БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора.
    «Милләттәр кросы» – республика тормошондағы социаль әһәмиәткә эйә булған сара булып тора һһм халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе һәм балаларҙы физик культураға йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ҙур роль уйнай. Кросс йүгереү халыҡты тағы ла шуныһы менән үҙенә йәлеп итә: уның тәғәйен ҡағиҙәләре юҡ.
    Быйыл баш ҡалала ойошторолған спорт байрамы программаһы үҙ эсенә 1000 метрға VIP-йүгереүҙе, уҡыусылар өсөн айырым йүгереүҙе, вуз, ссуз студенттары һәм баш ҡала ойошмалары һәм предприятиелары өсөн йүгереүҙе алды. Беҙҙең фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, Өфөлә үткән был шәмбе сараһында төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашып, йән һәм тән ҡәнәғәтлеге алды, дуҫтары менән аралашты, фотоға төштө, башҡаларға ҡараны һәм үҙен күрһәтте. Хатта көн дә, нәҡ ошо халыҡ байрамы өсөн кеүек ине тиерһең: күңелде наҙлап, күктән ҡояш йылмайҙы, битте һәм сәстәрҙе иркәләп, еләҫ ел иҫте, һауа көҙгөсә һалҡынса һәм саф ине.
    «Милләттәр кросы – 2010» шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Туймазы, Белорет, Октябрьский, Сибай, Күмертау ҡалаларында ла уҙҙы.
    Т.АМАНОВ.
    авторы: admin | 26 мая 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Нефтселәр байрам бүләк итте
  • Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте
  • Көс һәм таһыллыҡ ярышты
  • Ярыш, ярыш...
  • Йән-фарман – сәләмәтлеккә табан...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru