Ҡар өҫтөндә ҡарға тиҙәге лә табылмай (эшеңде ваҡытында эшлә).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Хужабикәгә кәңәш
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алыш Уйында ҡатнашыусы күҙлегенән Яңылыҡтар » Спорт
    Алыш  Уйында ҡатнашыусы күҙлегенәнБындай уйынды төштә генә күрергә мөмкин. Фидан Ғафаров етәкләгән Айҙар Ғәлимов, Ғәзим Ильясов, Радик Динәхмәтов кеүек билдәле йырсыларҙан торған командаға ҡаршы футбол уйнаясаҡһың, тип бер ай элек берәй күрәҙәсе әйтһә, эсте тырнап көлөр инем, биллаһи. Тик ундай күрәҙәсе булманы, ә уйын булды. Яҙмыштың мәрхәмәте, бүләге тип ҡабул итәйек. Ни тиһәң дә, «йондоҙ»ҙар менән гелән генә ҡосаҡлашып та, этешеп-төртөшөп тә, аяҡ салып өймәкләшеп тә... йөрөп булмай.
    Бөтәһе лә беҙҙән шоу көттө. Шунда туп тибеп маташырҙар, шартына килтереп футбол тигән уйын күрһәтерҙәр, майҙанда гол индереп, яһалма һөйөнгән булырҙар, тип өмөтләнде. Бәхеткә күрә, өмөттәре аҡланманы. Ә, киреһенсә, көткән ышаныстары ташып, түгелеп китте.
    Уйын алдынан, ун көн элек берҙән-бер күнекмә булды. Үҙ-ара уйнап ҡараныҡ. Шунда уҡ һәм һуңынан уйында ла мине ике нәмә аптыратты һәм һоҡландырҙы: беренсеһе – йырсыларҙың да, журналистарҙың да бер-береһенә асыҡ һәм ихтирамлы булыуы, икенсеһе – йырсыларҙың «туп теле»н арыу уҡ һупалауы (журналистарҙың һәйбәт уйнауын былай ҙа практикала белә инем). Шуға алыштың уйын-шоу ғына булмауын шунда уҡ аңлағайныҡ. Ҡул һелтәп ҡараһаң, мәсхәрәгә ҡалыуың да бар ине. «Аргентина – Ямайка» йырындағы кеүек.
    Күнекмәлә Айҙар Ғәлимов – Азамат Ғафаров «связка»һы ҡурҡыныс тойолдо, дүрт һөжүмдең икәүһе гол менән тамамланғайны. Һаҡсылары улай уҡ быуынды ҡалтыратырлыҡ түгел ине, Сәғиҙулла менән Зөл­ҡәрнәевтарҙың оҙон аяҡтары ҡамасаулауы бик ихтимал ине, тик беҙҙең һөжүмселәр етеҙерәк күренде. Беҙгә еңеүгә өмөт биргәне – уларҙың тотороҡло ғына ҡапҡасылары булмауы. Ғәзим Ильясовты Илмир Ғәзизуллин да, Сәғиҙулла ла алмаштырып ҡараны, тик ҡапҡалары «тишек» һымаҡ ине... Ҡыҫҡаһы, күнекмәнән бер-беребеҙ тураһында ярайһы уҡ мәғлүмәт йыйҙыҡ.
    Уйын башҡасараҡ төҫ алды. Тәүге осорҙа беҙ, журналистар, алға киттек. Тиҙ үк өс гол индереп ташланыҡ. Еңеүебеҙгә шик тә юҡ ине. Йырсылар судья ярҙамы менән иҫәпте минимумға тиклем ҡыҫҡартты.
    Икенсе осорҙа тренерыбыҙ, билдәле спорт тележурналисы Максим Балобанов, һаҡта бер генә уйынсыны ҡалдырып, барыбыҙға ла алға китергә ҡушты, голдар күберәк булған һайын тамашасыларға күңеллерәк булыр, йәнәһе. Булды булмай ни, шап, үҙебеҙгә – ике гол. Баяғыса уйнап, йәғни ике һөжүмсене алға ебәреп, артта бер ярымһаҡсы һәм ике һаҡсы менән нығынғанда, хәлде яйға һалырға мөмкин булыр ине лә, тик йырсыларҙың баш тренеры Фидан Ғафаров баш әйләнерлек аҙым яһаны – уйын аҙағында алышҡа ике көслө уйынсыны ташланы. Берҙән, ҡапҡаға йылғыр һәм сос Радик Динәхмәтовты ҡуйһа, һөжүмгә, «легионер» тип, Африканан килгән негрҙы майҙанға сығарҙы. Тәүгеһе һеләүһен кеүек осоп килгән һәр тупты тотоп шаҡ ҡатырһа, икенсеһе һәр саҡ һөжүмгә ынтылып торған Айҙар Ғәлимовҡа шәп иптәш булды ла ҡуйҙы. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, туп тағы ике тапҡыр беҙҙең ҡапҡаны иңләп сыҡты.
    Хет Иосиф Кобзон менән Аршавин булмаймы икән, уйын ҡомары, еңеү теләге барыһын да оноттора. Тик йырсылар менән алда һөйләшкән килешеү, йәғни аяҡҡа типмәҫкә, «грубый» уйнамаҫҡа тип алған һүҙ нисектер онотолмай. Ой, еңелә башлағанда аяҡтарына ғына түгел, башҡа урындарына... типке килеп китһә лә, дәғүәселәр менән ҡосаҡлашҡан, публикаға ҡарап йылмайған булаһың.
    Уйын аҙағында «йондоҙ»ҙар арыр, бирешер, тип уйлағайныҡ та, тик йырсылар физик йәһәттән бик көслө булып сыҡты – иҫәпте тигеҙләй алманыҡ. Шулай итеп, 6:4 иҫәбенә еңелдек.
    Уйын тамамланғас, Азамат Моратов (БСТ-ла хоккей уйындары комментаторы) менән ҡаталар­ҙы сисеп, ялан аяҡ килеш йәшел үләндә тын алып ултырабыҙ.
    – Бөгөн футбол, иртәгә – хоккей, – тим, комментаторҙың комментарийына өмөтләнеп.
    – Эйе, Астанала Быков менән Хомутов алышы, Омскиҙа Клепиш менән Пережогин һуғышы, – тип ҡуйҙы тележурналист. Дөрөҫ, ҡасандыр данлыҡлы хоккейсы Быков менән Хомутов бер звенола уйнағайны, бөгөн тренер­ҙар. Пережогин, «Салауат Юлаев»та уйнап, Омскиға ҡайтты, ә Клепиш, киреһенсә, «Авангард»тан Өфөгә күсте.
    – Бөгөн дә алыш хәтәр булды ла баһа. Пеле менән Марадона көнләшерлек.
    – Тағы ла Пушкин менән Лермонтов та булһа...
    – Һәм Медведев менән Путин... – рәхәтләнеп көлөштөк. Еңелһәк тә, рәхәт ине беҙгә. Иҫтәлекле ваҡиғаның үҙәгендә ҡайнағаныбыҙҙы аңлай инек шикелле.

    Мөнир ҠУНАФИН.
    авторы: admin | 13 сентября 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме?
  • «Салауат»тың «ат»ын ҡороҡланылар
  • Беҙ таҙа уйын, дуҫтарса еңеү яҡлы
  • Швеция боҙон һынаны
  • Лидер тәүгә мәрәйҙәрен юғал ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru