Башлы кеше ташты аш итер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Рәсәй көнө менән!
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Салауат Юлаев» – тәүге баҫҡыста Яңылыҡтар » Спорт
    Рәсәйҙең хоккей буйынса чемпионатының 55-се турынан һуң өс әйләнештәге марафондың лидеры асыҡланды. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы – регуляр чемпионаттың еңеүсеһе. Суперлиганың тәүге көндәренән беренсе урынды биләп килгән юлаевсылар плей-офф уйындарына тиклем беренселекте бирмәне. Афарин! Был ҡыуаныслы ваҡиға Башҡортостан хоккейы тарихында беренсе тапҡыр күҙәтелә.
    Бөгөн «СЮ» үҙ боҙонда турнир таблицаһының икенсе урынын биләгән «Металлург» (Мг) командаһын ҡабул итә. Ә бына чемпионаттың өсөнсө урыны «вакансияһы» әлегә асыҡ. Уға СКА, ЦСКА, «Локомотив», «Химик» һәм «Аҡ барс» дәғүә итә.
    Юлаевсылар плей-оффты 4 мартта үҙ боҙонда башлаясаҡ. Әлегә 1/8 финалда уйнаясаҡ дәғүәсе билдәле түгел, моғайын, был команда 57-се турҙан һуң ғына, йәғни 1 мартта асыҡланыр. Хоккей командаһы сайтында көйәрмәндәр фекеренә күҙ һалһаң, улар, әлбиттә, беренсе дәғүәсе итеп «Амур», «Витязь» командаларын күрергә теләмәй, ә ҡалғандар «СЮ» өсөн уңайлы.
    Профессионалдарға уңайлы, уңайһыҙ дәғүәсе юҡ, бары тик сифатлы уйын күрһәтергә кәрәк, ти команда етәкселеге. Шулай булғас, иң көслө хоккейсыларҙы, бөгөн иң шәп тәрбиәләнеүселәрен туплаған «Салауат Юлаев»ҡа уңыштар теләйек. «Алдан ҡысҡырған кәкүктең...» тип әйтерлек булмаһын. Ышанысты аҡла, яратҡан командабыҙ!
    Т. АМАНОВ.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Батырға ла ял кәрәк
  • Батырға ла ял кәрәк
  • Батырға ла ял кәрәк
  • Беренселек тамамланды
  • Аталы-уллы Михайловтар мөғжизә ҡыла алманы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru