Башта уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Берҙәмлектә – көс
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан егете – ике тапҡыр Паралимпия чемпионы! Яңылыҡтар » Спорт

    Тәү башлап ҡышҡы Паралимпия уйындары 1976 йылда Швецияла үтә. Шунан бирле был ярыш дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелеп, ғәрип спортсылар араһында йылдан-йыл ҙур популярлыҡ яулай. Туринда уҙған уйындарҙа Рәсәй спортсылары, 13 алтын, 13 көмөш һәм ете бронза миҙал яулап, дөйөм команда беренселегендә юғары урынға күтәрелә. Әле Ванкуверҙа барған X ҡышҡы Па­ралимпия уйындарында ла Рәсәй командаһы мах бирмәй, дүрт көн эсендә алты алтын, алты көмөш һәм өс бронза миҙал яулап, дөйөм беренсе урында бара.

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ таҙа уйын, дуҫтарса еңеү яҡлы Яңылыҡтар » Спорт

    Беҙ таҙа уйын, дуҫтарса еңеү яҡлы Үәт, хайуан... Хоккейсылары дәғүәсеһен алдыра алмағас, Екатеринбург көйәрмәне (бынан һуң инде уны көйәрмән тип әйтергә тел дә әйләнмәҫ), юлаевсыларҙың рухын һындырмаҡсы булып, беҙҙең егеттәргә һөжүм итә. «Салауат Юлаев» командаһы плей-оффтың ике уйынында «Автомобилист» уйынсыларын ике рәт отҡас, өсөнсө хәл иткес осрашыуға Екатеринбургҡа юллана. Маҡсат, серияны оҙаҡҡа һуҙмай, өсөнсө бәйгелә үк еңеү яулау ине. Уйын хужаларҙың өҫтөнлөгө менән башлана, һәм ҡунаҡтарҙың йыш тәртип боҙоуын улар оҫта файҙалана. Быныһы, ярай, өфөләр өсөн әллә ни ҡурҡыныс булмай. Сөнки Вячеслав Быков тәрбиәләнеүселәренең йыш ҡына ошондай хәлгә ҡалып, уйынды алып сыҡҡаны әҙ түгел. Тик, осор башланып 17 минут үтеүгә, Екатеринбургтың бер әҙәм аҡтығы нисектер юлаевсылар­ҙың запас эскәмйәһенә барып етеп, ҡапҡасының сәкәнен эләктереп ала һәм ҡапҡасы Виталий Колесниктың башына тондора. Тәртип һаҡлаусылар ҡайҙа ҡараған, уныһы билдәһеҙ. Уйын туҡтатыла, шаңҡыған Колес­ни­ктың яралан­ған башын бер нисә ерҙән тегеп, ҡанын туҡтаталар.

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алексей Ягудин(Йәһүҙин), һин дә "баҫмасы"ларҙанмы? Спорт, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Алексей Ягудин(Йәһүҙин), һин дә "баҫмасы"ларҙанмы?Теге йәки был әҙәмдең билдәлелегенә, дан-шөһрәтенә ҡарап, милләтен көсләп үҙеңдекенә ҡайырыу­ҙан да мәғәнәһеҙерәк эш юҡтыр. Шулай ҙа республика гәзиттәренең береһендә, танылған фигурист Алексей Ягудиндың тамырҙары Башҡортостанға, Баймаҡ райо­нына килеп тоташа, тигән мәғлүмәтте уҡығас, ҡолаҡтарым "ҡарп" итеп ҡалды. Белә инем: Сибайҙа Ягудиндар, башҡортса әйткәндә Йәһүҙиндәр, байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – Харис ағайҙың спорттың ҡышҡы төрҙәренә мөкиббән китеп ғашиҡ булғанын да иҫләйем. Әллә, мәйтәм, баяғы көләмәстәге йәһүд әйткәнсә?..
    Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡулға Йылым ауылы егете Руслан Абдуллиндың телефон номеры килеп эләкте. Мәсьәләне аңлатып, осрашырға кәрәклеген әйттем, һәм бына беҙ Йәһүҙиндарҙың нәҫел-нәсәбен тикшереп ултырабыҙ. Руслан, әйтеүенсә, Алексей Ягудинға өс туған икән.
    – Иренмәһәң, ике туған ҡустыларына алып барып күрһәтә алам. Һуйған да ҡаплаған, фамилиялары ла – Йәһүҙин. Теләйһеңме?
    – Теләмәгән ҡайҙа ул – әлбиттә, теләйем! Күрһәтегеҙ миңә Алексей Ягудиндың әҡрәбәләрен!
    Көрт өйөмдәрен йыра-йыра, Русландың «Тойота»һында Басмачевкаға, йәғни «34»-кә килеп индек. Рәсми рәүештә «Байыҡтырыусылар» ҡасабаһы тип аталһа ла, сибайҙар ҡаланың был тарафын «34» тип, халҡын «баҫмасылар» тип белә. Әйтеүҙәренсә, элегерәк «баҫмасылар» менән «ҡаланыҡылар» йыш ҡына ҡанға-ҡан, үлемгә-үлем килеп һуғышыр булған. Бәлки, ысынлап та, Алексей Ягудинды күп һанлы спорт еңеүҙәренә «баҫмасылар»ҙың сәмселлеге, ярһыулығы этәрә торған булғандыр?
    Ниһайәт, Цюрупа урамындағы бер боронғо йорт янында туҡтаныҡ. Алексей Ягудин(Йәһүҙин), һин дә "баҫмасы"ларҙанмы?

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң шәп саңғысылар Ҡалтасынан Яңылыҡтар » Спорт

    Иң шәп саңғысылар Ҡалтасынан5 – 7 мартта Кушнаренко ра­йонында «Йәншишмә» гәзите призына республика йәш саңғысылар ярышы үтте.
    Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналды. 1995 – 1996 йылдарҙа тыуған балалар стартҡа сыҡты.
    Ярышҡа республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан бөтәһе 22 команда килгәйне. Улар составында – 4-әр малай һәм ҡыҙ.
    6мартта йәш саңғысылар шәхси беренселектә көс һынашты. Ҡыҙҙар, 30 секундлыҡ интервал менән, 3 саҡрымға уҙышты. Малайҙарға иһә 5 саҡрым ара бирелгәйне. Ярыш барышын баш судья Вадим Николаевич Костромин күҙәтеп барҙы. Ҡыҙҙарҙан бөтәһе – 79, ә малайҙарҙан 81 ҡатнашыусы бер-береһе менән уҙышты.
    Беренсе булып финиш һыҙығын Аделина Тимиряева, унан һуң Вероника Тимаева, Нелли Дәүләтшина үтте. Ҡыҙҙарҙың өсөһө лә – Ҡалтасы районынан. Уларҙан һуң стартҡа малайҙар баҫты. Бында беренсе урынды Ҡалтасынан Андрей Кугубаев яуланы. Икенсе булып Ҡариҙелдән Алмас Әсләмов килде, өсөнсө урынға Мишкә районынан Марсель Байрамов лайыҡ булды.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйынлы-ысынлы осрашыуҙар Яңылыҡтар » Спорт

    Уйынлы-ысынлы осрашыуҙарЯҡшымы был, насармы, әммә ҙур спортҡа битарафмын. Рәсәй спортсыларының Ванкуверҙан уңышһыҙлыҡҡа осрап ҡайтыуына ла бошманым, 2014 йылда Сочиҙа уҙасаҡ йәйге Олимпия уйындарынан да әллә ниндәй мөғжизә көтмәйем. Ә урындағы ойошмалар спортсыларының үҙ-ара бәйгеләрҙә көс һынашыуы – бөтөнләй икенсе эш. Быныһын инде янып-көйөп ҡарарға була. Спорт комментаторҙарының уйын башында үҙҙәренекен үлә яҙып маҡтап, уйын аҙағына оялыштан нимә һөйләргә белмәгәнен дә күрмәҫһең бында, допинг менән бәйле ҡаңғырыштар ҙа булмай, реклама ла мейене серетмәй – хөрриәт.
    Урал аръяғы райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре араһында бындай осрашыуҙар даими рәүештә булып тора. Былтыр баймаҡтар ҡор йыйһа, быйыл эстафетаны сибайҙар ҡабул итте.
    Сибай балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура райондары, Баймаҡ, Учалы ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары һәм командалары тантаналы парадҡа теҙелеп баҫты. Ҡунаҡ ҡаршылаусы булараҡ, Сибай мэры Фәһим Фәтҡулла улы Айҙарбәков, барыһын да тәбрикләп, спартакиаданы асыҡ тип иғлан итте. Әйҙә, тик «иң-иң»дәр еңеүсе булһын!

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рига һәм Ржига... Яңылыҡтар » Спорт

    Киттек Гагарин кубогына… Шулай итеп, икенсе йыл ойошторолған бәйгелә КХЛ беренселегенең 16 көслө командаһы яңы юлға старт алды. Беренсе булып Көнбайыш конференцияһы клубтары һынауға сыҡты. Көсөргәнешле уйындар сенсацияларға бай булмаҡсы.
    Әйтәйек, миҙгел буйына юлаевсылар менән бер рәттән лидерлыҡҡа дәғүә иткән һәм дә үҙ алдына иң ҙур маҡсат ҡуйған «Гагарин»лы булмаҡсы Санкт-Петербургтың СКА хоккейсылары уйламағанда үҙ майҙанында Риганың «Динамо»һына ике осрашыуҙа ла отолдо.
    Ярай инде, тәүгеһендә, дәғүәсене һынап еткермәнек, тигән һылтау тапһалар, икенсеһендә нимә тип әйтмәксе була икән улар көйәрмәндәренә? Латыштар туҙҙырҙы ғына Смиттың тәрбиәләнеүселәрен һәм хәҙер, яҡшы кәйефтә үҙ иленә ҡайтып, СКА-ны ҡунаҡка көтә.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Китә лә белергә кәрәк Яңылыҡтар » Спорт

    Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында Рәсәй командаһының үҙ тарихындағы иң насар сығышынан һуң уларҙы етәкләгән белгестәрҙең эшен ҡалдырып китеүе хаҡында имеш-мимештәр тарала ла башланы. Бәлки, шулай кәрәктер ҙә. Сөнки шул уҡ Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутконы ғына алайыҡ. Ул быға тиклем футболды ла етәкләп ҡараны. Һөҙөмтәһен белеп тораһығыҙ, был спорт беҙҙә нисек булды, шулай үҙгәрешһеҙ ҡалды. Хәҙер килеп, Олимпиада. Ул әле лә, спорт чиновнигы булараҡ, үҙенең эшләп еткермәүен танымай, ғәйепте мөхиттән һәм башҡа сәбәптәр­ҙән эҙләй: йәнәһе, яңы үрҙәр яулар өсөн кәмендә 6 – 8 йыл ваҡыт кәрәк.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлаевсылар «Динамо»ларға һынау тота Яңылыҡтар » Спорт

    Олимпия уйындары булыу сәбәпле, КХЛ-дағы оҙайлы ғына тәнәфестән һуң, ниһайәт, ул да юлын дауам итте. Плей-офф алдынан даими беренселектәге ҡалған осрашыуҙарын «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ майҙанында уҙғарасаҡ. Беҙгә ҡунаҡҡа өс «Динамо» (Мәскәү, Минск һәм Рига) командаһының килеүе көтөлә. Тәүгеһе менән Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре үҙ-ара осрашты ла инде. Юлаевсыларҙан Патрик Торесен, Кирилл Кольцов менән Александр Радуловтың уңыштарына ҡунаҡтар бер ни менән дә яуап бирә алмай, ҡоро иҫәпкә отолдо. Ғөмүмән, был уйында өфөләр бар йәһәттән дә дәғүәсенән өҫтөнлөк итеп, лайыҡлы рәүештә өс мәрәй яуланы. Хәҙер «Салауат Юлаев» хоккейсылары 123 мәрәй менән лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru