Бер эшлә, берәгәйле эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • «Төндә атыр гөл»
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бразилия, Аргентина, әлегә һау бул... Яңылыҡтар » Спорт

    Бразилия, Аргентина, әлегә һау бул...
    Исемеңә, үҙеңә ҡарап тор­майҙар икән шул... Заманаһы икенсе. Футбол буйынса күп өмөттәр бағлаған Бразилия йыйылма командаһы сирекфиналдан үтә алмағайны, илдең Футбол федерацияһы етәкселеге, баш тренерының ҡайтҡанын да көтөп тормай, отставкаға ебәрҙе. Иҫкәртеп китәбеҙ: бөйөк Бразилия командаһы сирекфиналда Голландия футболсыларына 1:2 иҫәбенә отолдо. Шулай уҡ чемпионатта үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, күп белгестәрҙең ышанысын яулаған Аргентина командаһы, Германияға ҡаршы бер ни ҡыла алмай, мәсхәрәле рәүештә уларға 0:4 иҫәбенә еңелде.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бразилия, Аргентина, әлегә һау бул... Яңылыҡтар » Спорт

    Бразилия, Аргентина, әлегә һау бул...
    Исемеңә, үҙеңә ҡарап тор­майҙар икән шул... Заманаһы икенсе. Футбол буйынса күп өмөттәр бағлаған Бразилия йыйылма командаһы сирекфиналдан үтә алмағайны, илдең Футбол федерацияһы етәкселеге, баш тренерының ҡайтҡанын да көтөп тормай, отставкаға ебәрҙе. Иҫкәртеп китәбеҙ: бөйөк Бразилия командаһы сирекфиналда Голландия футболсыларына 1:2 иҫәбенә отолдо. Шулай уҡ чемпионатта үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, күп белгестәрҙең ышанысын яулаған Аргентина командаһы, Германияға ҡаршы бер ни ҡыла алмай, мәсхәрәле рәүештә уларға 0:4 иҫәбенә еңелде.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Футбол «йондоҙо» Криштиану Роналду Башҡортостан кейәүе булырмы? Яңылыҡтар » Спорт

    Футбол «йондоҙо» Криштиану Роналду  Башҡортостан кейәүе булырмы?
    Футбол «йондоҙо» Криштиану Роналду  Башҡортостан кейәүе булырмы?
    Арағыҙҙа Криштиану Роналду исемле футбол «йондоҙо»н белеүселәр барҙыр, моғайын. Донъяла майҙанда «туп артынан йүгереп йөрөгән» өсөн иң юғары хеҙмәт хаҡы алып эшләгән 25 йәшлек футболсы Португалия йыйылма командаһында уйнай. Әле Көньяҡ Африка Республикаһында нәҡ футбол буйынса донъя чемпионаты бара. Уны һәр төбәктә ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Ә бына Салауат ҡалаһында Роналду өсөн бигерәк тә «ауырыусы» көйәрмәндәр бар. Ни өсөн, тиһегеҙме? Баҡһаң, футболсының һөйгәне тап ошо ҡалала тыуған икән. Башҡорт-урыҫ «коктейле», йәғни ошо ике милләт балаһы Ирина Шәйхисламова – топ-модель.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Япондар «үрнәк» күрһәтте... Яңылыҡтар » Спорт

    Япондар «үрнәк» күрһәтте...
    Шулай итеп, футбол буйынса донъя беренселегенең бөтә сирекфиналсылары билдәле булды. Хәҙер ярымфиналға сығыр өсөн Голландия – Бразилия, Уругвай-Гана, Аргентина – Германия һәм Парагвай – Испания командалары үҙ-ара уйнаясаҡ. Күреүегеҙсә, Европанан ни бары өс команда ғына ошо бәйгегә сыҡты. Әлегә Испанияны һанамағанда – уның дәғүәсеһе үҙенән күпкә көсһөҙөрәк. Алда ҙур һынау буласаҡ. Сөнки Бразилия менән Аргентина әлеге ваҡытта бик матур, һөҙөмтәле уйын күрһәтә.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Франция, Италия, хәҙер килеп Англия... Яңылыҡтар » Спорт

    Франция, Италия, хәҙер килеп Англия...
    Плей-офф плей – офф инде. Бында, лотереялағы кеүек, кемгә нисек бәхет йылмая... Көньяҡ Африка республикаһында дауам иткән футбол беренселегендә тәүге 1/8 финал осрашыуҙары хаҡында шулай тип әйтергә булалыр.
    Африка ҡитғаһының берҙән-бер вәкиле – Гана командаһы АҠШ футболсыларын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отоп, үҙ тарихында тәүгә сирекфиналға сыҡты. Ғөмүмән, был материктан бындай уңышҡа быға тиклем Камерун менән Синегал командалары өлгәшкәйне. Хәҙер бына өс ил булды.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Франция артынан Италияға ла көн етте... Яңылыҡтар » Спорт

    Франция артынан Италияға ла көн етте...
    Көндән-көн сафтар кәмей бара... Футбол буйынса донъя беренселегенә эләккән командалар, бер ни тиклем шатлыҡ кисереп, яйлап тоҡсайҙарын төйнәй башланы. Франция, Греция, Нигерия, Алжир, Австралия, Сербия, Дания, Камерун, Яңы Зеландия, Словения һәм инде Италия кеүек билдәле командалар өсөн чемпионат тамам. Бигерәк тә был һуңғыһына үкенесле, сөнки уҙған беренселек чемпионы тәүге этапта уҡ төшөп ҡалды. Әгәр тарихҡа әйләнеп ҡайт­һаҡ, шул уҡ хәлгә 1966 йылда Бразилия һәм 2002 йылда Франция футболсылары тарығайны. Улар ҙа чемпион исеменә тап төшөрөп, көйәрмәндәрен хафаға һалды. Нишләйһең, дүрт йыл аҙ ара түгел. Бында төрлө хәл булыуы ихтимал.
    Шулай итеп, стартҡа сыҡҡан 32 команданың 12-һе әлегә юлын дауам итте.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Францияның «баш»ына еттеләр... Сиратта кем?.. Яңылыҡтар » Спорт

    Францияның «баш»ына еттеләр... Сиратта кем?..
    Шулай итеп, Көньяҡ Африка Республикаһында барған футбол буйынса сираттағы донъя беренселеге кемгәлер башланып ҡына тора. Сөнки ҡайһы бер командалар төркөм бәйгеһен тамамлап, плей-оффҡа әҙерләнә. Төркөмөнән сыға алмағандарға йәнә дүрт йылдан һуң буласаҡ чемпионат тураһында хыялланырға ғына ҡала. Әлбиттә, әле ике төркөм командалары ғына уйындарын тамамланы. Һуңғы уйында Уругвай футболсылары Мексика командаһын 1:0 иҫәбенә отоп, үҙ группаһында ете мәрәй менән беренсе урынды яулаһа, Мексика иһә дүрт мәрәй менән икенсе урынға сыҡты һәм, Уругвай кеүек үк, плей-оффҡа путевканы тәьмин итте.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЦСКА-ның Красичы командаһына ярҙам итә алманы Яңылыҡтар » Спорт

    ЦСКА-ның Красичы командаһына ярҙам итә алманы
    Күптән көтөп алған футбол чемпионаты ла старт алды. Беренсе булып майҙанға донъя беренселеге хужалары – Көньяҡ Африка Респуб­ликаһы уйынсылары менән Мексика командаһы сыҡты. Командалар күпме генә тырышмаһын, 1:1 иҫәбенә уйнап, дуҫтарса айырылышты. Шул уҡ төркөмдән Франция футболсылары менән Уругвай командаһы бер-береһенең ҡапҡаһына «асҡыс» таба алмай, мәрәй­ҙәрен бүлешергә булды.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru