Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡарбуз күп!
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донъя ҙур футболға «күмелергә» тора... Яңылыҡтар » Спорт

    Донъя ҙур футболға «күмелергә» тора...
    Иртәгә, миллионлаған футбол һөйөүсене ҡыуандырып, Көньяҡ Африка республикаһында си­рат­тағы донъя беренселеге старт ала. Европа, Азия, Африка, Көньяҡ Америка, Төньяҡ Америка материктарының һәм Океания утрауҙарының иң көслө 32 командаһы бер ай һуҙымында төп приз өсөн көрәш алып барасаҡ. Белеүебеҙсә, чемпионат дүрт йылға бер тапҡыр ғына уҙғарыла. Шуға ла уның һәр беренселеге донъя күләмендә ҙур баһаға лайыҡ. Ошоғаса был мауыҡтырғыс бәйгелә донъяның 207 иле командаһы көсөн һынап ҡарай һәм, ни бары 11-е генә финалға барып етеп, етәүһе еңеүсе була.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Чехтарҙың абруйы артты
    Ҙур спорт тирәләй
    «Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге, эште оҙаҡҡа һуҙмай, әле үк төп составты нығытыу йәһәтенән һөйләшеүҙәр башланы. Әлегә беҙгә кемдәр киләсәге хаҡында өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын, әммә ҡайһы бер билдәле уйынсылар менән килешеүҙәр төҙөлөргә тора. Әйтәйек, Чехия йыйылма командаһы һөжүмсеһе, һуңғы ике миҙгелдә «Авангард» клубында уйнаған Якуб Клепиштың бөгөндән өфөләр составында булыуы ихтимал.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урал батыр вариҫтары Берҙәм, зирәк Яңылыҡтар » Спорт

    Сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалаған Башҡорт йәштәре иттифағы былтыр Өфө мәктәптәрендә «Урал батыр вариҫтары» тигән спорт сараһы ойошторғайны. Ул бик күп уҡыусыны ҡыҙыҡһындырҙы, сәмләндерҙе. Быйыл икенсе асыҡ чемпионатта ла йәш спорт һөйөүселәр теләп ҡатнашты. 23 майҙа Урал батыр вариҫтарының еңеүселәре бүләкләнде.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлаевсыларға КХЛ-дың бүләктәре тапшырылды Яңылыҡтар » Спорт

    Юлаевсыларға КХЛ-дың бүләктәре тапшырылды
    Мәскәүҙә КХЛ беренселегенең йомғаҡлау кисәһе үтте. Байрам тантанаһында уҙған миҙгел геройҙарына 20 номинация буйынса приздар тапшырылды. Шулар араһынан бронза миҙал призеры «Салауат Юлаев» командаһы дүрт номинацияла бүләккә лайыҡ булды. Чемпионатта юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәне өсөн (260 шайба) өфөләр Всеволод Бобров исемендәге приз менән бүләкләнһә, шәхси күрһәткестәр буйынса Норвегия легионеры Патрик Торесен «Иң файҙалы уйынсы» призын яуланы. Шулай уҡ Александр Радулов, беренселектең иң ҡиммәтле хоккейсыһы булараҡ, «Алтын сәкән» наградаһына лайыҡ булды.
    «Алтын шлем» номинацияһында алты уйынсы билдәләнде. Улар араһында ла юлаевсылар бар. Һаҡсы Дмитрий Калинин менән әлеге лә баяғы Александр Радуловҡа ошо юғары награда бирелде.
    Н. Тимеров.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлаевсыларға КХЛ-дың бүләктәре тапшырылды Яңылыҡтар » Спорт

    Юлаевсыларға КХЛ-дың бүләктәре тапшырылды
    Мәскәүҙә КХЛ беренселегенең йомғаҡлау кисәһе үтте. Байрам тантанаһында уҙған миҙгел геройҙарына 20 номинация буйынса приздар тапшырылды. Шулар араһынан бронза миҙал призеры «Салауат Юлаев» командаһы дүрт номинацияла бүләккә лайыҡ булды. Чемпионатта юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәне өсөн (260 шайба) өфөләр Всеволод Бобров исемендәге приз менән бүләкләнһә, шәхси күрһәткестәр буйынса Норвегия легионеры Патрик Торесен «Иң файҙалы уйынсы» призын яуланы. Шулай уҡ Александр Радулов, беренселектең иң ҡиммәтле хоккейсыһы булараҡ, «Алтын сәкән» наградаһына лайыҡ булды.
    «Алтын шлем» номинацияһында алты уйынсы билдәләнде. Улар араһында ла юлаевсылар бар. Һаҡсы Дмитрий Калинин менән әлеге лә баяғы Александр Радуловҡа ошо юғары награда бирелде.
    Н. Тимеров.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Булдыра алаһың!» Яңылыҡтар » Спорт

    Әбйәлил районында мәктәп уҡыусыларының XII республика спорт-һауыҡтырыу фестивале – «Президент ярыштары» үтте
    «Булдыра алаһың!»
    «Булдыра алаһың» тигән һүҙҙең тылсымлы көсө хәтәр икән! Гөрләп торған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә турникта күтәрелеп тамам хәлдән тайған бер үҫмер, тренерының: «Йәле, һин булдыраһың!» – тигән көр тауышын ишеткәс, тағы ла ике мәрәйҙе үҙ иҫәбенә өҫтәне бит! Гөлгизә Дауытова ҡулдарында күнекмә эшләгәндә (отжимание), бөтә командалаш иптәштәре иҙәнгә ятып тороп, уны дәртләндерҙе: «Әйҙә, тағы-тағы!». Физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов, ҡыҙҙың янына бер килеп, бер китеп, мин килгәнсе тағы унды эшлә, һин булдыраһың ул, тип йөрөнө. Һәм шул ябыҡ ҡына бала күнекмәне етмеш тапҡыр эшләне лә ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя чемпионатының «алтын»ы – башҡорт батырында Яңылыҡтар » Спорт

    Донъя чемпионатының «алтын»ы – башҡорт батырында

    Ҡаҙанда Татар АССР-ы ойошторолоуҙың 90 йыллығына ҡарата билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты үтте. Унда донъяның 17 иленән 60-тан ашыу көрәшсе йыйылды.
    Ярышта ҡатнашыусылар 63, 75, 85, 100 кг һәм 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияларында көрәште.
    Чемпионат бар биш ауырлыҡ категорияһында ла Рәсәй йыйылма командаһының еңеүе менән тамамланды (дөйөм иҫәп — 250 мәрәй). Беларусь йыйылма командаһы – икенсе урында (208 мәрәй), өсөнсөлә – Молдавия командаһы (177 мәрәй).
    Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Наил Мөхәмәтйәнов (75 кг ауырлыҡ категорияһында) менән Рәдиф Аҡсурин да (100 кг ауырлыҡ категорияһында) бар ине. Рәдиф Аҡсурин үҙенең ауырлығында «алтын» алды.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө 2013 йылда донъяның иң яҡшы йәш хоккейсыЛАРЫН көтә Яңылыҡтар » Спорт

    2013 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында шайбалы хоккей буйынса донъя йәштәр чемпионаты үтәсәк. Был турала Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк хәбәр итте.
    – Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ултырышында, Өфөлә 2013 йылда донъя йәштәр чемпионаты үтәсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде. Быйыл Сочиҙа юниорҙарҙың (18 йәшкә тиклем) донъя чемпионаты үтәсәк, – тип белдерә Газета.ру.
    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РХФ президенты Владислав Третьяк Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың ҡултамғаһы менән 2008 йылда хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында "Салауат Юлаев" еңгәндән һуң 2013 йылғы донъя йәштәр чемпионатын Өфөлә үткәрергә теләүҙәре тураһында хат алғайны. Республика өсөн триумфаль йылда Рене Фазель Башҡортостандың был теләген хуплағайны. "Был бик яҡшы идея, тип уйлайым. Өфөлә чемпионаттар беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай, арена ярайһы уҡ ҙур, бында килеүе лә еңел, хоккей матч­тарына йөрөү кимәле юғары, спортсыларға йәшәү өсөн уңайлы ҡунаҡханалар бар. Шуға күрә чемпионаттың Өфөлә үтеү ихтималлығы юғары, тип уйлайым ", – тине ул саҡта Халыҡ-ара хоккей федерацияһы башлығы.
    Өфө, ысынлап та, ҙур спорт форумдарын үткәреү буйынса бай тәжрибәгә эйә, шул иҫәптән хоккей буйынса ла – 1996 йылда – Р. Зорге урамындағы Спорт һарайында18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты, шулай уҡ һигеҙ мең урынлыҡ «Өфө-Арена»ны асыу хөрмәтенә Рәсәй һәм Канада йәштәренең матчы үтте.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru