Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Быныһы – аванс, Сочиҙа расчет булыр тип өмөтләнәйек Яңылыҡтар » Спорт

    Кәрәктәрен биреп, үсен ҡайтарҙылар ҙа ул, тик Канаданың Олимпия составындағы бер генә уйынсыһы донъя беренселегендә ҡатнаша. Хәҙер инде ҡатнашты, тиһәк тә була. Сөнки Рәсәй йыйылма командаһы, Канада хоккейсыларын 5:2 иҫәбенә отоп, Олимпия чемпиондарын өйөнә ҡайтарҙы. Был уйында Вячеслав Быков Ванкуверҙағы составтан 15 хоккейсыбыҙҙы йәлеп итте. Нисек кенә булмаһын, беҙҙекеләр еңде. Канада, киләсәк йәш быуынға таянып, уларҙы ҙур һынауҙа тикшереп ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Шуға ла улар, беренселекте бик тигеҙ үтмәй, үҙ төркөмөндә дүртенсе урын алды. Рәсәй менән осрашыу алдынан ҡайһы берҙәре: «Беҙ Германияға еңеү өсөн генә килдек», – тип һөрән һалһа ла, беҙҙекеләргә әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтә алманылар. Уйын Быков тәрбиәләнеүселәренең өҫтөнлөгө менән башланды. Тәүге тәнәфескә улар Афиногеновтың голы менән туҡтаны. Икенсе осорҙа Дацюк менән Малкин иҫәпте өскә еткерә.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте Яңылыҡтар » Спорт

    13 – 14 майҙа Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының күсмә коллегияһы уҙҙы.
    Сара ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милли геройы Әхмәтзәки Вәлиди бюсына сәскәләр һалыу тантанаһы менән башланды.
    Коллегия ултырышын үҙенең инеш телмәре менән Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин асты.
    Республика кимәлендәге әһәмиәткә эйә сараның Сибайҙа уҙғарылыуы бушҡа түгел. Ҡалала, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт менән бер рәттән, спорт һәм физик культура яҡшы үҫешкән. Шулай, әлеге ваҡытта Сибайҙа эшләп килгән һигеҙ үҫмерҙәр клубында мең ярымдан ашыу үҫмер шөғөлләнә. 2009 йылда ҡала күләмендә 300 спорт сараһы уҙып, уларҙа 15 меңләп кеше ҡатнашҡан. Бында шулай уҡ 91 спорт объекты бар, был ҡала халҡына үҙенең физик һаулығына төплө иғтибар бүлеү мөмкинлеге бирә.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һеҙ – республиканың ғорурлығы!» Яңылыҡтар » Спорт

    «Һеҙ – республиканың ғорурлығы!»– Башҡортостан спортсылары әленән-әле мәртәбәле ярыштарҙа республиканың спорт өлкәһендәге абруйын күтәреүгә өлгәшә. Беҙҙең спортсылар Тайвандә үткән Сурдолимпия уйындарында – өс алтын һәм бер бронза, Олимпия уйындарында – бронза, Канадала Паралимпия уйындарында ете алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы. Беҙ Максим Чудов, Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Нелли Ерофеева, Вадим Боровик кеүек бөтә донъя спорт форумдарының ысын геройҙарына әйләнгән күренекле спортсыларыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы, спортсыларҙы сәләмләп. – Һеҙҙең һәр берегеҙ ғәҙел спорт көрәшендә планетаның иң көслө спортсылары иҫәбендә булыу хоҡуғын раҫланы. Бының өсөн Башҡортостан халҡы исеменән һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙ – республиканың ғорурлығы!

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Спорт – ул сәләмәтлек, спорт – ул матурлыҡ Яңылыҡтар » Спорт

    Спорт ярыштары уҙғарылған ер һәр саҡ, халыҡты үҙенә күп йәлеп итеп, байрам майҙанын хәтерләтә. 13 майҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡортостан Хөкүмәте кубогына республиканың педагогия вуздары студенттары араһында үткәрелгән спартакиада ла байрам төҫөн алды. Уҡыу йортоноң спорт залы шау-гөр килә, ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең кәйефе күтәренке, күңелдәре көр. Ҡыҫҡаһы, спорт уйындары алдынан була торған йәнлелек хөкөм һөрә. Ярыштарҙы спорт парады асты.
    – Үҫмер быуында спортҡа ыңғай ҡараш һәм киләсәктә физик яҡтан сыныҡҡан йәштәр тәрбиәләүҙә һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, – тине БР Хөкүмәтенең мәғариф һәм фән бүлеге начальнигы Альберт Ҡорманов, спорт парадында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды Яңылыҡтар » Спорт

    Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды Рәсәй йыйылма командаһы Еңеү көнөндә үҙ төркөмөндәге Словакия хоккейсылары менән осрашты. Был юлы Вячеслав Быков, һуңғы ике йыл рәттән чемпион исемен һаҡлап ҡалыр өсөн, көрәшкә ошо составта сыҡты: Гребешков – Корнеев, Овечкин – Федоров – Семин; Куликов – Атюшов, Ковальчук – Фролов – Терещенко; Емелин – Никулин, Мозякин – Сушинский – Анисимов; Калинин – Денисов, Козлов – Афиногенов – Кулемин. Ҡапҡа һағын Кошечкин, Еременко һәм Варламов һаҡлаясаҡ.
    Рәсәй уйынсылары, Словакиянан тыш, үҙ төркөмөндә Ҡаҙағстан һәм Беларусь командалары менән уйнаясаҡ. Бөгөн башҡа төркөмдәрҙә дүрт осрашыу үтте, һәм көтөлмәгән сенсацияға килтерҙе.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сибайҙа — авиашоу Яңылыҡтар » Спорт

    Сибайҙа — авиашоу1 майҙа «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» исемле авиаосош сиктәрендә Сибай аэродромында мини-авиашоу уҙҙы. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы уҙғарылған авиаосош 1 майҙа Өфөлә башланып, артабан аҙна дауамында Сибай – Мораҡ – Салауат - Октябрьский – Нефтекама – Мәсәғүт маршруты буйынса үтеп, ҡабат Өфөгә ҡайтып етергә тейеш.
    Сараның төп информацион бағыусыһы булып «Дорожное радио» сығыш яһаны, ә радиостанцияның төп мөхәррире байрамды алып барыусы ролен баш­ҡарҙы. Үҙе лә һәүәҫкәр авиатор булараҡ, Александр Лынник, осоштарға комментарийҙар биреп, кәрәк ерҙә йырлап, кәрәк ерҙә уйын-көлкө ойоштороп, сараны биҙәне. Авиация тарихы буйынса викторина ла тамашасыларҙы йәнләндереп ебәрҙе.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Чемпионатта – ике лидер Яңылыҡтар » Спорт

    Ниһайәт, хоккей беренселеге тамамланып, инде оҙайлы ғына ялға туҡтарға торғанда, Рәсәйҙә футбол бумы башланып, ете турын үткәрҙе һәм сенсацияға ла, отставкаға ла барып етте. Әйтәйек, Нальчиктың «Спартак» клубы, 15 мәрәй яулап, турнир таблицаһының иң үренә менеп баҫһа, Мәскәүҙең «Динамо»һы, уңышһыҙ сығышында баш тренерын ғәйепләп, уны отставкаға ебәр­ҙе. Хәҙер клуб етәкселеге Андрей Кобелевтың урынына заманында «Мәскәү» (хәҙер инде был команда юҡҡа сыҡты) командаһын етәкләгән Божовичҡа мөрәжәғәт итеп, уны үҙендә «баш» итеп күргеһе килә. Ҡалған командалар, хәленән килгәнсә һөҙөмтәгә өлгәшеп, әлегә ошондай тәртиптә урынлаш­ҡан.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Клуб етәкселеге командаға «өслө» билдәһе ҡуйҙы Яңылыҡтар » Спорт

    Яңыраҡ «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге, тренерҙар штабы менән осрашып, уҙған миҙгелгә һығымта яһаны. Улар команданың сығышына «өслө» билдәһе ҡуйып, баш тренер Вячеслав Быков етәкселегендәге тренерҙар штабын юлаевсылар рулендә ҡалдырҙы һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләне.
    Белеүегеҙсә, улар «Салауат Юлаев» менән уҙған йыл башында ике йәки бер йылға оҙайтыу шарты менән тигән килешеү төҙөгәйне. Баштан уҡ клуб етәкселеге билдәле тренер­ҙарға юғары һөҙөмтәгә ирешеүҙе төп маҡсат итеп ҡуймағайны, әммә призерҙар исемлегенә инеү уңышлы булыр, тип билдәләне. Сөнки Быков менән Захаркин, Рәсәй йыйылма командаһы тренерҙары булғанға һәм Олимпия уйындары алдынан иңдәренә былай ҙа өҫтәмә йөк ятыуын белгәнгә күрә уларға әллә ни ҙур бурыс йөкмәтелмәне.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru