Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Аҡ барс»ты ҡыуандырҙы, хәҙер башҡаларға сират... Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей миҙгеле тамамланһа ла, ҡайһы бер клуб етәкселәре әлегә ишеген ябырға уйламай. Улар, әле үк эштәрен бөтөрөп, тыныс күңел менән киләһе миҙгелде көтмәксе. Әйтәйек, Магнитогор­скиҙың «Металлург»ы, сирекфиналдан да ары китә алмағас, үҙенең баш тренерын алмаштырырға булды. Улар быға тиклем «Локомотив» командаһын етәкләгән Финляндия белгесе Кари Хейккиляны үҙенә саҡырырға ниәтләгән. Тегеһе шунда уҡ ризалығын белдереп, суйын ҡойоусыларҙың клубы менән ике йылға килешеү төҙөгән. Шулай уҡ Силәбенең «Трак­тор»ы ла Андрей Назаров урынына беҙҙең элекке тренерыбыҙ Сергей Михалевҡа мөрәжәғәт иткән.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мирослав БЛАТЯК: «Гол индерһәң, Рәсәйгә килеп йөрөмә, тинеләр…» Яңылыҡтар » Спорт

    Мирослав БЛАТЯК: «Гол индерһәң, Рәсәйгә килеп йөрөмә, тинеләр…»– Өфөнән тәҡдим алғас, башта ҡаушап ҡалдым. Берҙән, Рәсәй беренселеген йүнләп күҙәткәнем булманы, икенсенән, тел дә кәртә булып торҙо. Инглизсә лә арлы-бирле генә аралашырлыҡ белә инем. Шуға күрә башта уйларға тура килде. Әлбиттә, миңә тиклем әллә күпме Чехия уйынсыһы һеҙҙең беренселекте үҙ итеп бөткән. Шул уҡ «Салауат Юлаев»та Михал Микеска, Радек Филипп кеүек уйынсылар сығыш яһай ине. Тәүгеһе миңә ныҡ ярҙам итте, рус теле буйынса әйтәм. Ҡайһы саҡ Михал: «Мин һинең шәхси тәржемәсеңә әйләнеп бөттөм, аҡса түләй башлаһаң да була инде», – тип төрттөрә торғайны. Башта, әлбиттә, Микескаһыҙ башҡалар менән аралашыуы ҡыйын булды. Спортта тел кәрәкмәй, тигән булалар ҙа ул, ҡайһы саҡ кәрәк булып китә шул. Хәҙер Өфөлә бер үҙем ҡалғас, яйлап урыҫса ла һөйләшә башланым, әйткәндәрен анлайым.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡ барс» – чемпион! Яңылыҡтар » Спорт

    «Торос» – көмөш, «Салауат Юлаев» менән «Толпар» – бронза миҙал призерҙары. Шулай итеп, быйылғы миҙгел беренселеге лә тағы бер сағыу битен ябып, тарихта үҙ эҙен ҡалдырҙы. Ҡаҙандың «Аҡ барс»ы, етенсе уйында МВД хоккейсыларын 2:0 иҫәбенә отоп, икенсе йыл рәттән уйнатылған Гагарин кубогын үҙендә ҡалдырҙы. Көйәрмәндәре: «Гагарин кубогы татар кубогына әйләнде инде хәҙер», – тип мәрәкәләй.
    Ҡаҙан – чемпион! Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан был йәһәттән әлегә юғары уңышҡа өлгәшмәһә лә, уның өс клубы Рәсәй беренселегенең призерҙар исемлегенә инде. Был – республикабыҙ тарихында булмаған хәл. «Салауат Юлаев» менән уның бер туған «ҡустыһы» – «Толпар» командаһы үҫмерҙәре бронза миҙал призеры булһа, Нефтекаманың «Торос» командаһы үҙ тарихында башлап юғары лиганың көмөш миҙалына эйә булды. Афарин!

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡташыбыҙ Лилиә Шобухова – марафон еңеүсеһе Яңылыҡтар » Спорт

    Яҡташыбыҙ  Лилиә Шобухова – марафон еңеүсеһеХалыҡ-ара марафон йүгереүендә финишҡа беренсе килеп, Рәсәй тарихында тәүгә ошо ҙур уңышҡа иреште. Уҙған йыл да яҡташыбыҙ 42 саҡрым араны өсөнсө булып килеп, маҡ­тауға лайыҡ булғайны. Һәм бына быйыл, уҙған һөҙөмтәһенән ике минутҡа шәберәк килеп, икенсе урын алыусы тағы бер Рәсәй спортсыһы Инга Абитованы 19 секундҡа артта ҡалдырҙы. Шобухова өсөн был өсөнсө марафон. Быға тиклем ул Чикаголағы марафонда еңеүсе булғайны.
    Ғөмүмән, донъялағы иң абруйлы әлеге бәйгелә 37 меңгә яҡын спортсы һәм һәүәҫкәр йүгереүсе ҡатнашҡан. Был уңыштан һуң Лилиә Барселонала уҙасаҡ Европа беренселегендә ҡатнашырға йыйына.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Толпар» – бронза миҙал призеры! Яңылыҡтар » Спорт

    «Толпар» командаһының баш тренеры Александр СЕМАК:
    – Бөгөн тәрбиәләнеүселәрем һаҡланыбыраҡ уйнап, булған мөмкинлектәрен оҫта файҙаланды. Ғөмүмән, дөйөм плей-оффҡа һәм дә даими беренселек һөҙөмтәләренә килгәндә, командаға «дүртле» билдәһен ҡуйырға була. Беҙ беренселектә икенсе урынды алып, плей-оффта көслө Череповец, Омск командаларын оттоҡ. Шул уҡ ярымфиналда «Кузнецские медведи» хоккейсыларын да еңергә тейеш инек тә, тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында финалға сыға алманыҡ.
    Әлегә тәрбиәләнеүселәремдән айырып ҡына бер кемде лә маҡтарға йыйынмайым. Иң мөһиме – команда бар. Барыһы ла тырышты, матур уйын күрһәтеп, бына ошо уңышҡа барып еттек.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батырҙар ҡиссаһы Яңылыҡтар » Спорт

    Батырҙар ҡиссаһыБаймаҡтың "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Темәс ауылы кубогына көрәш буйынса турнир уҙҙы. Темәс ауылы призына үҫмерҙәр араһында дүртенсе йыл рәттән уҙғарылып килеүсе көрәш турниры район халҡы өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелеп килә, буғай. Быйыл да Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура райондарының йәш көрәшселәре – йәмғеһе 37 бала – команда һәм шәхси беренселектә ярышты. Көсөргәнешле алыш һөҙөмтәһендә Баймаҡ командаһы беренсе урынды яуланы, икенсе, өсөнсө, дүртенсе урындарҙы Әбйәлил, Хәйбулла һәм Ейәнсура райондары бүлеште. Шәхси беренселектә еңеүселәр булып 35 кг ауырлыҡта Артур Талипов, 40 кг ауырлыҡта Тимур Солтанов, 45 кг ауырлыҡта Рәфис Ишмуллин, 55 кг ауырлыҡта Шамил Солтанов, 60 кг ауырлыҡта Венер Нәбиев, 65 кг ауырлыҡта Өлфәт Шөғөров, 70 кг ауырлыҡта Рифат Моратов, 70 кг-дан ашыу ауырлыҡта Рәфис Сәлимов еңеүсе тип табылды.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алдан ҡысҡырған «кәкүк»тәр яңылышты. Әлегә... Яңылыҡтар » Спорт

    Алдан ҡысҡырған «кәкүк»тәр яңылышты. Әлегә...Бөтә донъя Исландиялағы тәбиғәт афәтенә зарланып, шау-гөр килгәндә, кемдәрҙер ҡәҙимге тормошон дауам итеп, үҙ эше менән мәшғүл. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Европа ла, Америка менән Канада ла ҙур хоккей менән йәшәй. Сөнки һәр береһендә беренселектең иң ҡыҙыу мәле башланды. Шул уҡ Рәсәйҙә генә өс титул уйнатыла. КХЛ-да Гагарин кубогы өсөн көрәш ҡыҙһа, Йәштәр һәм юғары лигала бәйге башланып ҡына тора. Шулай уҡ Белоруссияла 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге үҙенең юғары нөктәһенә етеп килә. Гагарин кубогына килгәндә, Зиннәтулла Билалетдиновтың тәрбиәләнеүселәре МВД уйынсыларына ҡаршы тәүге ике осрашыуҙа ауырлыҡһыҙ ғына ике еңеү яулағас, барыһы ла уларҙы фаворит итеп, Гагарин кубогын был юлы ла ҡаҙандар яулар, тип һөрән һалырға ашыҡты.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр үлһә лә, исеме онотолмай Яңылыҡтар » Спорт

    Батыр үлһә лә, исеме онотолмайОшо көндәрҙә Өфө һынлы сәнғәт гимназияһында егеттәр араһында Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән Вадим Баҡыевтың яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы үтте. Ике йыл элек Ҡаҙан юғары хәрби-танк училищеһы курсанты, лейтенант Вадим Нурислам улы Баҡыев хәрби полигонда батырҙарса һәләк була. Атыш урынына китеп барғанда уның экипажында кемдер яңылыш танкының янғын һүндереү системаһын эшләтеп ебәрә. Ике кеше газдан иҫен юғалта. Экипаж командиры булараҡ, Вадим юғалып ҡалмай, иптәштәрен ҡотҡарырға үҙендә көс таба. Әммә үҙенә ярҙам итеп өлгөрмәйҙәр. Вадим Баҡыевҡа үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены бирелә. Былтыр ул уҡыған Амангилде ауылы урта мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ә быйыл синыфташы Айнур Ҡужәхмәтов уның иҫтәлегенә волейбол ярышы ойошторҙо. Бағыусыһы булып та үҙе сығыш яһаны. Был изге эште башҡарыуҙа Гусев ауылы егете Динислам Ғәтиәтуллин да ярҙам итте.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru