Ҡул һелтәй, балта саба.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Шәхси хужалыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Спартак-Нальчик» һағайта... Яңылыҡтар » Спорт

    Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең Премьер-лига командалары бишенсе турын уҙғарҙы. Турнир таблицаһының иң үренә менеп баҫҡан «Спартак-Нальчик» футболсылары, ике йыл рәттән Рәсәй чемпионы исемен яулаған «Рубин» уйынсылары менән 1:1 иҫәбенә уйнап, лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалды. Чемпион иһә һигеҙ мәрәй менән дүртенсе урында урынлашҡан. 10-шар мәрәй менән икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешеүсе ЦСКА һәм «Зенит» командалары ла үҙ дәғүәселәрен отто. Әйтәйек, ЦСКА «Алания»ны 3:1 иҫәбенә еңһә, «Зенит» клубы «Локомотив» менән 1:0 иҫәбенә уйнаны.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡ барс» финалды еңеүҙән башланы Яңылыҡтар » Спорт

    КХЛ беренселегенең икенсе тапҡыр уйнатылған Гагарин кубогы өсөн финал уйыны башланды. Моғайын, үҙенең төп бәйгелә сығыш яһаясағын уйына ла килтермәгән Балашиха командаһы үҙ майҙанында уҙған миҙгел чемпионы – «Аҡ барс» хоккейсыларын ҡабул итте. Тәүгеләре, һушына килә алмай, был ысынмы, әллә төшмө, тип боҙға башта үҙ-үҙенә ышанмайыраҡ сыҡһа, икенселәре, инде күптән әсе-сөсөһөн татып, бер ни булмағандай, сираттағы дәғүәсегә ҡаршы һынау тотам, тип тыныс ҡына үҙ эшенә тотондо. Шулай ҙа беренсе булып иҫәпте хужалар аса. Ҡунаҡтар тигеҙләй. МВД йәнә алға сыға. «Аҡ барс» тигеҙләй...

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батырға ла ял кәрәк Яңылыҡтар » Спорт

    Батырға ла ял кәрәкОльга 1975 йылдың 7 июлендә Красноярск өлкәһенең Бородино ҡалаһында тыуған. Башта саңғы спорты менән шөғөлләнә. 1993 – 1995 йылдарҙа үҫмерҙәр командаһы составында ике тапҡыр донъя беренселеге еңеүсеһе исемен яулай, призерҙар исемлегенә эләгә. 2000 йылдан биатлон менән шөғөлләнә башлай. 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙа уҙған ҡышҡы Олимпия уйындарында шәхси беренселектә – алтын, эстафета командаһы составында бронза миҙалға эйә була. Донъя беренселектәрендә призерҙар исемлегенән төшмәй, Рәсәй йыйылма командаһы составында эстафетала барлығы дүрт тапҡыр юғары подиумға күтәрелә. Быйыл Ванкуверҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарында, Рәсәй командаһы составында йәнә юғары баҫҡысҡа үрләп, сираттағы алтын миҙалын яулай.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    18 йәшлектәр кемдең кемлеген иҫбатлай Яңылыҡтар » Спорт

    18 йәшлектәр кемдең кемлеген иҫбатлайБелоруссияла хоккей буйынса 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге старт алды. Рәсәй йыйылма командаһы үҙ төркөмөндә тәүге уйынын Чехия үҫмерҙәре менән уҙғар­ҙы һәм, уларҙы 4:1 иҫәбенә отоп, тәүге еңеү шатлығын кисерҙе. Майҙан хужаларына саҡ ҡына уңыш етеңкерәмәне. Улар Финляндия командаһына өҫтәмә ваҡытта 3:4 иҫәбенә еңелде. Ә бына Швейцарияныҡылар көтмәгәндә көслө Канада уйынсыларын 3:1 иҫәбенә отоп, барыһын да хайран ҡалдырҙы. Тик шатлыҡтары оҙаҡҡа һуҙылманы. Икенсе көндә улар былтырғы донъя чемпионы – АҠШ спортсыларынан 1:5 иҫәбенә ҡыйратылды.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Торос» – финалда! Яңылыҡтар » Спорт

    Нефтекаманың хоккей буйынса юғары лигала сығыш яһаусы «Торос» командаһы, плей-оффтың ярымфиналында Пермдең билдәле «Молот-Прикамье» хоккейсыларын өс уйында отоп, үҙ тарихында башлап финалға сыҡты. Афарин! Һуңғы хәл иткес осрашыуҙа яҡташтарыбыҙ хужалар­ҙы 3:0 иҫәбенә еңеп, ошо хоҡуҡты яуланы. Уларҙың буласаҡ дәғүәсеһе булып Ханты-Мансиҙың «Югра» командаһы танылды. Улар ярымфиналда Пензаның «Дизель» уйынсыларын төшөрөп ҡалдырҙы.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күршеләр быйыл да көслөрәк Яңылыҡтар » Спорт

    – Йәл, әлбиттә. Нишләйһең, беҙҙең өсөн плей-офф тамам. Мин көйәрмәндәребеҙ алдында ғәфү үтенәм. Нисек кенә булмаһын, миҙгел буйына мауыҡтырғыс уйын күрһәттек, тик, үкенескә күрә, маҡсатыбыҙға ирешә алманыҡ. Ғөмүмән, беҙҙең өсөн плей-офф бик ауыр башланды. «Автомобилист»ы үткәс, «Нефтехимик» командаһы «тешләшеп» маташты. Ә инде «Аҡ барс» менән осрашыуҙар бөтөнләй ауыр башланды. Өс уйын рәттән отолғас та, өмөт бар ине әле. Тәрбиәләнеүселәрем, шуны аңлағандай, ике уйында еңеп, көйәрмәндәребеҙҙә лә өмөт уятты. Тик өсөнсө уңышҡа хәлебеҙ етеңкерәмәне. «Аҡ барс»тың ҡапҡа һаҡсыһы ла еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Беҙ ҙә күп мөмкинлегебеҙҙе файҙалана алманыҡ. Ҡаҙан хоккейсылары отто, тимәк, улар беҙҙән көслөрәк булып сыға.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәрәкәттә – бәрәкәт. Беҙ булдырабыҙ! Яңылыҡтар » Спорт

    Ур-ра-а! «Салауат Юлаев» еңде! Бындай ҡыуанысты беҙҙең, меңәрләгән көйәрмәндең, күптән, дөрөҫөрәге, 2008 йылдан бирле кисергәнебеҙ булманы, буғай.
    Әлбиттә, әлегә һөрән һалырға иртәрәк. Әммә ошондай хәл иткес уйындарҙа юлаевсыларҙың уйынды алып сығыуы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Күптәр Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәрен бик иртә ялға оҙатмаҡсы булды. Быға ситтәге көстәр ҙә үҙ өлөшөн индереп маташты. Әле маташырҙар ҙа… Тик «Салауат Юлаев»ҡа, провокацияға бирелмәй, уҙған осрашыуҙағы һымаҡ үҙ уйынын уйнарға кәрәк. Хөкөм итеүселәр, теләһә ниндәй һылтау табып, кәрәкле уйынсыларыбыҙҙы уйындан күпме генә ситләтмәһен, өфөләрҙе барыбер аяҡтан йыға алмаясаҡ. Тегеләре лә, йәрәхәт алған шикелле килештереп, боҙҙа һуҙылып ятып, судьянан хөкөм көттө. Уныһы, шуны ғына көткәндәй, ярҙамға ашыҡты. Ә «йәрәхәтләнеүсе», бер ни булмағандай, уйнауын дауам итте. Ҡыҫҡаса әйткәндә, был юлы ла ҡара көстәр беҙгә ҡаршы уйнаны, тик пландары тор­мошҡа ашманы. Үҙ уйыны менән күптәр­ҙе ҡыуандырған виртуоз Александр Радулов, икенсе һулыш алғандай, йәнә үҙ асылына ҡайтты һәм командаһына кәрәкле еңеү килтерҙе. Афарин!

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡбуҙат» – боҙҙа! Яңылыҡтар » Спорт

    «Аҡбуҙат» – боҙҙа!– Нимәгә һеҙгә артыҡ баш ауыртыуы – хоккей? Һеҙҙең башҡа эшегеҙ юҡмы әллә? Проблемаларығыҙ әҙме ни ауылда? – шулай тип һорауҙар менән күмеп ташланым Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы мәктәбе директоры Шафиҡ Хәмитовты. Тауышында тәүҙә аптырау сағылғандай тойолдо: «Кеше нимә менән булһа ла шөғөлләнергә тейеш түгелме? Минең уйымса, әүрәткес кәрәк! – шунан йылмайҙы. – Икмәк менән генә кеше туҡ булмай, ти бит әле урыҫтар, шуның кеүек инде. Ғөмүмән, һәр бер ауылда спорт үҙәге, мәҙәниәт усағы гөрләп эшләһә-ә... Балалар, йәштәр кисен, ҡайҙа барырға, тип аптырап, эсеп, һуғышып, үҙ баштарына мажара эҙләп йөрөмәҫ, ә клубҡа килер, спорт залына йыйылып, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрер ине. Бына беҙҙең ауыл балалары ике тиҫтәгә яҡын йыл хоккей уйнай – тәмәке тартмайҙар, иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ түгелдәр. Шуның өсөн генә лә бөтә проблемаларҙы йырып үтергә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ауылда спортты йәйелдереүгә бар көстө һалырға була».

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru