Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ «теш» күрһәтәсәкбеҙ әле Яңылыҡтар » Спорт

    Эйе, сығыр, әгәр бәхет һәр ваҡыт уларға йылмайһа. Өҫтәүенә, судьялар ҙа ярҙам ҡулы һуҙһа... Ҡаҙандағы ике уйын ошондай тойғо ҡалдыра. Бер өфөләр генә бысраҡ уйнаған һымаҡ. Судьяларҙы яманлағандан түгел, улар үҙ эшен белә. Тик бына хәл иткес осрашыуҙарҙа ваҡ-төйәк, икенсе төрлө әйткәндә, уйын мәлендәге әһәмиәтһеҙ тәртип боҙоуҙар өсөн хоккейсыларҙы штраф эскәмйәһенә ултыртыу бер нисек тә аңлашылмай. Улар юрамал Вячеслав Быков командаһына аяҡ салған кеүек тойола. Ул бер беҙҙең генә фекер түгел. Интернет селтәренә инеп, ниндәй генә спорт сайтын асма, һүҙ тик ошо хаҡта бара. Әллә инде Ванкуверҙа уҙған Олимпия уйындарындағы еңелеү Быковтың еңел булмаған яҙмышына ауыр йөк булып ятты, әллә Мәскәүҙе ташлап Өфөгә килеүе күп хоккей түрәләренең йәненә тейҙе – белмәҫһең. Үҙәктәге бар халыҡ, өфөләргә ҡаршы уйҙары менән юлаевсыларҙы плей-оффтан төшөрөп ҡалдырыуҙы хуп күрә. Һаман да улар ситтәге төбәктәргә ҡарашын үҙгәртергә ашыҡмай.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Спорт яңылыҡтары Яңылыҡтар » Спорт

    Өфөнөң Рәсәй Йәштәр лигаһында Харламов кубогы өсөн көрәшеүсе «Толпар» уйынсылары финалға сығыр өсөн Новокузнецкиҙың «Кузнецкие медведи» хоккейсылары менән көрәшен дауам итте. Әлегә унда серия буйынса иҫәп тигеҙ – 2:2. Һуңғы бишенсе көсөргәнешле алыш кисә кис Өфө боҙ аренаһында үтте.
    Ә бына уларҙың дәғүәсеһе билдәле лә инде. Магнитогорскиҙың «Стальные лисы» командаһы, ярымфиналда «Белые медведи» уйынсыларын дөйөм 3:1 иҫәбенә еңеп, финалда осрашасаҡ дәғүәсеһен көтә.

    авторы: admin | 7 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡаҙанға еңеү өсөн генә барабыҙ» Яңылыҡтар » Спорт

    «Ҡаҙанға еңеү өсөн генә барабыҙ»Шулай була күрһен, тип теләй «Салауат Юлаев»тың меңәрләгән көйәрмәне.
    «Тәрбиәләнеүселәрем һөжүм итә, осрашыу буйына күп осраҡта өҫтөнлөк итеп, һөҙөмтәгә ирешергә мөмкинлектәр тыуҙыра. Тик инде нисәмә уйын уңышҡа ирешә алмай йонсой. Үҙем дә аптырайым, һөжүмселәребеҙ ҙә борсола», – тип йомғаҡ яһаны баш тренерыбыҙ уҙған ике уйынға.
    Эйе, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Беҙ ҙә уға шаһитбыҙ. «Аҡ барс» бит әллә ни көслө уйыны менән өфөләрҙе алдыра алманы, әлеге лә баяғы килеп сыҡҡан һирәк-мирәк мөмкинлектәрен тормошҡа ашырып, кәрәкле ике еңеүҙе яуланы. Ғәйеп ҡапҡасыларыбыҙҙа ла юҡ түгел. Тәүге уйында Еременко ҡапҡабыҙға әллә ни ҡурҡыныс менән янамаған, еңел тота торған голдарҙы үткәртһә, икенсеһендә Колесник командаһын бөтөнләй ҡотҡара алманы.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Батырҙар көс һынашты Яңылыҡтар » Спорт

    Афған һуғышы яугиры Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә яҡташтары – йомағужалар башлап ебәргән милли көрәш буйынса ярыш үткәреү матур йолаға әйләнде. Башта ул Йомағужа мәктәбендә генә үткәрелһә, бер аҙҙан – район, зона, ә 2007 йылдан район хакимиәте һәм БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булышлығында район-ара кимәлдә ойошторола. Юлдыбай һаулыҡ һаҡлау комплексында үткән ярышта, ғәҙәттә, Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларынан йөҙләп көрәшсе ҡатнаша.
    Йылайыр яугиры кубогын төрлө йылдарҙа йылайыр­ҙар – дүрт, баймаҡтар менән әбйәлилдәр – өсәр, ейәнсуралар бер мәртәбә яуланы. Ейәнсуранан Айбулат Дәүләтҡолов, Баймаҡтан Урал Ғүмәров, Йылайырҙан Рәфис Аҙнағолов – икешәр, Ейәнсуранан Ғәзим Танһыҡҡужин менән Сибайҙан Руслан Бикембәтов берәр мәртәбә абсолют чемпион булды. Келәм батыр­ҙарының, үҙәктәрҙән тыш, Ейәнсура районының Муйнаҡ, Баймаҡ районының Юлыҡ менән Таулыҡай, хужаларҙың Йомағужа ауылдарында даими шөғөлләнеүе ҡыуандыра. Быйылғы ярыш Республика йылына арналып, унда Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһы батырҙары көс һынашты.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Патрик ТОРЕСЕН: «Бында балды шул тиклем яраталар, хатта мискәләп ашайҙар...» Яңылыҡтар » Спорт

    Патрик ТОРЕСЕН: «Бында балды шул тиклем яраталар, хатта мискәләп ашайҙар...»Патрик Торесен, һул һөжүмсе. Норвегия легионеры 1983 йылдың 7 ноябрендә Осло ҡалаһында тыуған. Спорт карьераһын 2003 йылда Швецияның «Юргорден» клубында башлай. Унда өс миҙгел уйнағандан һуң, көсөн НХЛ-да һынап ҡарамаҡсы булып, башта «Эдмонтон» командаһында сығыш яһай, һуңынан «Филадельфия»ла ла уйнап өлгөрә. Унда ике миҙгел эсендә 106 уйын уҙғарып, 24 (6+18) мәрәй йыя. Өйләнгән. Ҡатыны менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә.
    Бына шундай күрһәткес менән Торесен, үҙе әйтмешләй, көтмәгәндә КХЛ беренселегенә килеп эләгә. Башта уға Мәскәүҙең «Спартак» клубы күҙ һала. Тик уртаҡ фекергә килә алмай, һөйләшеүҙәр өҙөлә һәм былтыр Швейцарияла уҙған донъя беренселегенән һуң «Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге уға Өфөгә килергә тәҡдим яһай. Патрик, контракттың бар тәҡдимдәренә риза булып, Рәсәйҙе яуларға, дөрөҫөрәге, Өфөгә юллана.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балалар спортты яратһын Спорт, Мәғәриф

    Йылдан-йыл спартакиадаға яңы спорт төрҙәре өҫтәлеп тора. Быйыл уҡыусылар спорттың ун ике төрө – мини-футбол, гер спорты, милли көрәш, волейбол, бокс, саңғы ярыштары, полиатлон, шахмат, өҫтәл теннисы, баскетбол, еңел атлетика, лапта буйынса көс һынаша.
    Көрәш һәм гер спорты буйынса һөҙөмтәләр яһалған да инде. Салауат районы, Өфө ҡалаһының Октябрь районы һәм Мәләүез ҡалаһы командалары көрәш буйынса үҙ номинацияларында еңеүселәр булды. Гер күтәреүселәр араһында Ҡариҙел районы, Октябрьский һәм Бөрө ҡалалары командалары көслө булыуын иҫбат итте.
    – Спартакиаданың маҡсаты – балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм урындарҙа талантлы балаларҙы асыҡлау, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов. – Сөнки бөтә райондарҙа ла Олимпиада үҙәктәре юҡ, һәләтле балалар күренмәй ҡала.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниһайәт, Касутинды оттоҡ... Яңылыҡтар » Спорт

    Етте, «Нефтехимик»... Дөрөҫөрәге, етте, Касутин! Юлаевсыларҙы ғына түгел, бөтә Башҡортостандың хоккей һөйөүселәрен үҙеңдең ныҡышмалылығың менән ҡаҡшаттың. Былай ҙа һин Татарстандың милли геройына әйләндең. Командалаш иптәштәрең дә ҙур маҡтауға лайыҡ. Ә бына даими беренселек еңеүсеһе – «Салауат Юлаев» хоккейсылары алтынсы хәл иткес осрашыу­ҙа Түбәнге Кама уйынсыларын ялға ебәреп, Гагарин кубогы артынан юлын дауам итте. Тик, йыһанға барып етер өсөн, әле уларға ут күршебеҙҙең тағы бер, тик был юлы көслөрәк «Аҡ барс» командаһына ҡаршы һынау тоторға тура киләсәк. Икенсенән, улар был кубоктың тәмен татып өлгөрҙө лә инде. Әле лә тартынмайынса, икенсе йыл рәттән уны эләктермәксе булып яналар, сөнки, нисек кенә булмаһын, көсөргәнешле алышта Магнитогор­скиҙың «Металлург»ын төп бәйгенән төшөрөп ҡалдырҙылар.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Красников Ҡадировтың рекордын ҡабатланы! Яңылыҡтар » Спорт

    Красников Ҡадировтың рекордын ҡабатланы!Шатланмайынса сара юҡ! Башҡорт еренә һәләтле спортсыларҙың даны яуа ғына... Әле яңы ғына Олимпия һәм Паралимпия уйындарында юғары һөҙөмтәләргә ирешкән яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерһәк, сиратта – мотоуҙыш! Берлинда үткән 45-се донъя чемпионатында донъя чемпионы Николай Красников лайыҡлы сығыш яһап, утыҙ ете йылдан һуң легендар спортсы Ғабдрахман Ҡадировтың рекордын ҡабатланы.
    Ғ. Ҡадиров исемендәге спорт клубы директоры Риф Сәйетгәрәев, Красниковтың еңеүе клубҡа ғына түгел, республика өсөн дә мөһим, предприятие Николай йәнә ике миҙгел ярыштарында ҡатнашһын өсөн бар көсөн һаласаҡ, тип белдерҙе.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru