Иренсәк иркә булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Батша васыяты
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Ҡолаҡ һал!
  • Июнь
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфө Ванкувер геройҙарын ҡаршы алды Яңылыҡтар » Спорт

    Өфө Ванкувер геройҙарын ҡаршы алдыҠайттылар. Паралимпия геройҙары – дүрт алтын менән бер көмөш миҙалды муйынына таҡҡан яҡташыбыҙ Ирек Зарипов, өс алтын миҙал менән ике көмөш миҙалға эйә булған Кирилл Михайлов һәм был юлы уңыш йылмаймаған, әммә заманында Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы булған Ирек Маннанов тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Ваҡыттың иртә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы ата-әсәләре, ғаиләләре, туғандары, дуҫтары, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, журналистар алҡыштарға күмеп ҡаршы алды.
    – Мин был уңышҡа дүрт йыл буйына килдем. Тик бер уйында ғына дүрт тапҡыр юғары подиумға күтәрелеүем башҡа һыймаҫлыҡ хыял һымаҡ тойолдо. Бик шатмын һәм бәхетлемен. Был еңеүҙәремде ғаиләмә, улыма, бигерәк тә әсәйемә бағышланым. Улар миндә өмөт осҡоно ҡабыҙмаһа, белмәйем, был ваҡытта ҡайҙа һәм нимә менән шөғөлләнгән булыр инем... – тине Паралимпия асышы Ирек Зарипов.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берәүҙәр ымһына, икенселәр баш вата... Яңылыҡтар » Спорт

    Берәүҙәр ымһына, икенселәр баш вата...ЕҢЕҮЕН-еңделәр, тик ниндәй көс менән бит әле. Голы ла уйламағанда Түбәнге Кама ҡалаһының милли геройына әүерелгән ҡапҡа һаҡсыһы Касутиндың ҡапҡаһына барып ояланы. Тимәк, был юлы Хоҙай Тәғәлә ҡунаҡтар яғында булғандыр. Мөмкинлектәр ҙә, өҫтөнлөк тә юлаевсылар яғында булды-булыуын. Тик әлеге лә баяғы һөҙөмтәгә әйләндерә алманылар. Бер ваҡыт хатта күршеләрҙең ҡапҡаһына ҡапыл инеп сыҡҡан шайбаны ла күрмәй, иғтибарһыҙ ҡалдырҙылар. Быға тиклем бындай осраҡтың булғаны юҡ ине шикелле. Булһа була икән...
    Шуға ҡарамаҫтан, осрашыу дауам итте. Хужалар ҙа иҫәпте тигеҙләргә ашыҡманы, ҡунаҡтар ҙа һаҡланыбыраҡ уйнап, бәхетте контр­һөжүмдә эҙләне. Әлбиттә, «Нефтехимик»тың уйынды ҡотҡарырға мөмкинлеге булды. Тик был юлы ҡапҡасыбыҙ Александр Еременко ҡапҡабыҙҙы амбразурала торғандай һаҡланы. Был еңеүҙә уның өлөшө бик ҙур.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берәүҙәр ымһына, икенселәр баш вата... Яңылыҡтар » Спорт

    Берәүҙәр ымһына, икенселәр баш вата...ЕҢЕҮЕН-еңделәр, тик ниндәй көс менән бит әле. Голы ла уйламағанда Түбәнге Кама ҡалаһының милли геройына әүерелгән ҡапҡа һаҡсыһы Касутиндың ҡапҡаһына барып ояланы. Тимәк, был юлы Хоҙай Тәғәлә ҡунаҡтар яғында булғандыр. Мөмкинлектәр ҙә, өҫтөнлөк тә юлаевсылар яғында булды-булыуын. Тик әлеге лә баяғы һөҙөмтәгә әйләндерә алманылар. Бер ваҡыт хатта күршеләрҙең ҡапҡаһына ҡапыл инеп сыҡҡан шайбаны ла күрмәй, иғтибарһыҙ ҡалдырҙылар. Быға тиклем бындай осраҡтың булғаны юҡ ине шикелле. Булһа була икән...
    Шуға ҡарамаҫтан, осрашыу дауам итте. Хужалар ҙа иҫәпте тигеҙләргә ашыҡманы, ҡунаҡтар ҙа һаҡланыбыраҡ уйнап, бәхетте контр­һөжүмдә эҙләне. Әлбиттә, «Нефтехимик»тың уйынды ҡотҡарырға мөмкинлеге булды. Тик был юлы ҡапҡасыбыҙ Александр Еременко ҡапҡабыҙҙы амбразурала торғандай һаҡланы. Был еңеүҙә уның өлөшө бик ҙур.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат»тың «ат»ын ҡороҡланылар Яңылыҡтар » Спорт

    Мәсхәрә. Нервы ҡаҡшатҡыстар…. Бындай уйын менән ниндәй өмөт булһын? Команда ла юҡ, етәкселәре лә исем өсөн… Дәғүәсеһе лә уртансы команда! Шуға ла осрашыуҙары ябай, көсөргәнешһеҙ, төҫһөҙ. Ҡайҙа булған беренсе «пятерка», ҡайҙа һуға профессиональ һаҡсылар? Ғөмүмән, ҡайҙа булған КХЛ-дың даими беренселеге еңеүсеһе? Быков ҡайҙа ҡарай? Ҡайҙа? Ярай, икенсе уйында мөмкинлектәрҙе файҙалана алманыҡ та икән, ти. Ә был уйында мөмкинлектәребеҙ ҙә булманы бит. «Нефтехимик» командаһы өфөләрҙе аяҡ-ҡулдарынан «бәйләп һалды» бит. Ысҡыныр өсөн береһе лә тырышлыҡ күрһәтмәне, исмаһам. Плей-офф бомбардиры Александр Радулов бөтөнләй иңенә алған яуаплылыҡты еренә еткермәй, тигеҙ ерҙә ҡолап, аптырап, судьяларҙан күҙен алманы. Өфөләрҙең рәтен нығытыр өсөн килгән, элек ЦСКА-ла сығыш яһаған Петр Счастливый ҙа ышанысты аҡлай алмай ыҙалана. Нимә уларҙың һәр береһен тәнҡитләргә? Командабыҙ был уйынға әҙерлекһеҙ сыҡты.

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ванкуверҙан – ун миҙал! Яңылыҡтар » Спорт

    Ванкуверҙан – ун миҙал!Башҡортостан егеттәре Ирек Зарипов менән Кирилл Михайлов барыһын да таң ҡалдырҙы. Ванкуверҙа X Паралимпия уйындарына йомғаҡ яһалды. Рәсәй йыйылма командаһы, бөтәһе 38 – 12 алтын, 16 көмөш һәм 10 бронза миҙал яулап, дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынды яуланы. Юғары пробалы миҙалдар һаны буйынса беҙҙе тик Германия командаһы (13 миҙал) ғына уҙҙы. Ни тиһәң дә , уларҙа – ун өс алтын! Әммә пьедесталға бер илдең дә спортсылары беҙҙекеләр кеүек йыш күтәрелмәне!
    Беҙҙекеләр Паралимпиадала милли рекордты яңыртты. Ватандаштарыбыҙ быға тиклем 33 награданан арттыра алғаны юҡ ине. Башҡортостандан ғына ла 26 йәшлек Ирек Зарипов дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яулаһа, Мишкә районы егете Кирилл Михайлов өс алтын менән ике көмөш миҙалға лайыҡ булды.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күршеләр бирешергә уйламай Яңылыҡтар » Спорт

    Күршеләр бирешергә уйламайБеҙ «Салауат Юлаев»тың уйынына өйрәндек шикелле. Башлыса, һаҡланыбыраҡ уйнаныҡ, әммә һөжүмде лә онотманыҡ. Әлбиттә, беҙҙең ҡапҡа янында ҡурҡыныс осраҡтар йыш булды, шуға күрә ҡапҡа һаҡсыбыҙ маҡтауға лайыҡ. Бишенсе осорға сыҡҡанда, тәрбиәләнеүселәремә, уйынды оҙаҡҡа һуҙмаҫ өсөн тиҙерәк гол индерегеҙ, тип әйткәйнем, сыҡтылар ҙа уңышҡа өлгәштеләр. Маладис!
    Бына шулай тип һығымта яһаны ике команданың баш тренерҙары. Икеһе лә хаҡлы. Беренсе осрашыуҙа юлаевсылар дәғүәсеһен пыран-зыран килтерһә, икенсеһендә, күпме тырышмаһындар, «Нефте­химик»тың ҡапҡаһына «асҡыс» таба алмай ыҙаландылар. Ҡапҡа һаҡсылары ла күп осраҡта ҡотҡарҙы. Әммә Григоренко, Пережогин, Радулов кеүек һөжүмселәрбеҙ, сәкәндәре кәкрәйгәндәй, шайбаны ҡапҡаға тура бәрә алмай этләнде.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туғыҙ «алтын»дың алтауһы – Башҡортостан егеттәрендә! Яңылыҡтар » Спорт

    Туғыҙ «алтын»дың алтауһы – Башҡортостан егеттәрендә!Ирек Зарипов менән Кирилл Михайлов йәнә еңеү яуланы. Башҡортостан паралимпиясыһы Ирек Зарипов, йәнә уңышҡа өлгәшеп, быға тиклем яулаған ике алтын миҙалы янына тағы икәүҙе өҫтәне. Өсөнсө юғары уңышҡа биатлон буйынса шәхси беренселектә өлгәшһә, һуңынан 10 саҡрым араға саңғыла йүгереүҙә финиш һыҙығын беренсе булып үтте.
    Шулай уҡ тағы бер яҡташыбыҙ – Мишкә егете Кирилл Михайлов та Паралимпия уйындарының ике тапҡыр чемионы исеменә лайыҡ булды.
    Әле Рәсәй спортсылары, туғыҙ алтын, 12 көмөш һәм ете бронза миҙал яулап, дөйөм команда беренселегендә беренсе урында килә.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡылға ултырттылар Яңылыҡтар » Спорт

    Бына шулай була ул. Һабаҡ бирҙеләрме?.. Бирҙеләр. Колесниктың тишелгән башы өсөн «Салауат»тар күрше өлкәнең хоккей клубын мәсхәрәле тар-мар итте – 8:1 иҫәбенә еңде.
    Екатеринбург хоккейсылары, башын ҡайҙа тығырға белмәй, боҙҙа өйрөлөп-сөйрөлдө... «Салауат Юлаев» командаһы осрашыуҙың тәүге минутынан уҡ хужалар­ҙы ҡыҫырыҡлап, икенсе осорға ҙур өҫтөнлөк менән сыҡты. «Автомобилист» командаһы, быға тиклем өс уйында ла тоғро һаҡта торған ҡапҡасыһын алмаштырһа ла, ҡунаҡтарға ҡаршы бер ни ҡыла алманы. Шайбалар ҡапҡаларына нисек «ояланы», шулай осор буйына ишәйгәндән-ишәйҙе. Голдарҙы Владимир Антипов, Александр Радулов, Александр Пережогин, Патрик Торесен, Константин Кольцов, Виктор Козлов һәм ике тапҡыр Мирослав Блатяк индерҙе.

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru