|
 |
|
Ҡәҙерле редакция! Бер насар холҡомдан нисек ҡотолорға кәңәш бирһәгеҙсе? Мин кеше менән аралашырға яратам, еңел танышам, дуҫтарым да етерлек. Тик йыш ҡына эргәмдәгеләрҙең кире яҡтарын тиҙ генә күреп, үҙҙәренә сатнатып әйтеп, үпкәләтә лә ҡуям. Быны һиҙмәй ҙә ҡалам хатта. Үҙемә лә уңайһыҙ, тегеләр ҙә минән ситләшә. Нимә эшләргә һуң? Был ғәҙәттән арыныу сараһы бармы икән? – Эйе, Айгөл, һинең кеүек холоҡло кешеләр байтаҡ ҡына шул. Дөрөҫ тәнҡит ҡамасауламай, ә бына һиңә әйләнгән һайын урынлы-урынһыҙ иҫкәрмәләр эшләһәләр, ысынлап та, еңел түгел. Уйлап ҡара әле – үҙеңдең дә кире яҡтарың барҙыр. Шуға иң тәүҙә үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡара. Кешегә бик тә иҫкәртеү яһағың килһә, уны йомшаҡ итеп, дуҫтарса ғына әйт. Иң дөрөҫө – кире яғын әйтерҙән алда ыңғай яғын билдәләп маҡтап алыу. |
|
|
|
29 йәшлек В. Ольганың хатынан: «Ваҡыты-ваҡыты менән үҙемде тиреҫ өйөмөндә йәшәгән кеүек тоям. Аяғыңа баҫып, башыңды тиреҫ араһынан сығарыуың була, башыңа «тыңҡ» итеп килтереп бәрәсәктәр. Йәнәһе, башыңды ҡайҙа тығаһың? Башҡалар кеүек йәшәүеңде бел! Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуя: кемгәлер барыһын да өйөп-өйөп бирә, ә кемгәлер – ҡуҡыш! Үҙемдән дә, бер ҡыуаныс булмаған ҡара-һоро тормошомдан да ҡоҫҡом килә». |
|
|
|
Күңелле, ғәмһеҙ бала саҡ иленә юлдар күптән өҙөлһә лә, уйҙарым менән ғүмеремдең иң бәхетле көндәренә йыш ҡайтып әйләнәм. Бигерәк тә күңелем болоҡһоп, эсем бошоп торған саҡтарымда. Әгәр мөмкин булһа, бейек үксәле туфлиҙарымды сисеп ырғытыр инем дә, бала сағыма ялан аяҡ ҡайтыр ҙа китер инем. Эйе, аяҡтарым һыҙырылып, ҡанап бөтһә лә, иламаҫ инем. Кескәй саҡта түҙә инем бит, хәҙер ҙә түҙермен. Ул рәхәт, бәхетле саҡтарыма әйләнеп ҡайта алһам, илап-һыҡтап тормаҫ инем әле, теге әсәй алып биргән матур зәңгәрһыу ерлеккә ваҡ ҡына аҡ борсаҡтар төшкән күлдәгемде кейеп алыр ҙа, әхирәттәрем янына йүгерер инем. Эйе, тап ана шул зәңгәр күлдәгемде кейеп, көҙгө алдында өйрөлөп-сөйөрөлөп торған ваҡыттан башлана бала сағым. Ул саҡта миңә дүрт-биш йәштәр ине шикелле. Тап шул саҡтан үҙемде иҫләйем. |
|
|
|
Алина тәҙрә яңағына башын терәп, ҡаты уйға батҡан. Инде нисәнсе ҡат шул ҡәһәрле кисте – ғүмеренең иң ауыр мәлен күҙ алдынан үткәрә. Бесәйе иләмһеҙ мыяулап, аяғына урала. Асыҡҡан ул. Хужабикәһенә иркәләнеп маташа, әммә уныһы һынташ кеүек ҡатҡан, тик торасы. Барсик һыуытҡыс ишеген тырнап ҡараны, юҡ, өндәшмәй, иғтибар ҙа итмәй бит әле. Шунан йән асыуынан хужабикәһенең аяғынан тешләне. Күрмәйме ни уны?! Шул саҡ Алина бесәйен тибеп осорҙо. – Һин, тик һин генә ғәйепле барыһына!.. Бындай мөғәмәләне Барсик унан көтмәгәйне, күҙҙәрен асыулы ялтыратып, ҡойроғон уңға-һулға һелтәне лә асыулы мырылдап, тәкәббер генә карауат аҫтына инеп китте. |
|
|
|
Бөгөн таксистарҙың тыныс күренгән эше ысын мәғәнәһендә иң хәүефлеләрҙең береһе һанала. Улар башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡарағанда талауға йышыраҡ дусар була. Шулай, Ишембай ҡалаһында йәш водителгә үҙ пассажирҙары һөжүм итә. Бәхеткә күрә, ул тере ҡала һәм полиция ярҙамында автомобилен ҡайтара. Ә енәйәтселәрҙе яза көтә. Төнгө сменалар көтөлмәгән хәлдәрһеҙ үтмәй. Пассажирҙарҙы Салауат ҡалаһынан Ишембайға алып барыусы таксист йәштәрҙең ҡыласаҡ енәйәте тураһында уйлап та бирмәй. Әйткәндәй, улар араһында йәш ҡыҙ ҙа була. |
|
|
|
 Бер нисә йыл элек Кирәевтарҙың ҡунаҡсыл йортонда булғайным инде. Ул ваҡытта Мораҙым ауылындағы ҡот осҡос бер фажиғә республикала күптәрҙе тетрәндергәйне. Баш мөхәррир хәлде урынға барып тикшереүҙе миңә йөкмәткәйне. Ауылға килеп, байтаҡ кеше менән осрашып һөйләшкәс, күптәр миңә бар ғүмерҙәрен мөғәллимлеккә бағышлаған Риф ағай һәм Гөлмаһира апайҙы күреп, фажиғә тураһында уларҙың да фекерҙәрен белергә кәңәш итте. Шул ваҡытта уҡ, ауылдаштары юҡҡа ғына был кешеләр менән осрашырға ҡушмайҙыр, тимәк, мораҙымдар Кирәевтарҙың һүҙенә ҡолаҡ һала, уларҙы ихтирам итә, тигән уй тыуғайны. |
|
|
|
Һуңғы йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе урынлаштырыу, хәстәрлек күреү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Тиҙ арала хәл итеү талап иткән етди проблема күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында тикшерелгәйне. Һандарға күҙ һалһаҡ, 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикабыҙҙа 19475 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәпләнә. Закон буйынса уларға уҡыған урындарында тулы тәьминәт, балалар йортонда йәшәү формаһында дәүләт яҡлауы гарантияланған. Ләкин йыш ҡына интернат учреждениеһынан сыҡҡан балалар, торлаҡ, медицина ярҙамы алыу, эш эҙләү, көнкүрешен, туҡланыуын, буш ваҡытын ойоштороу, ғаилә ҡороу кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ проблемалар менән осрашып, баҙап ҡала. Шунлыҡтан әлеге проблемалар комплексын хәл итеү бөтә дәүләт органдарының үҙ-ара килешеп эшләүен талап итә лә инде. |
|
|
|
|
|