Ҡалбырҙыңэше ялбыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яралы күңел Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Бала – бауыр ите, тиҙәр... Әсә өсөн балаһынан да ҡәҙерле, яҡын кеше юҡ донъяла. Ауырып китһә – борсола, күңелһеҙлектәр килеп тыуһа – ярҙам ҡулы һуҙа, иңгә көс етмәҫлек ауырлыҡтар төшһә лә балаһы менән бергә күтәрә, кәрәк саҡта кәңәштәре менән ярҙам итә. Үҫеп буй еткерһә лә, сәстәренә ҡырау төшһә лә, әсә өсөн ул барыбер сабый булып ҡала. Мәҡәлә әсә менән бала хаҡында булһа ла, уның ыңғай яҡтарын түгел, киреһенсә, үҙем шаһит булған кире яҡтарын асып һала...

    * * *

    Урамда йәй. Июнь айының сағыу ҡояшы күңелдәрҙе елкендереп, бар кешене урамға саҡыра. Ошондай мәлдә нисек итеп өйҙә түҙеп ултырмаҡ кәрәк?
    Фаил менән Наил имтихандарҙан арынғас, бер аҙ ял итеү маҡсатында, балыҡ ҡармаҡларға барырға уйланы.
    Был игеҙәк малайҙар 9-сы синыфты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Холоҡтары нәҡ ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, наҙлы. Йәш кенә булһалар ҙа, бер-береһенә ярҙамға ынтылыусан, аҡыллы, ололарға ла, кеселәргә лә итәғәтлеләр.
    ... Иртән торғас, Фаил менән Наил ҡармаҡтарын алып, велосипедтарына атланып, йылғаға табан юл алды. Улар оло юлдан түгел, ә биренән, үтеп-китеп йөрөүсе йәйәүлеләр һалған тар ғына һуҡмаҡтан китте. Бер-береһе менән уҙышып, малайҙар йылғаға яҡынлашты. Алдағы боролоштан, уңға боролһалар, йылға күренеп тора. Бына боролош... Һәм...
    Фаил үҙен кемдеңдер төрткөләүенә аңына килде. Уй, ҡулы ҡалай ауырта. Ни эшләп ул ерҙә ята? Бөтә тәне уға таш һымаҡ ауыр тойолдо. Ҡайҙа велосипеды? Наил ни эшләп күренмәй? Был ниндәй әҙәмдәр һуң?
    Ныҡлап аңына килгәс кенә малай эштең айышына төшөндө. Боролошҡа етеүгә алдан барған Наилды теге яҡтан килеп сыҡҡан «Жигули» машинаһы бәреп йыҡты. Ә артта ҡалыбыраҡ килгән Фаил, үҙе лә һиҙмәҫтән, велосипед рулен бороп, һуҡмаҡтан ситкә осто...
    Туҡта, Наил күренмәй бит, ҡараштырайым әле, тип ул тормаҡсы булды. Аяҡ-ҡулы әрнеп ауыртыуға ҡарамаҫтан, көс-хәл менән торҙо. Тик уны теге ирҙәрҙең, йәғни машина хужаларының береһе, ҡулдары менән ныҡ тотҡайны. Ысҡына алмаҫын белгәс, Фаил үҙен тотҡан һаҡалтайҙың ҡулына тешен батырҙы. Тегеһе ауыртыуға түҙмәй, малайҙы ысҡындырҙы...
    Һуҡмаҡтан ситтә, ҡан эсендә ятҡан Наилды күргәс, Фаил сайҡалып китте. Эсендә нимәлер өҙөлгәндәй булды. Башы әйләнде. Әйтерһең, үҙенең тәнен киҫтеләр. Наилды торғоҙорға маташып, эйелде. Тик туғаны ярҙамға мохтаж түгел ине инде.
    – Үлгән бит, тапап үлтерҙегеҙ бит, – тип Фаил йән өҙгөс тауыш менән, машина эргәһендә соҡонған ирҙәргә ҡысҡырҙы. Ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан ирҙәр ни ҡылырға ла белмәй, берсә үкһеп илаған малайға, берсә ерҙәге йәнһеҙ кәүҙәгә ҡараны. Үҙ-ара нимә хаҡындалыр бәхәсләшеп алғас, ирҙәрҙең олорағы, йәғни һаҡалтайы, һығылып төшкән Фаил эргәһенә килеп:
    – Туҡта, улым. Тыныслан. Кем балаһы булаһың? Туғаныңмы әллә? Ҡайҙа йәшәйһең, әйҙә илтеп ҡуябыҙ, – тип, биргән һорауҙарына яуап та көтмәй, машина багажынан полиэтилен сығара башланы.
    Әлеге мәлдә Фаил көсһөҙ ине. Йәнһеҙ кәүҙәне полиэтиленға төрөп машина багажына һалғас, бергәләп ауылға йүнәлделәр. Әрәмәлектә машина юлы булмағанлыҡтан, кире артҡа сигеп, урап, оло юлға сығырға мәжбүр булдылар. Ике ир үҙ-ара нимә хаҡындалыр бәхәс ҡуптарҙы. Тик Фаил уларҙың бер һүҙен дә ишетмәне. Башы геүләй ине. Юл буйы уның башынан бер уй китмәне. Был әҙәмдәр әрәмәлектә ни эшләп йөрөй һуң? Машина юлы ла юҡ, сытыр-сатыр араһында ни ҡарағандар? Әллә аҙашып килеп сыҡҡандармы? Шул саҡ Фаилдың аяҡ аҫтында ятҡан мылтыҡ менән ҡанлы бысаҡты күреп, күҙҙәре шарҙай булды. Малайҙың тынысһыҙланыуын ирҙәр шундуҡ һиҙҙе.
    – Ҡурҡма, энем. Беҙ бандит түгел. Һунарға сыҡҡайныҡ, мышыға. Шунан ҡайтып килеүебеҙ, – тине һаҡалтай. Шулай ҙа үҙҙәрен ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны. Был малай аҡтығы берәйһенә ысҡындырһа, бөттө баш.
    Машина ауылға килеп инде. Ана, Фаилдарҙың йорто. Хәҙер, хәҙер ҡайтып етә улар. Һәм Фаил аңын юғалтты...
    Әсәһе Нурия апай, улының үле кәүҙәһен күргәс, ағарынып ҡатып ҡалды ла, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Ире лә өйҙә юҡ бит, исмаһам. Байтаҡ күҙ йәше түккәндән һуң, машина хужалары Нурия апайҙы, ситкә саҡырып алып, ни хаҡындалыр бик оҙаҡ һөйләште. Илауҙан күҙҙәре шешеп киткән Нурия апай бер аҙҙан тынысланды, йөҙөнә нур йүгерҙе. Тик быны бер кемгә лә белдермәне.
    ...Райондан милиция хеҙмәткәре менән тәфтишсе килеп, бер нисә көн буйы тикшерһә лә, кем тарафынан, фажиғәнең нилектән килеп сығыуын аныҡ ҡына итеп әйтә алманылар. Шулай ҙа, Нурия апайҙы, асыҡларбыҙ, тип тынысландырып киттеләр. Тик Нурия апайға аңлатырға кәрәкмәй ине фажиғә сәбәбен. Үҙенә кәрәкте алғайны инде ул...
    Наилды туған-тыумаса, ауыл халҡы, еренә еткереп, һуңғы юлға оҙатты. Барыһы ла өҙөлөп илағанда, Нурия апай ҙа иланы. Тик ҡайғынан түгел. Белгертергә тырышмаһа ла, барыбер һиҙелә ине. Ире Булат ағай һығылып төшкәндә, Нурия апай ҙа өҙгөләнде. Нишләп ҡайғырһын ти, ҡулына теге әҙәмдәр «байлыҡ» бирергә торғанда. Тик быларҙың береһен дә Фаил ишетмәне лә, белмәне лә. Ул әле һаман иҫһеҙ ята ине...
    Күпме ятҡандыр Фаил, маңлайына һалҡын ҡулдар ҡағылыуға уянып китте.
    Әсәһе икән. Йөҙөнә борсолоуы сыҡҡайны:
    – Улым, балаҡайым. Һине лә юғалтам икән тип торам. Ике тәүлек буйы иҫһеҙ яттың бит, – тип һөйләнде. Шулай ҙа әсәһенең үҙен тыныс тотоуын Фаил һиҙмәй ҡалманы, әлбиттә. Аптырап:
    – Әсәй, нимә булды? Ҡайҙа теге әҙәмдәр? Атайым эшкә киттеме ни? Уй, ҡалай баш, ҡул ауырта, – тип, көскә тороп ултырҙы.
    – Эй, улым. Әйҙә, ашап ал. Хәл инер. Аҙаҡтан һөйләшербеҙ әле. Теге әҙәмдәр, тип кемде әйтәһең?
    – Минең менән килгәйнеләр бит, шуларҙы әйтәм. Милиция саҡырттығыҙмы? Нимә тине улары?
    – Улым, әлегә онот милицияны ла, теге әҙәмдәр тигәнеңде лә, йәме.
    Шуның менән әсә менән ул араһындағы булған һөйләшеү тамамланды.
    Фаил, ашағас, әкрен генә йорт алдына сыҡты. Шундай күңелле, матур көн. Ҡояш үҙенең нурҙары менән бар донъяны йылылыҡҡа күмгән. Урамда бер кем дә күренмәй. Ҡош-ҡорт ҡына йырлап, ишек алдында ем сүпләп йөрөй. Эсе бошҡан малай нимә ҡылырға ла белмәне. Һөйләшергә берәү ҙә күренмәй бит, тип уйланы. Аптырап, һарай эргәһендәге йәнселгән велосипеды янына килде. Нисауа ғына «киткән» икән. Шуны йүнәтеп көн үткәрергә булды. Әсәһе, һүҙ тамам, тине бит. Шуға атаһы ҡайтҡансы өйҙә нишләп ултырһын ул?
    Төш етеүгә ҡапҡа төбөнә ниндәйҙер ят машина килеп туҡтаны. Кемдәр булыр һуң, тип Фаил тороп баҫты. Шар итеп асып, ҡапҡанан «теге әҙәмдәр» кереп килә ине. Шик тыуҙырмаҫ өсөндөр инде, икенсе машина менән килгәндәр. Малайҙы күреп улар:
    – Әсәйең өйҙәме? – тип һораны.
    Асҡан ауыҙын япҡансы, өйҙән «ялт» итеп әсәһе лә килеп сыҡты.
    – Килдегеҙме? Әйткән һүҙегеҙҙә тораһығыҙ икән, – тип, быларҙы өйгә саҡырҙы.
    Фаил ғына, бер ни аңламай, аңшайып тороп ҡалды йортта. Атаһы беләме икән быларҙың килерен? Юҡ, белмәйҙер, белһә, эшенән һорап булһа ла ҡайтыр ине.
    Тегеләр нисек килде, шулай шым ғына сығып та китте өйҙән.
    Төшкө ашҡа ла инмәне малай. Асыҡмағайны ул. Әсәһе генә йорт алдына үҙ эше менән инеп-сығып йөрөнө.
    Көн кисләүгә атаһы Булат ағай ҙа эштән ҡайтты. Фаил уға баяғы килгән әҙәмдәр тураһында һөйләргә ашҡынды. Тик әсәһе уларҙы икеһен ҡалдырырға теләмәне, гел эргәләрендә булды. Шунлыҡтан әйтергә ҡыйманы малай. «Ярай, иртәгә әйтермен», – тип йыуатты үҙен.
    Икенсе, өсөнсө, дүртенсе көнгә лә Фаил атаһына әйтә алманы. Элек сәғәт туғыҙға эшкә йөрөгән атаһы, ни өсөндөр, иртә таңдан китә лә бара. Ә кисен, ҡараңғы төшкәс, Фаил йоҡлап киткәс кенә ҡайта башланы. Нимәлер һиҙенә ине малай.
    Көндәрҙең береһендә, «теге әҙәмдәр» тағы күренде.
    Улар ашығып, ҡапҡа төбөндә торған Фаилды ла күрмәй, тура өйгә инеп китте. Аптырап ҡалған малай, өйгә инергә уйлағайны ла, асыҡ тәҙрәне күреп, уйынан кире ҡайтты. Эйелде лә, әкрен генә асыҡ торған тәҙрә аҫтына сүгәләп ултырҙы. Өйҙәгеләрҙең һөйләшкәне ишетелә ине.
    – Бына был һуңғыһы. Теп-теүәл биш мең. Башҡаса юҡ, – тигәне һаҡалтайҙың тауышы.
    – Ярай, ярай. Ҡыҙма. Үҙегеҙ ғәйепле булғас, йүгерәһегеҙ инде. Башҡаса юҡ, тип өҙә һуғырға ашыҡмағыҙ. Кәрәк булһағыҙ, үҙем табырмын. Юғиһә, ҡарап тормам ит комбинаты директоры тип.
    Быныһы әсәһенең тауышы. Туҡта, ниндәй биш мең? Малай түҙмәне, саҡ ҡына ҡалҡынып, тәҙрәнән ҡараны. Әсәһенең ҡулында пачкаһы менән ҡағыҙ аҡсалар ине.
    Бына нисек икән, әйтәм әсәһе лә, хатта һуңғы көндә атаһы ла Фаил менән һөйләшергә ваҡыт тапмай.
    Килгән әҙәмдәрҙең нисек сығып киткәнен дә һиҙмәй, малай тәҙрә аҫтында шаңҡып ултырып ҡалды.
    Көндәрҙең береһендә әсәһе менән атаһы араһындағы һөйләшеүгә шаһит булды Фаил. Йоҡларға ятҡайны, тик йоҡо алманы. Оҙаҡ ятты. Уны йоҡлай, тип уйланылар, ахырыһы, әсә менән ата.
    – Һөйләшәһеңме, юҡмы һин улың менән? – тине әсәһе.
    – Нисек әйтәйем инде, телем боролмай минең, – тине Булат ағай
    – Аңлайым, еңел түгел. Тик уйлап ҡара, Яңы йортҡа аҡса кәрәк бит. Төҙөү өсөн күпме материал кәрәк. Бер йыл, тинеләр бит Фаилға. Үтә лә китә ул. Табырға йүнең етмәй. Ат менән йөрөйһөң, бер таҡта-ағас та һалып алып ҡайтмайһың, бешмәгән. Ана, Шакираның ире ат менән күпме таҡта, ағас, утын ташыған йортона. Байып бөттөләр. Ә һинең бер нәмәң дә юҡ.
    – Уның ире урлаша бит, шуға йорто тулған.
    – Урлаша, имеш, хәҙер кем урлашмай? Әйттем бөттөм, ҡара, тейәнәм дә ҡайтып китәм. Тороп ҡал әйҙә, – тип екеренде Нурия апай.
    Тағы әллә нимәләр әйтеп бөтөрҙө әсәһе атаһына. Уныһы үҙен яҡлап бер һүҙ ҙә әйтә алмай тора бит әле. Фаил шуға йәне көйөп йоҡлап китте.
    Йоҡлап торғас, иртәнге сәй янында атаһы ғына ине. Былай тура килгәне юҡ ине. Атай менән күңелле була тип, йыуынып өҫтәл янына килеп ултырҙы. Сәй яһап алғас, атаһы:
    – Улым, иртәгә Наилдың эше буйынса суд. Ҡурҡма, һиңә бер ни булмай. Бары тик бер һүҙ генә әйтергә кәрәк.
    – Ниндәй һүҙ? – Ҡапыл ҡырҡа һораны Фаил.
    – Әрәмәлектә булдыҡ, тимә. Ә, киреһенсә, машина юлында, оло юлда йөрөгәнһегеҙ самокат менән. Наилды уҙышып ярышырға һин өндәгәнһең. Шунан ни, шул инде, юл ҡағиҙәһен яңылыштан боҙғанһығыҙ ҙа ҡуйғанһығыҙ. Әтеү, теге әҙәмдәр бик юғарыла ултыра икән.
    – Оло юлда түгел, әрәмәлектә ине улар. Етмәһә, мылтыҡтары ла бар ине. Браконьерҙар ине лә баһа. Наилды улар тапаны.
    – Улым, һин йәшһең әле. Бер ни аңламайһың. Бер ни булмаҫ һиңә, – тине лә, тороп китте Булат ағай.
    Ҡыйын ине уға. Үҙ балаһын ғәйепһеҙ көйө аҡсаға һата. Эй, ҡатыны ҡолаҡ итен ашап алып бара бит. Үҙе лә бигерәк йыуаш, бешмәгән, асыҡ ауыҙ шул. Тейәнеп ҡайтып китһә, нишләр һуң? Бер кеме лә юҡ бит. Уфтанып, Булат ағай урамға сығып китте.
    Ауыҙына уртлаған сәйен дә йота алмай, Фаил шаҡ ҡатып ултыра бирҙе. «Уны аҡсаға һаталармы, әллә тағы...»
    Икенсе көндө йоҡонан имәнес төш күреп, лысма һыу булып уянды ул. Имеш, һыуға төшкән дә, йөҙөп сыға алмай. Йылға ла әллә ниндәй ҡурҡыныс булып, болғанып-болғанып аға. Эй тырыша йөҙөргә, юҡ, бер ҙә сыға алмай. Шул саҡ өйөрөлмәгә барып эләкте лә, бата башланы...
    Фаил карауатында ултыра бирҙе. Атаһы инеп бер нисә тапҡыр өндәшһә лә, ҡымшанманы. Аяҡ-ҡулдары ойоған малайҙың башында мең төрлө уй-һорауҙар. Ни өсөн мин? Ниңә улар түгел?... Тик яуаптарын ғына таба алманы.

    * * *

    Бына ул көн етте. Суд залы шығрым тулы: таныш күҙҙәр, таныш йөҙҙәр. Атаһы менән әсәһе, уҡытыусылары, синыфташтары һәм башҡалар. Ана, теге әҙәмдәр ҙә бында. Әллә улар ғәйептәрен танырға килдеме икән? Кем белә инде уларҙың ниндәй уй менән йөрөгәнен. Шулай ҙа Фаил бер аҙ тынысланды.
    Суд башланды. Зал геү килде. Берәүҙәр Фаилды яҡланы, икенселәр ғәйепләне. Кемдер ике яҡты ла яҡланы. Өсөнсөләр теге әҙәмдәрҙе ғәйепләне. Суд вәкилдәре Фаилды, теге әҙәмдәрҙе, шаһиттарҙы, тәфтишсене иғтибар менән тыңлағандан һуң, ун алтыһы ла тулмаған Фаилды туғаны Наилдың үлемендә ғәйепле тип таныны һәм өс йылға балалар колонияһына ебәрергә тип хөкөм сығарҙы.
    Фаилдың аяғы аҫтында иҙән сайҡалды, күҙ алды ҡараңғыланды. «Туғанҡайым, Наил, ғәйебем булһа, ғәфү ит», – тип шыбырланы. Залдан үҙен алып сыҡҡанда, атаһы менән әсәһенең күҙҙәренә ҡарарға тырышты ул. Юҡ, улар ҡараштарын бөтөнләй икенсе яҡҡа төбәгәйне. Әйтерһең дә, суд залында уларҙың улын түгел, икенсе берәүҙе хөкөм итәләр. Әгәр боролоп Фаилдың күҙҙәренә ҡараһалар, унда үҙҙәренә ҡарата асыу, нәфрәт, мәңгелек рәнйеү тойғоһо күрерҙәр ине...
    Был минутта Нурия апай менән Булат ағай, балаһы өсөн йөрәге өҙөлгән атай-әсәйгә түгел, киреһенсә, аҡса ҡолона әүерелгәйне. Үҙҙәре үк улдарын атай-әсәй мөхәббәтенән мәхрүм итеп, ғүмерлеккә ситкә этәргәйнеләр.
    ... Ваҡыт үтер. Тик Нурия апай менән Булат ағай аҙаҡтан ҡараштарын күтәреп улдарына ҡарарға баҙнат итерме? Тән яраһы төҙәлһә лә, йөрәк яраһы төҙәлерме, ата-әсәһен ғәфү итергә көсө етерме Фаилдың?

    (Мәҡәлә геройының үтенесе буйынса исем-шәрифтәр үҙгәртелде – авт.)

    Эльвира ӘХМӘҘИЕВА.
    Өфө ҡалаһы.
    авторы: Нур | 24 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бала күңеле далала
  • Ҡара муйылдың ҡараһы
  • Һуңғы һағыш, һуңғы һу ...
  • Йырткыс йәки Ғарифтың «бәхетле» тормошо
  • Фаил Рәмил улы Вәлиев
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru