Йүнһеҙ итексе беҙен ғәйепләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Атың булһа, ил таный
  • Батша васыяты
  • ХӘҘИСТӘР
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәшәтеүсе өмөт булмаһа... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    ӨфӨлә шағир Әбүстең ҡатыны менән улы йәшәүе хаҡында осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Дөрөҫөрәге, был хаҡта Мәжит Ғафуриҙың ейәне Хәлиттең ҡатыны Люциә аша белдем. Миндә Нәғимә апайҙы күреп һөйләшеү теләге уянды. Телефондан шылтыраттым. Теге яҡта яғымлы тауыш ишетелде.
    – Эйе, Нәғимә апай булам...
    93 йәшлек Нәғимә апай менән шулай танышып киттек. Уның фажиғәле һәм ғибрәтле яҙмышы йәнемде тетрәтте, тормоштоң ни тиклем дә ҡатмарлы булыуы хаҡында тағы бер ҡат уйланырға мәжбүр итте.
    Бөгөн беҙ Әбүсте (Сабит Әбүсуфиян улы Суфиянов) беләбеҙ, күптәребеҙ уның ижады менән дә таныш. 1998 йылда (үҙе үлгәндән һуң) уның «Урал мөхәббәте» исемле тәүге китабы донъя күрҙе. Учалы районының Сәфәр ауылында тыуып, йәшләй генә үкһеҙ етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән, етемлектең әсе һурпаһын етерлек татыған Әбүстең артабанғы яҙмышы ла бик ауыр була: ул – шәхес культы ҡорбандарының береһе. Күрәһең, яҙмыш үҙенең ҡаты мөһөрөн әҙәм балаһының маңлайына ул донъяға килеү менән баҫып ҡуя.
    Тәүҙә Ырымбур, аҙаҡ Өфө педагогия техникумында белем алған, «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә, «Һәнәк» журналында ең һыҙғанып хеҙмәт иткән Әбүс революция һәм совет власы идеяларына ҡайһылай ғына тоғро булмаһын, шағирға нахаҡ ғәйеп тағыу өсөн сәбәбен табалар.
    – Беҙ ул саҡта Ҡаҙанда йәшәй инек, Әбүс радио комитетында эшләп йөрөй. Мин бәләкәс бала менән ултырам. Иремде кисен ҡулға алдылар. Ҡыҙым менән бер киҫәк әпәйһеҙ тороп ҡалдыҡ. Бер урында ла эшкә алмайҙар. Тире фабрикаһына барҙым. «Балам бар, хәлем насар», – тинем. Һауыт-һаба йыуырға ҡуштылар. Шундуҡ ризалаштым. Әҙәм әшәкеһе ауыр эш. Миңә барыһы ла түбәнһетеп ҡарай. Эшкә йүгереп барам, һуңларға ярамай. Оҙон быяла өҫтәл, сыҡҡан бысраҡты йыяһың. Быяла өҫтөндә ут яна. Ялман йөнө фетр эшләпәгә китә. Еҫе тын алырлыҡ түгел. Баламды яслегә бирҙем. Бер заман ул сирләп китте... – Нәғимә апайҙың күҙҙәре йәшләнә. Нисәмә йылдар уҙһа ла, әсә йөрәгендәге әрнеү-хәсрәт һаман шул көйө. – Имсәк сабый булһа ла, ҡыҙымдың бер үҙен генә дауаханаға һалдылар. Бала илай: ҡултығы аҫтына шешек сыҡҡан. Дауаханаға барам да Наиләмде баҡсаға алып сығам. Үҙем алып барған ҡаймаҡты ашатам. Бала йүнәлеүгә китте. Ҡапыл ғына сығарманылар, икенсе көнгә ҡалдырҙылар. Ә иртәгәһенә барһам, ҡыҙыҡайғынам тотош шешенгән, хәрәкәтһеҙ ята. Үлде, тип төрөп, ҡулыма тотторҙолар. Нишләп?! Ни өсөн?! Ҡайттым. Баланы ҡосаҡлап, илап ултырам. Күршелә генә ғаиләһе менән милиционер йәшәй. Ярҙам һорап, уға мөрәжәғәт иттем. «Бөтмәҫ һинең», – ти. «Халыҡ дошманы» ғаиләһе, тигәндер инде. Ҡыҙымды ерләнем. Әбүсте Алыҫ Көнсығышҡа ебәргәйнеләр, уға хат яҙҙым...
    Нәғимә тире эшкәртеү фабрикаһынан китеп, тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша. Бер смена эшләһә, икенсе сменаһында уҡый. Шулай етенсене тамамлау тураһында танытма ала. Әкренләп тормошо яйлана башлағандай була. Тиҙҙән уны мастер итеп ҡуялар. Иренән хат килә: «Ни күрһәм дә, был яғына яҙмышыма күнәм!» – тип яҙа шағир. Ни был? Һағыныумы, әллә, киреһенсә, рухи көс туплаумы? Әбүстең яҙмышы өсөн ныҡ борсолған Нәғимә иренә дәртләндергес, күңел күтәрерлек хаттар яҙырға тырыша.
    Ул арала Европала фашизм баш ҡалҡыта. Һуғыш ялҡыны әкренләп Советтар иленә лә яҡыная.
    – Әбүсте тәүҙә өс йылға ебәргәйнеләр. Бер заман: «Мине сығармайҙар, биш йыл бирҙеләр», – тигән хат килде. Сәләмәтлеге насар ғына, үпкә сире менән ауырый. «Исмаһам, йылы аш ашап йөрөрһөң, өйлән», – тип, яҙҙым. «Үҙең сыҡ кейәүгә», – тигән яуап килде, – Нәғимә апайҙың күҙҙәре балҡып китә әлеге хәтирәләрҙән. Иренең үҙенә тоғролоғо бөгөн дә йәненә йылылыҡ өҫтәй торғандыр.
    Яҙмыш шағир менән уның ҡатынын тоғролоҡҡа һынай. Һуғыш осоронда Нәғимәне партияға алалар. Ул үҙенең «халыҡ дошманы» ҡатыны икәнен йәшереп тормай. «Уны түгел, һине алабыҙ», – тип яуаплайҙар.
    Күпмелер ваҡыт Нәғимә апай партияның өлкә комитетынан уполномоченный булып, колхоз-совхоздарға йөрөй, сәсеү, ураҡ барышын тикшерә, урындарҙа ярҙам күрһәтә.
    – Ас-яланғас халыҡ менән эшләнем. Яҙ иген сәсәбеҙ, ат менән тырматырға кәрәк. Ә аттар фронтҡа оҙатылған. Һыйыр егәбеҙ, уныһы йөрөмәй. Ян-яғынан тороп, тырманы ҡатын-ҡыҙҙар һөйрәй. Үткәндәрҙе уйлап ятһам, төн дә етмәй, үҙәктәргә үтте инде... – Ауыр хәтирәләрҙән Нәғимә Суфиянованың һылыулығын әле лә юғалтмаған йөҙөндәге һырҙары тәрәнәйеп киткәндәй була. – Иң алыҫ райондарға сығырға тырыша торғайным. Өлкә комитетҡа саҡыралар ҙа, һиңә 24 сәғәт, шул арала юлға сыҡ, тиҙәр. Хәсрәтемде ошо рәүешле баҫырға теләгәнмендер инде, алыҫ хужалыҡтарҙы һайлап, тим. Халыҡ ас. Бар булған ризыҡты фронтҡа алалар. Ә хеҙмәт кешеһе, тылдағылар, бала-саға нишләргә тейеш булды һуң? Бер ваҡыт яҙғы ташҡынға тура килдем. Йәйәү йөрөйөм бит инде. Ярай, йылғаһы әллә ни киң булманы: документтарҙы һыу аша икенсе ярға ырғыттым да үҙем йөҙөп сыҡтым. Һыу һыуығы үҙәктәргә үтә инде. Ҡатын-ҡыҙҙар яурындарына тоҡ йөкмәп, орлоҡ ташый торғайны. Йыш ҡына 150 – 200 грамм етмәй, мин күрмәмешкә hалышам.
    Ул арала Әбүскә тағы срок өҫтәйҙәр. Ирен тиҙ генә сығармаҫтарын белгәс, Нәғимә апай уның эргәһенә китергә ҡарар итә. Әбүскә, саҡырыу ебәр, тип хат яҙа. Саҡырыу алғас, фабрика директорына инә. Директор ебәрмәй.
    – Кадрҙар бүлеге начальнигы булып Сара Садиҡова эшләй ине. Уға индем. «Иптәшең ҡайҙа?» – тип һорай. «Алыҫ Көнсығышта», – тинем. «Унда кешене аҡса түләп ебәрәләр, ә һин үҙең бараһың, ебәрергә тейештәр», – ти. Директорға: «Исаак Абрамович, мин өлкә комитетта булдым», – тим. Ғаризамды атып бәрҙе лә, сығып китте. Булған ғына әйберҙәремде һатып, сығып киттем. Вокзалдарҙың шығырым тулы булыуы әле лә күҙ алдымда...
    Мең бәлә менән барып таба ул ирен. Бурия тигән урында.
    – Юлда бер кеше, ун бер йыл күрешмәгәнһегеҙ, ун бер мәртәбә өйләнгәндер инде ирең, ти. Юҡ, өйләнмәгән Сабитҡайым. Йонсоған, телогрейкаһының төймәләре лә юҡ. Пальтомдағы төймәләрҙе өҙөп алдым да телогрейкаһына тағып ҡуйҙым. Әбүс старатель ине, талон йыйған. Уларҙы тауарға алмаштырҙым, алып ҡалмаһам, бөтөр кеүек. Партвзнос түләргә кәрәк, район үҙәгенә киттем. Партком секретары: «Һин бында һәләк булаһың», – ти. «Ярҙам итегеҙ иремде алып ҡайтырға», – тинем. Йүгереп йөрөп юллай торғас, 39 ҡалаға индермәҫкә, тигән бойороҡ менән Әбүсте ҡайтарҙылар. Учалыға ҡайтабыҙ, тип уйлайбыҙ. Юлда Кавказ кешеләре тап булды ла, әйҙәгеҙ беҙгә, тиҙәр. Тыуған яҡтарҙа кем һағынып көтөп тора, тип уйланыҡ та риза булдыҡ. Мәскәүгә төштөк, Әбүскә ҡалаға сығыу тыйылған. Ҡыҫҡаһы, ул михнәттәр үҙе бер китаплыҡ булды. Кировобадҡа килдек. Рәсәйҙән килгән хәйерселәр урамда сәтләүек кимереп йөрөй. Малярия сире таралған. Үкенә лә башланыҡ. Ә вокзал яҡты, таҙа. Бер бағанала яҙыу тора: шахтер, эшселәр талап ителә, тигәндәр. Киттек эҙләп. Директор әзербайжан ине. Әбүсте шахтер итеп алдылар, мин тегеүсе булып урынлаштым. Машинкаларының рәте юҡ, баҙарҙан үҙ иҫәбемә тегеү машинаһы алдым. Китель тегәм, һәр береһе 60 һум тора. Байтаҡ бол тупланыҡ. Ул арала йыйған 48 мең hум аҡсабыҙ 3 мең һумға ҡалды. Артыҡ ҡайғырманыҡ. Туғыҙ ай эсендә һыйыр, ҡуй алғайныҡ, бәләкәй генә өй һалып индек. Аҡсаға ит талоны алабыҙ. Һыйыр ярым ҡырағай, тауҙан-тауға йөрөй. Уға ҡарбуз, виноград ашатабыҙ. Шулай хәлләнеп кенә йәшәп ятҡанда фарман килде: ун көн эсендә сығып китергә, юғиһә, ҡулға алабыҙ, йәнәһе. Ала торған эш хаҡыбыҙҙы, кешегә таратҡан аҡсабыҙҙы ла алмай сығып киттек.
    Нәғимә апай башынан үткәндәрҙе бәйән итә, үҙе берәйһенә, исмаhам, рәнйеү-үпкә белдерһәсе! Ә бит яҙмыштары уларҙы уратҡан бәндәләрҙең ошаҡ йөрөтөүе, көнсөллөгө, яһиллығы арҡаһында шулай пыран-заран килгән. Унда-бында һуғылып йөрөй торғас, Мейәс ҡалаһына килеп төпләнәләр. Быларҙан барыһы ла ҡурҡа, фатирға индермәйҙәр. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Динислам тигән кеше айына өс мең һум түләп тороу шарты менән һыйындыра. Тора-бара бер һалдат ҡатынынан өй һатып алалар, һыйырлы булалар. Өйө ярым серек, бүрәнәһен күпләп алмаштырырға тура килә. Төптән киҫегеҙ ағасты, эҙ ҡалдырмағыҙ, тип кәңәш бирәләр. Төнөн икәүләп ағас киҫәләр. Һуңынан тап-топто, бөрөһөн йыйып алалар.
    – Һин нәҙек башынан күтәр, ти Әбүс миңә. Мин бит ир кеше, ти. Бик йәлләй ине мине. Икәүләп Йома күленән мүк сығарҙыҡ. Мансур тигән ауыл эргәһендә. Тәбиғәт бик матур унда. Иптәшем йәнә шахтаға урынлашты. Һыйыр малдары ишәйеп китте. Бер ваҡыт шулай Әбүскә картуф алып барҙым, унда бешерәм, тип уйлағайным. Һыу тапмайым. Ат юлында күләүек йыйылған. Әбүс әйтә, майлы була ул һыу, әйҙә ошонан алайыҡ, ти. Ҡараһам, ҡорттары мыжғып йөрөй. Унан алдараҡ әле, бер йома көндө ҡаймаҡ ашайыҡ тиһәк, унда сысҡан төшкән. Ташлауы йәл ҡаймаҡты. Сысҡанын ғына алып ырғыттыҡ инде. Шулай йәшәнек. Сысҡан төшһә лә, ҡортло булһа ла – барыһы ла үтеп китте. Шуға күрә бөгөнгө тормош – минең өсөн йәннәт. Фатирым бар, пенсия алам, улым, Шамилым, бар. Әҙәм балаһына тағы ни кәрәк? Һәр минутына, һәр көнөмә шөкөр итеп йәшәйем... – Нәғимә апайҙың күҙҙәренә моң-һағыш тула. – Ә бит Әбүскә ғүмер буйы йәшәргә ирек бирмәнеләр. Мансурҙа тыныс ҡына йәшәп ятабыҙ шулай. Тыныс, тигәс тә, көнө-төнө эш менән мәшғүлбеҙ инде. Колхоз силос соҡоро ҡаҙҙырғайны. Балсығы һәйбәт. Әбүс тиреҫ һуҡҡан бар, ә ниңә ҡалып эшләп, кирбес һуҡмаҫҡа, ти. Тәүҙә һуҡҡан кирбес ике-өскә ярылып интектерҙе. Ҡом һибергә кәрәк икән, бына тигән кирбес булды. Әбүс шул тиклем тырыш, һәләтле ине. Һыйыр егеү өсөн арбаһын да эшләп ҡуйҙы. Үҙе мейес сығара. Бер ҡайҙа ла өйрәнмәгән, тота ла эшләй. Хатта урам ташынан да мейес сығарҙы бер ваҡыт.
    Дуҫтарҙа ҡунаҡта ултырғанда Әбүсте тағы ҡулға алдылар...
    Был юлы уны Красноярскиға оҙаталар. Ҡатын тағы ире артынан юллана.
    Эт менән төшөрәләр шахтаға, эт менән алып ҡайталар. Юлда аслыҡтан йығылып үләләр...
    – Ниһайәт, Өфөгә ҡайттыҡ. Ә бында сәләм дә бирмәйҙәр. Әбүс зыяратҡа эшкә урынлашты. Ҡәбер ҡаҙа, шунда ҡарауылда тора, зыяратты таҙарта. Мин илайым, ниндәй кешене ни хәлгә төшөрҙөләр, тип. «Эй, аҡыллым, – ти Әбүс, – уларҙың береһе лә мин эшләгән эште башҡара алмай, ниңә аңламайһың? Был эште лә кемдер атҡарырға тейеш бит». Йәшәү өсөн урынды ҡаланан ситтә саҡ таптыҡ. Әбүс зыярат эсендә мунса һалды. Мин дә уның эргәһенә эшкә урынлаштым.
    Иҫ-аҡылың китер әҙәм балаһының рух көсөнә, ныҡышмалылығына. Ниндәй ауырлыҡтар күргән, әммә йәшәүгә булған һөйөүен юғалтмаған Шағир һәм уның тоғро ҡатыны – Нәғимә апай. Ул арала Әбүс «Яһил», «Салауат», «Дауыл йыры», «Ахмаҡ», «Сөмбөл», «Кәкүккәй» тигән поэмаларын, бик күп шиғыр яҙып өлгөрә.
    «Йән юлдашы – өмөт
    мең йәшәһен –
    Йәнгә ҡанат биргән шул даһа.
    Ерҙә кеше күптән ҡорор ине,
    Йәшәтеүсе өмөт булмаһа».
    Шағирҙың был юлдарҙы яҙғанда ниҙәр кисергәнен күңелем менән тоям.

    P.S. Мәҡәлә әҙер булғас, Әбүстең ғаиләһенә шылтыраттым. «Әсәйем үлеп ҡалды», – тип яуап бирҙе шағирҙың улы Шамил...

    Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
    авторы: Нур | 14 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бала саҡтың әсе хәтирәһе
  • Кисер мине, балам, ғәфү ит...
  • Яралы күңел
  • Һағыныу
  • «Йәшәргә ҡамасаулайһың!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru