Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 90 йәшлек Зөбәйҙә инәй Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Күпте күргән ҡатын тормош ҡәҙерен белә
    Ибраһим ауылында тыуып үҫкән Зөбәйҙә Мөҡсин ауылының уңған егете Хажимөхәмәт менән донъя ҡороп ебәрә һәм тиҙҙән йорт һалып, башҡа сығалар. Ләкин илебеҙ өҫтөнә төшкән ҡара афәт уларҙың ҡапҡаһын да урап үтмәй. 23 йәшлек кенә Зөбәйҙә апайҙы һәм өс йәш ярымлыҡ улы Зыяны ҡалдырып, 1942 йылдың апрелендә Хажимөхәмәт ағай һуғышҡа китә. Үҙәк өҙгөс йырҙар йырлап китә фронтҡа Мөҡсин ауылының ир-аттары. Хажимөхәмәт ағай үҙе егеп йөрөгән атын Зөбәйҙә апайға тапшырып ҡалдыра.
    – Был ҡәһәрле һуғыш ваҡытында эшләмәгән бер эш тә ҡалманы, – тип хәтерләй Зөбәйҙә апай. – Орлоҡто Ҡарлыман элеваторынан уҡ елкәгә һалып ташыйбыҙ. Унда булмаһа, кәмә менән Ҡабаҡ элеваторына барабыҙ, кәмәгә тейәп, Ағиҙелдән үрләп ҡайта инек. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡтарындағы сабаталарының табандары тишелеп, боҙ яра-яра ялан аяҡ ҡайтҡандары ла булғыланы. Көлтә ташыу эшен малайҙар башҡарһа, тейәү, эҫкертләү, көлтә бәйләү ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төштө. Иген һуғыу ҡыш айҙарына ҡала торғайны. Уны һуғып бөткәс, урман ҡырҡырға ебәрәләр. Яҙ, ул ағастарҙы ҡыуғынға ҡыуып, һал һаллап алып ҡайталар.
    Балаһын ҡараусы әсәһе булғас, Зөбәйҙә апайҙы бер эштән дә ҡалдырмайҙар. Юлмөхәмәтовтар ғаиләһенән һуғышҡа бер туған Баязит, Абдулла һәм Хажимөхәмәт китә, тик уларҙың береһе лә тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алмай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та ауырлыҡтар бөтмәй. Был йылдарҙа Зөбәйҙә апайҙы келәт мөдире итеп тәғәйенләйҙәр, эшкә тырыш ҡатын был эштә лә һынатмай. Һуғыш яланында башын һалған Хажимөхәмәтенең төҫө булып ҡалған Зыяны аяҡҡа баҫтырырға, уҡытырға кәрәк. Ниһайәт, улы ла ҡул аҫтына инә башлай.
    – Әсәйем мине үҙенең артынан ҡалдырмай, бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Бер ваҡыт, арбаға борсаҡ тейәп, Ҡарлыман элеваторына илтергә сыҡтыҡ. Тимер юлына килеп етеүгә поезд күренде. Паровоз ҡысҡыртып ебәргәйне, ат өркөп китте лә арба ауҙы һәм борсаҡ һыу кеүек аҡты ла бөттө. Бер генә килограмы етмәһә лә нимә булыры билдәле. Поезд үтеп киткәс, әсәйем менән илай-илай ерҙән борсаҡ сүпләргә тотондоҡ. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламағандыр инде, беҙҙең арттан борсаҡ тейәп килеүсе ағай килеп етеп, икебеҙҙең борсаҡты бергә тейәп, Ҡарлыман элеваторына тапшырып ҡайтты, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Зыя Хажимөхәмәт улы.
    Белемһеҙ берҙе еңһә, белемле меңде еңер, уҡы, балам, уҡыған кеше бер ваҡытта ла хур булмай, тип Зөбәйҙә апай улына бәләкәйҙән әйтеп килде. Зыя, мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, шул уҡ мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, комсомол райкомында инструктор булып эшләй. Бөрө пединститутының биология факультетын ситтән тороп тамамлай. Райондың мәғариф бүлегендә инструктор булып эшләүсе Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы ҡыҙы Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы менән яҙмышын бәйләй. Башта – Бишауыл-Уңғар, һуңынан Һәүәләй урта мәктәбендә эшләйҙәр. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Был балаларҙы үҫтереүҙә Зөбәйҙә апайҙың өлөшө бик ҙур һалынған: бер-бер артлы донъяға килгән сабыйҙарҙы тәрбиәләү күп көс талап итә, сөнки атай-әсәйҙәре көнө-төнө мәктәп эше менән мәшғүл.
    90 йәшлек Зөбәйҙә апайҙың һигеҙ бүләсәһе бар. Әле ул йәштәрсә өҙә баҫып йөрөй, улы Зыя һәм килене Мәбүрә менән ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй.
    – Тән яралары төҙәлһә лә, күңел яралары уңалмай, – ти Зөбәйҙә апай. Хажимөхәмәт ағайға булған һөйөүен әле булһа ла онотмаған ул.
    Д. ҠОТЛОГИЛДИНА.
    Ҡырмыҫҡалы районы,
    Һәүәләй ауылы.
    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
  • Эй, замана, замана...
  • Бәхете – тыуған ерендә
  • «Баҫма һүҙенә ышанысыбыҙ көсл ...
  • Ҡартлыҡтағы бәхет – ҙур бәхет
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru