Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йыланлы урын
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Туған туғанға... дошман?! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Аптырарлыҡ хәлдәр була тормошта: ҡайһы саҡ атайға – ул, ағайға ҡусты дошманға әйләнә. Улай ғына ла түгел, хатта үҙ-ара һуғыш, бер-береңде ҡаты яралау осраҡтары байтаҡ. Ошондай бер ваҡиға Стәрлетамаҡта ла теркәлә. Ағалы-ҡустылы йәш егеттәрҙең ыҙғышы береһе өсөн дауаханала тамамлана.
    Витя кесе йәштән үк ғауғасыл, ғәҙәти тел менән әйткәндә, хулиган булып үҫә. Малайҙар араһындағы бер генә ыҙғыш-һуғыш та унһыҙ үтмәй, ә бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә ул даими «ҡунаҡ» була. Шуға ла 2006 йылда Витяға шартлы срок бирелеүенә берәү ҙә аптырамай. Киләһе йылда, сираттағы уғрылығында тотолоп, ул рәшәткә артына эләгә.
    Иреккә сыҡҡас та 20 йәшлек егет үҙен донъя тотҡаһы итеп тоя башлай. Әммә уның тормош­ҡа ҡарашы ике туған ағаһыныҡы менән тап килмәй, һәм йәштәр гел ошо сәбәпле бәхәскә инә. Викторҙан 9 йәшкә өлкән Павел ҡустыһына кәңәштәр бирергә ярата, өгөт-нәсихәт уҡый. Был, әлбиттә, Витяға оҡшамай. Сираттағы шундай аҡыл өйрәтеүҙәр ағай кеше өсөн күңелһеҙ тамамлана.
    Ике егет эш аҙнаһы һуңында өҫтәл артында шешә менән «ял итә» башлай. Уларға таныш ҡыҙҙары ла ҡушыла. Эсемлек кәмей төшкәс, «ҡыҙып алған» ағалы-ҡустылы йәнә талашҡа күсә. Бер нисә минуттан егеттәр иҙәндә көрмәкләшә башлай. Павел, кәүҙәгә эре булғанлыҡтан, тиҙ өҫкә сыға. Үҙе бер ни булмағандай тора ла, артабан шешәгә үрелә. Әммә ғәрсел Виктор ярһып аш бүлмәһенә инә һәм ҡулына эләккән тәүге нәмәне – тос ҡына уҡлауҙы алып ағаһына ташлана, артынан килеп бөтә көсөнә башына тондора. Тағы, тағы... Павел иҫһеҙ булып йығылғансы...
    Әле Витяны йәнә төрмә көтә. Ауыр йәрәхәттәр алған ағаһы иһә реанимацияла үлем менән көрәшә.

    Наталья ТРУТНЕВА,
    Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының
    авторы: admin | 27 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Әсәйем эсә лә йығыла, шуға кү ...
  • «Мине асыуландырһағыҙ... донъяғыҙ көлг& ...
  • Баш һәм йөрәк ауырыуҙары хаҡында
  • «Мин әйтмәнем, араҡы әйтте...»
  • Дайджест
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru