Еңел эш ҡөҙрәт менән эшләнер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Йондоҙнамә
  • Йондознамэ
  • Донъя яңылыҡтары
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Их, һеҙ, егеттәр! Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым
    («Мөхәббәткә мәҙхиә», «Йәшлек», №137, 24 ноябрь, 2009 йыл)

    «ЙӘШЛЕК» республика йәштәр гәзитен йәштәр генә түгел, урта быуын, ололар һәм балалар ҙа кинәнеп уҡый. Аллаға шөкөр, үҙ телебеҙҙә аралашырлыҡ, фекерләшерлек
    баҫмаларыбыҙ бар. Халыҡ алдыра, уҡый, яҙа, теләктәрен, эс серҙәрен еткерерлек, хис-уйҙарын йөрәккә уя алырлыҡ мөмкинлектәребеҙ етерлек. «Йәшлек» гәзитендә Инсаф исемле аҫыл ирҙең «Мөхәббәткә мәҙхиә»һен уҡығас, хат яҙмайынса булдыра алманым. Хатымды егеттәргә – шундай уҡ Инсафтарға арнарға булдым.


    Инсаф үҙенең яҙмаһы менән бик күп кешене уйландырғандыр, бихисап­тарҙы йәшлек йылдарына алып ҡайтып, тәүге мөхәббәттәрен иҫкә төшөргәндер һәм мәңгелек мөхәббәт менән ауырыусыларҙы ла битарафлыҡ еленән сығарғандыр, тип ышанам. Бөгөнгө ығы-зығы, баҙар, аҡса, көрсөк, эшһеҙлек, наркоманлыҡ, эскелек, тәртипһеҙлек, алдаҡ, ҡайһы бер йәш­тәрҙең тотанаҡһыҙлығы, компьютер, интернет, виртуаль тормош заманында бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ ошондай ҡиммәттәрҙең һаҡланып ҡалыуы үҙе оло бәхет тип иҫәпләйем. Ул бәхеттең ни тиклем бөйөк, ҡәҙерле, саф икәнлеген тик ысын күңелдән һөйгәндәр, һөйә белгәндәр, бер-береһенә үлеп ғашиҡтар, изге хистәрен түкмәй-сайпылдырмай, ғүмере буйы үҙҙәре менән йөрөткәндәр генә аңлай торғандыр.
    Мөхәббәт тигән нәмә ул шул тиклем серле лә, сетерекле лә, ҡатмарлы ла. Уның сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ, изгелек, тәртиплелек, тыйнаҡлыҡ һәм рухи көс кенә талап итеп ҡалмай, үҙе менән бергә шатлыҡ та, ҡайғы ла, һағыш та, ҡарғыш та алып килеүе ихтимал.
    Йәһүдтәрҙең, дошманыңа насарлыҡ юраһаң, уның үлеп ғашиҡ булыуын телә, тигән һүҙҙәре бар. Ысынлап та, ғишыҡ утында яныу, һағыш­тарҙан һарғайыу, осрашыу мәлдәрен көтөп тилмереүҙән дә ҙурыраҡ ғазап юҡтыр ул!
    Их, мөхәббәт! Ул ғазаптар, ул һыҙ­ла­ныуҙар, әрнеүҙәр…
    Эш сәфәре менән республикабыҙ райондарында йөрөгәндә бер ауылда абруйлы ғына инәй менән танышырға тура килде. Ноҡот һала икән. Мин дә һалдырып ҡарарға булдым. Ике тапҡыр һалдырҙым, тик таштар барыбер теләгәнемсә төшмәне.
    – Мин риза түгел, үҙгәрт, инәй, зинһар, – тим.
    – Эй, балаҡайым! Таштар ғына үҙгәртә алһа икән яҙмыштарҙы! – тине ул.
    Инәй менән серләшеп киттек.
    – Яратып тормошҡа сыҡтыңмы, яратҡан кешең булдымы? – тип һорай ҡуйҙым инәйҙән.
    Туҡһанға аяҡ баҫҡан ун бала әсәһе, үҙе лә һиҙмәҫтән, йәшлеген, үҫмер саҡтан күрше егет менән бер-береһен яратып йөрөүҙәрен, тик ҡыҙҙы, димләп, күрше ауыл егетенә кейәүгә биреүҙәре һәм ғүмере буйы тәүге һәм һуңғы мөхәббәтен – күрше егетен генә яратыуын, бер күреүгә зар-интизар булып йәшәүен бәйән итте. Ире менән һәйбәт донъя көткәндәр, ишле балалар тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырғандар, тик инәйҙең күңеле генә икенселә булған.
    Уның йән һөйгәненә генә арнап сығарған, күңелендә сер булып һаҡланып ҡалған һөйөү шиғырҙарын да тыңларға насип булды. Ниңә шул саҡта шиғырҙарын яҙып алмағанмын икән, тип уйлайым хәҙер. Шулай ҙа бер нисә юлы хәтерҙә һаҡланып ҡалған:
    Бәғеркәйем, осрашманыҡ,
    Күрешә алманыҡ ерҙәрҙә.
    Хоҙай үҙе насип итһә,
    Ҡауышырбыҙ гүрҙәрҙә.
    – Бер-береһен үлеп яратҡандар осрашырға хаҡлымы икән? – тип һорағайным, күҙҙәренән бөртөкләп йәш тамды. Яулыҡ остары менән күҙ йәштәрен һөрттө лә:
    – Осрашырға тейештәр ҙә бит, тик тормош тигәнең беҙҙән һорап тормай шул, – тине.

    Йәшләй генә осрашҡан улар. Юлда, поезда. Егет яҡын кешеһен ерләп, уҡыған еренә китеп барған булған. Үҙе барған вагонда ҡуңыр сәсле, зәңгәр күҙле сибәр ҡыҙ, егеттең күңелен үҙенә әсир итеп, бар ҡайғыһын онотторған. Өҙөлөп ғашиҡ була улар бер-береһенә. Егет – Ҡаҙанда, ҡыҙ Мәскәүҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, йыш осрашып торалар. Тик… егет икенсегә өйләнә. Унан ҡыҙ ҙа тормошҡа сыға. Әммә ғүмере буйы бер-береһен һағынып йәшәй улар. Сәбәп – егеттең баҙнатһыҙлығы.
    Йылдар үткәс, Өфөлә осрашалар. Иң һуңғы осрашыуҙары була ла инде ул. Ағай ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем күңелендә ошо саф мөхәббәтен һаҡлап йөрөтә. Инде оло йәштә, балаларының атаһы, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡартатаһы булһа ла:
    – Их, йәшлек, йүләрлек. Үҙ яҙмыштарығыҙҙы үҙегеҙ бығауламағыҙ, һөйгәндәрегеҙҙән һөйөлөгөҙ, бәхетегеҙҙе, мөхәббәтегеҙҙе ситтәргә таратмағыҙ, минең кеүек ғүмер буйы үке­нерһегеҙ, – тигәйне ул бер саҡ.
    Ул һөйләшеүҙән һуң, ошо яңылыштарҙы мөмкин тиклем төҙәтергә, бик һуң булһа ла яҙмыштарҙы саҡ ҡына булһа ла үҙгәртергә, тигән уй менән 1-се телевизион каналдың «Жди меня» тапшырыуына яҙырға ла, шул ҡатынды табып, осрашыу форсатын ойошторорға, тип яна башланыҡ. Тик был бәхеткә ирешә алманы ағайыбыҙ. Ҡаты ауырып, ҡапыл яҡты донъянан китеп барҙы. Үкенестәре генә тороп ҡалды уның фанилыҡта. Шул апай менән осрашырға яҙһа, бер ултырып һөйләшербеҙ, серләшербеҙ әле, тигән уй менән йәшәйем һаман да.

    Улар, Аллаға шөкөр, иҫән-аман, бына тигән итеп донъя көтә. Икеһенең дә үҙ ғаиләһе, балалары, ейән-ейәнсәр­ҙәре бар. Егерме биш йыл элек республикабыҙ ҡалаларының береһендә осраҡлы ғына ос­раш­ҡан йәш кенә ҡыҙ менән ике балалы ир. Ошо осрашыу йәндәренә ғүмерлек яра һал­ған, йылдар дауамында рухи мөхәббәт кисереп йәшәй улар.
    – Бер-берегеҙҙе шул тиклем яратҡас, ниңә интегәһегеҙ? – тим әхирәтемә.
    – Беҙ бит мосолман, бигерәк тә башҡорт ҡыҙҙарының тәрбиәһе шулай бит. Мин, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, үҙем башлап аҙым яһарға баҙнат итә алманым. Хата аҙым яһап, ғүмерем буйы яратҡан кешемде бөтөнләй юғалтыуымдан ҡурҡам. Икебеҙгә лә еңел түгел, – тине ул.
    Сирек быуат буйы бер-берең менән күҙҙәр менән генә аралашып йәшәү, ай-һай, еңел түгелдер шул.
    Бына шулай, әлеге көндә лә платоник һөйөү тигәнең бар икән. Был төр ғашиҡтар үҙ-ара йөрәктәре менән генә һөйләшә. Әҙме-күпме ғүмерҙәрендә күңелдәрендә ошо хәтлем һағыш йөрөтөүҙәре йөрәкте һыҡрата. Уларҙы күргән һайын ирекһеҙҙән күңелдә оло бер роман тыуа. Тик уның аҙағы юҡ әлегә. Шул аҙағы хәйерле булһын, осрашһын, ҡауышһын ине ундайҙар. Ошо осрашыуға егет кеше үҙе баҙнат итһен ине, сөнки барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, беҙ теләгәнсә, үткер түгел бит. Ә ғүмер тигәнең күҙ асып йомған ара ғына – үтә лә китә. Һуңлай күрмәгеҙ, ғашиҡ йәндәр!
    Мәҡәлә авторы – Инсаф исемле ир уҙаманына, беренсенән, йылдар дауамында рухи мөхәббәтенә ­тоғро булып ҡалыуына һоҡланып, эс серҙәрен асырға баҙнат итеүенә барлыҡ мөхәббәтле зифа заттар исеменән рәхмәтемде белдер­һәм, икенсенән, сафтан-саф оло мөхәббәтен яуларға ирешә алмауында, бәлки, үҙе ғәйеплелер, тигән фекерҙә ҡалам.
    Их, һеҙ, егеттәр! Ҡыйыуыраҡ булһағыҙ ине, юҡҡа ғына һеҙҙе көслө зат тип йөрөтәләрме ни?! Күп нәмә һеҙҙән тора ла инде, егеттәр!
    Ғүмерҙәр бит мәңге түгел,
    Уҙыр ҙа китер инде.
    Һөйөүҙәрем гөлдәр кеүек,
    Һулыр ҙа кибер инде, –
    тип үкенергә ҡалмаһын, ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, һөйөп, һөйөлөп йәшәйексе, дуҫтар!

    Гөлмәрйәм ҒӘЛИМЙӘН.
    Өфө ҡалаһы.
    авторы: admin | 28 января 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәшлек хаталары хаҡ һорай
  • Мөхәббәткә - мәҙхиә
  • Йәйғор төҫө тураһында
  • Һалдат – ил һаҡсыһы
  • Акция дауам итә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru