Йыбанмаған оҫта булған, оялмаған күрәҙә булған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Аслыҡ иғлан итәм, сөнки... II Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Ғ. апай иһә хәлде былай тип аңлата. Ир төнгө сәғәт ундан таңғы дүртенсе яртыға тиклем уның ҡобараһын ала. Туҡмап, бер туҡтауһыҙ үлем менән янай. Ахыр сиктә, Ғ. апай үҙе хәйлә уйлап таба. Шул ерҙә араҡы ултыра, әйҙә, барыбер үләбеҙ бит инде, хушлашыу өсөн тотайыҡ булмаһа, тип, шешә ултырған ерҙе әйтә. Ир рюмка өҫтәгән һайын илерә. Һуңғы сиктә Ғ. ханым, көнөмдөң бөтөүе ошолор инде, тип, ҡыҙы менән бәхилләшергә телефон биреүен һәм һөйләшеү өсөн ҡулын бәйҙән ысҡындырыуын үтенә. Ир рюмкаға араҡы ҡойған арала «02»-не йыя. Быны аңлап ҡалған вәхши, телефонды тартып алып: «Эйе, эйе, милиция! Килегеҙ, барыбер өлгөрә алмаясаҡһығыҙ, мин хәҙер ҡатынымды үлтереп, өйгә ут төртәм!» – тип, адресты атай.
    – Ул арала нисек өлгөргәнмендер ҙә, ҡайһылайтып көс тапҡанмындыр, бығауҙан ҡотолоп, күршеләргә табан йүгерҙем. Үҙем дә аптырайым, ғүмеремде ҡотҡарыу теләге көслө булғандырмы, ҡурҡыштанмы, был мәлдә бер ниндәй ауыртыу тойманым тиерлек, – ти Ғ. апай.
    Был хәлгә социаль психологтар ҙа үҙенсә аңлатма бирә. Ғ. ханым, яуыздың бар әйткәненә күнеп, күҙ йәшен сығармайынса үҙен тыныс тотоп, бар нәмә менән ризалашып, дөрөҫ эшләгән. Нәҡ ошо күндәмлек ваҡытты һуҙып, уға үлемдән ҡалырға ярҙам иткән дә инде.
    Ҡаты туҡмалыуҙан ҡатын дауахананың травматология, неврология бүлектәрендә айҙан ашыу ятып сыға. Әле булһа алған йәрәхәттәренән эшкә сыға алмай, «больничный»ҙа. Табиптар уға баш мейеһе, ҡоймос һөйәге имгәнеүе, баш мейеһендә ябыҡ типтағы йәрәхәт, ҡабыр­ғалары һыныу һәм өлөшләтә фалиж диагнозын ҡуя. Әлеге көндә ул нервыларҙан, һыҙланыуҙан даими рәүештә ҡиммәтле дарыуҙар ҡабул итергә мәжбүр.
    – Дауаланыуға аҡса кәрәк булһа, банкоматтан пенсиямды ал, тип үҙе рөхсәт бирҙе лә, әле килеп, аҡсамды бөтөргән­һең, тип, мине бөтә республикаға рисуай итеп ята, – тине апай, иренең ҡылығына аптырап.
    ***
    –Бына, кейәү арҡаһында килен булып төшкән йортҡа аяҡ та баҫа алмай йөрөйөм инде. Ике көндән һуң, ҡыҙыбыҙҙың ныҡ туҡмалғанына ҡайғырып, бабайға инфаркт булды. Иртәгә мәрхүмдең ҡырҡын уҡытабыҙ. Ғүмер буйы туҡмалды. Беҙҙең дә ғәйеп бар, кейәүҙе тыуған яғына ҡыуып та ҡайтара алмағас, ярай, балалар бар, тор, кейәүгә беҙҙән һорап сыҡманың, тинек. Эсеп боларғанын ишетеп, йүгереп барыр булһаҡ, һәнәк тотоп ҡаршы сығыр ине. Ун ике тәҙрәне ярғанын, сервант, көҙгөләрҙе, быяла һауыттарҙы ватҡанын иҫләй китһәң ... кеше ышанмаҫ. Бер мәл өйҙән алты биҙрә быяла сығарып түктек, – тине күҙҙәренә йәш алып Ғ. апайҙың оло йәштәге әсәһе лә.
    Аҙаҡ беҙгә шул да мәғлүм булды. Асығыусы ағайыбыҙ заманында үҙ атаһын ҡанға батырғансы туҡмаған, улының танауын, ҡабырғаларын һындырғансы дөмбәҫләгән. Көҙгөһөн ҡыҙы ла, атаһы йоҙроғона эләгеүҙән башы тишелеп, дауаханала ятып сыҡҡан.
    Үҙ атаһын, балаларын туҡмау кеүек ҡанһыҙлыҡты ишеткәс:
    – Ыста, апай, нишләп улай ғүмерегеҙҙе туҡмалып, бер тырнағығыҙға ла торошло булмаған кеше менән йәшәп үткәрҙегеҙ һуң? Көнләшеүҙән туҡмай инеме? – тип һорамай булдыра алманым.
    – Көнләшеү генә түгел, тотош донъяға нәфрәт менән ҡараған кеше ул. Ҡыуһам да китмәне, әйләнер ҙә ҡайтыр ине, үҙен йәлләтә лә белде. Белмәйем. Бәлки, уҡытыусы бул­ғас, һүҙ сыҡма­һын, балалар атайлы булһын, тигәнмендер. Хәйер, туҡмала-туҡмала үҙем дә йыуашайып, йомолоп ҡал­ғанмындыр. Барыһын да тышҡа сығарып йөрөмәй торғайным, – тип яуапланы Ғ. ханым.
    Хушлашҡанда ағайҙан:
    – Хәҙер нимә эшләргә уйлайһығыҙ, беҙҙән нимә өмөт итәһегеҙ? – тип һорай ҡуйҙым.
    – Ҡәйнештәр мине, был беҙҙең олатайҙың йорто, дүрт яғың ҡибла, тип өйҙән ҡыуалай. Ҡайҙа барайым?.. Үҙемдең ауылыма ҡайтып торор инем, һуңғы тапҡыр ҡунаҡҡа барғанда мырҙа менән сәкәләштек. Минең был йортҡа хужа булыр­ға теләгем юҡ. Бер бәләкәй генә өй ҙә етер ине. Аттарҙы урлаттым, әммә бәләкәй генә өй һатып алыр өсөн уртаҡ мал бар бит. Ә миңә, һинең малың юҡ, тиҙәр. Муйынды саҡ элмәккә тыҡманым. Бынан һуң эсмәйем, бөтөнләй эсмәйәсәкмен. Юғиһә бер нәмә лә иҫбат итеп булмаясаҡ. Закондарҙы белмәйем шул... Әллә ҡаршы судҡа биреп ҡарарғамы икән? Үкенәм, бик тә үкенәм. Мин Ғ.-ны ныҡ яраттым. Танышҡан көнгә, сәғәткә тиклем иҫләйем. Өйләнер өсөн ауыр эшкә егелеп, аҡса эшләнем.
    Эй, туғаным, мөхәббәт тигән нәмә бар. Ул аҡылға буйһонмай шул... Минең кисергәндәр бүтәндәргә ғибрәт булһын. Бар бәлә араҡынан икәнен аңлаһындар. Яҙығыҙ һеҙ ошо турала. Артабан асығыуымды дауам итеп, суд хөкөмөн көтәм. Өмөт һүрелде, – тип болдорҙа тәмәке көйрәтеп тороп ҡалды ағай кеше, күҙҙәренә йәш алып...


    ***
    Ауыр уйҙарға бирелеп ҡайтыр юлға сыҡҡас, язаһыҙ ҡалыу ниәтендә ниндәйҙер ярҙам эҙләгән ир менән ғүмер буйы туҡмалып торған апай хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып барҙым. Юҡ, кеше ҡылған ҡылығы өсөн яуап бирергә тейеш. Уның асығыуы ла хәйлә эҙләүҙең, көсһөҙлөктөң, икенсе яртыһына бысраҡ яғып, үҙен аҡларға тырышыу­ҙың бер әтнәкәһе, тине миңә эске тойғо. Ысынлап та, үрҙә телгә алған юлдашыбыҙ әйтмешләй, сәйер кеше булып сыҡты ағайыбыҙ. Үҙе ҡатынын яманлай, ултыра биргәс, мөхәббәткә һылтана. Ултыртһалар, ҡайтып булырмы, белмәйем, тип ҡайғырып та ала. Милиция килеп ҡулға алғас та ул, һуҡмаған-нитмәгән килеш, миңә һуҡмағыҙ, һеҙҙең быға хоҡуғығыҙ юҡ, тип тауыш та күтәргән. Ғәҙәттә, ҡылығы өсөн яуап биреүҙән ҡасҡан, үҙе һуғыш суҡмары булған кеше һуғылыуҙан ҡурҡа, тиҙәр шул. Һуңынан асыҡлауыбыҙса, кеше айырылышҡандан һуң өс йыл эсендә генә мөлкәтен бүлеүгә хоҡуҡлы икән. Ошо арауыҡта өлгөрмәһә, мал-мөлкәткә хоҡуғын юғалта булып сыҡты. Тимәк, ағайыбыҙҙың да нимәгәлер дәғүә итеүе икеле...
    ИХ, донъя! Был донъяла ҡатын-ҡыҙҙан да сабыр йән эйәһе бармы икән? Үкенескә күрә, күптәр кейәүгә сығыу менән бәхетле тормошона кәртә ҡуя шул. Ярай ҙа һайлаған кешең үҙеңде аңлаусы, лайыҡлы баһалаусы, һинең өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер тороусы тормош иптәше була алһа... Ә инде ир тигәнең ошо ағай кеүек икән... Алла һаҡлаһын! Күп ҡатын-ҡыҙ, Ғ. апай һымаҡ, йылдар буйы туҡмалыуға түҙеп йәшәй. Әҙме ни арабыҙҙа ошоға оҡшаш яҙмыштар?! Ҡатынын үлтергән, һаулығын бөтөрөп, балаларының әсәһенән имгәк яһаған ирҙәр?! Ә бисара ҡатын-ҡыҙ, ғүмер буйы туҡмалып, түбәнһетелеп, мыҫҡыллауға дусар булып йәшәһә лә, һәр саҡ яҡшыға, ҡасан да булһа тормошоноң яйға һалыныуына өмөтләнә. Бөгөнгө мәҡәлә геройының яҙмышынан күренеүенсә, түҙеп йәшәүҙең файҙаһы юҡ. Уның миҫалы үҙенең мин-минлегенә хужа була алмаған ир ҡатынына бер тапҡыр ҡул күтәрә икән, ғүмер буйы туҡмаясағын күрһәтә. Шуға күрә иң хәйерлеһе – гүзәл затҡа бөтөнләй ҡул күтәрмәү. Йәберләмәгеҙ ҡатындарығыҙҙы! Янына килеп, берәү: «Ҡатындарыбыҙға хоҡуҡтарыбыҙ ниндәй?» – тип һорағас, Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Ашаһа, тамағын туйҙыр, кейем һораһа, кейендер, хатта битенә генә булһа ла һуҡма, һүҙ менән рәнйетмә, өйҙән дә ҡыуып сығарма», – тигән бит.
    Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
    авторы: admin | 28 февраля 2010 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • һин йәшә генә, әсәй...
  • Аслыҡ иғлан итәм, сөнки...
  • Тоҙаҡ
  • Йырткыс йәки Ғарифтың «бәхетле» тормошо
  • Көлкө ха-хана
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Нурзиля (2 марта 2010 02:07)  
    уф ниндай оятсызлык белам мин ул апайны шул тиклем тырышып донъя алып барды ,мактаптала ойдала олгорорга тырышкандыр ул ир бигерак выждансыз икан ,ултыртырга карак уны каты яза бирерга!!!!!
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru