Кешене эштә һына.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • Тәмле
  • Йондоҙнамә
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Телефонһыҙ бер көн Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Сәғәт 06.14 «Мин арыным», - уянып та бөтмәйенсә, шулай тип уйланым. Сәғәт 06.14 – бер минуттан будильник зыңғырлаясаҡ. Уның тауышын енем һөймәй, шуға ла һәр саҡ бер минутҡа алдараҡ уянам. Ғәҙәт буйынса, баш осонда ятҡан кеҫә телефонына үрелдем. Шунан, бер көн унһыҙ йәшәп ҡарайым әле, тигән һүҙем иҫемә килеп төштө. Ҡыҙыҡ, элек нисек мобильниктарһыҙ йәшәгәнбеҙ икән?! Бер нисә йыл элек, мәҫәлән, Учалыла кеҫә телефоны булғандарҙы бармаҡ менән генә һанарға мөмкин ине, һәм улар беҙҙең өсөн миллионерҙар кеүек күренә торғайны. Ә хәҙер һәр уҡыусыла тиерлек мобильник бар һәм был бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Бына бит заманалар нисек тиҙ үҙгәрә! Заман технологияларының ҡаҙаныштары хаҡында оҙаҡ уйларға тура килмәне, сөнки бөгөн шәмбе – ял көнө икәнлеге иҫкә төштө. Ҡыуаныстан йылмайып, тиҙерәк йоҡлар өсөн күҙҙәрҙе сытырлатып йомдом. Йоҡларға! Йоҡларға… Йоҡ-лар-ға…
    Сәғәт 09.05 Мине телефон тауышы уятты. Йоҡо аралаш тәүҙә мобильникка йәбештем, шунан уның һүнгәнен иҫләп, стационар телефон трубкаһын алдым.
    - Һин ҡайҙа? Мин һиңә иртәнән бирле шылтыратам, кеҫә телефоның яуап бирмәй, - туғаным икән.
    Мин уға бер көн булһа ла мобильникһыҙ йәшәргә теләүем, йәғни, кеҫә телефонының зарарлы тәьҫиренән үҙемде һаҡларға маташыуым хаҡында хәбәр итәм.
    - Бөтә донъя мобильник менән һөйләшә һәм бер ҙә зарланмайсы… - туғанымдың аптырауы тауышына сыҡты.
    - Беләһеңме, биш йыл элек үк Европарламенттың тикшеренеүҙәр идаралығы ғалимдары шуны асыҡлаған: баҡтиһәң, мобильниктар эпилепсия ауырыуының киҫкенләшеүенә, иммунитеттың көсһөҙләнеүенә, онкология сирҙәренең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә икән. Һәм, ғөмүмән, трубка – мейене йылытҡан кескәй генә микротулҡынлы прибор, шуға ла уны йыш ҡулланғандарҙың башы ауырта, хәтере насарая, кәйефе йыш үҙгәрә һ.б. һ.б.
    Әйткәндәй, кеҫә телефонының зарары тураһында һөйләп, туғанымды шаярта икән, тип уйламағыҙ. Үҙебеҙҙең ғалимдар шундай эксперимент үткәргән: бер төркөм уҡыусыларға тәнәфес мәлендә ике минут самаһы һөйләшергә рөхсәт иткәндәр. Аҙаҡ балаларҙың мейеһендә байтаҡ үҙгәрештәр булыуы асыҡланған.Йәғни, уҡыусыларҙың кәйефе төшкән, улар дәрестә материалдарҙы насар үҙләштергән, бөтә реакциялары аҡрынайған. Руль артында булғанда шылтыратыуҙарға яуап биргән водителдәр менән дә шул уҡ хәл ҡабатлана – уларҙың да иғтибары насарая, реакциялары аҡрыная. Һөйләшеүгә әүрәп, юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булыуҙары хаҡында әйтәһе лә түгел инде. Миҫал артынан алыҫ йөрөйһө түгел. Ошо арала ғына юл сатында бер иномарка саҡ тапап китмәне – йәш егет бөтә донъяны, шул иҫәптән юл ҡағиҙәләрен дә, онотоп, ихлас кем менәндер кеҫә телефоны аша һөйләшә ине. Ярай ҙа мин юлда йоҡлап йөрөмәйем, ситкә һикереп өлгөрҙөм. Ә әгәр ҙә минең урында берәй бала йәки ҡарт кеше булһа? Эҙемтәләре тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс…
    Сәғәт 11.30 Магазин буйлап йөрөгәндә, телефон нисектер шикле шымып ҡалған һымаҡ тойолдо. Ғәҙәттә, ул көнөнә иллеләп тапҡыр Сукачевтың тауышы менән аҡырып, мине берәйһе менән һөйләшергә саҡыра, йә наҙлы ҡатын-ҡыҙ тауышы менән сираттағы СМС-хәбәр тураһында мыяулап-иҫкәртә. Әллә урланылармы, тип ҡотом осоп, сумкамда аҡтарынып эҙләнә башланым да, бер секундтан телефонды өйҙә ҡалдырыуымды иҫләнем.
    Ҡыҙыҡ, илебеҙҙә көнәнә нисә кеҫә телефоны юғала икән?! Рәсәйлеләрҙең береһе лә бындай иҫәпләүҙәр алып бармайҙыр ул, ә бына инглиздәр Бөйөк Британияла һәр өс минут һайын кемдеңдер мобильникһыҙ ҡалыуын асыҡлаған. Кеҫә телефондары киңерәк таралған һайын уларҙы урлау ҙа пропорциональ рәүештә үҫә. Ә мобильниктарҙың популярлығы көнләп түгел, сәғәтләп үҫә, сөнки тиҙ үҙгәреүсән, бер туҡтауһыҙ алға ашыҡҡан заманда ул бик кәрәкле әйбергә әйләнә. Бигерәк тә балаларҙы контролдә тотоу өсөн уңайлы улар. Таныштарым улдарына кеҫә телефонын бүләк иттеләр ҙә, хәҙер ҡыуанып бөтә алмайҙар. Көнөнә йөҙ тапҡыр шылтыратып, уның мәктәпкә барып етеүен, өйгә кире ҡайтыуын, юлға аҡса алыуын-алмауын тикшереп, белешеп торалар. Бигерәк тә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеҫә телефоны иң кәрәкле нәмәгә әйләнә. Ваҡытында тиҙ медицина ярҙамы, газ, янғын һүндереү хеҙмәттәре саҡырылып, күпме кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалына, техник аварияларға, янғындарға юл ҡуйылмай… Черниковкала йәшәүсе алыҫ туған тейешле апай, йыш ҡына эштән шәхси автомобилдәргә ултырып ҡайтырға мәжбүр. Сираттағы машинаға ултырғанда, ул демонстратив рәүештә сумкаһынан мобильнигын соҡоп сығара ла, иренә доклад яһай: “Саша, мин ошондай-ошондай номерлы машинаға ултырҙм, зинһар өсөн, ярты сәғәттән мине шунда-шунда көт”. Шулай итеп ул Өфө үҙәгенән Черниковкаға ҡәҙәр юлда үҙенең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тырыша.
    Сәғәт 16.45 “Ә мин маладис бит”, - тип үҙ-үҙемде маҡтайым. Ни тиһәң дә, һүҙемде тотоп, ярты көндө мобильникһыҙ үткәрҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, әлеге ваҡытта шул ҡәҙәре туғандарыма шылтыратып, юҡ-бар хаҡында һөйләшеп, күңелемде күргем килә. Хатта, кеҫә телефонынан таралған электромагнит тулҡындарының зарары ла ул ҡәҙәе ҡурҡыныс тойолмай башланы. Беҙҙе күпме тапҡыр телевизор, компьютер, хатта үтектәр менән дә ҡурҡыттылар, әммә прогрессты бының менән генә туҡтатырлыҡмы ни! Телефон сығарыусылар үҙҙәренең продукцияларын камиллаштырыу өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләй, бәлки тиҙҙән уларҙың зарарын бөтөнләй бөтөрөрҙәр. Ә әлегә ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү зарур. Йәғни, кеҫә телефоны аша күп һөйләшмәҫкә (һөйләшеү өс минуттан ашмаһын, шылтыратыуҙар араһында тәнәфес иң кәмендә ун биш минут булһын), “блю тус” технологияһын, “хэндс фри” гарнитураһын файҙаланырға кәрәк (телефон мөмкин тиклем баштан алыҫ булһын), ә иң яҡшыһы – СМС-хәбәрҙәр аша һөйләшеү.
    Сәғәт 20.05 Мобильникһыҙ күңелһеҙ булып китте. Әйтерһең дә, мин бөтә донъянан айырылып, ситтә яңғыҙ ҡалғанмын. Сәс тарарға тип, көҙгө алдына барып баҫҡас, бер телефон компанияһының “Аралашыуыңды үҙең ҡор” тигән һүҙҙәренә иғтибар иттем – яҙыу минең футболкамда . Ғәжәп, американлы Александр Белл (саҡ ҡына һуңыраҡ Грей фамилиялы тағы ла берәү) телефонды аралашыу, кешеләрҙе бер-береһенә яҡыныраҡ итеү өсөн уйлап сығарған. Ләкин, миңә ҡалһа, беҙ, киреһенсә, был асыштан һуң бер-беребеҙҙән алыҫлаштыҡ ҡына кеүек…
    … 25 йыл элек ауылыбыҙҙа ни бары 2-3 стационар телефон бар ине. Өфөлә эшләүсе өлкән апайымдан телефондан һөйләшеү тураһында телеграмма килһә, өйҙә байрам тантана итә. Телеграммала күрһәтелгән ваҡытты еткерә алмайынса зар-интизар булаһың – сәғәт телдәре нимәгәлер үсләшеп, туҡтаған кеүек була, хатта. Һәм бына, ниһайәт, көтөлгән ваҡыт килеп етә, һәм беҙ әсәйем менән контораға йыйынабыҙ – унда трубкаһы зәңгәр изолента менән уралған түңәрәк дискылы бохар замандағы телефон аппараты бар. Беҙ утты яндырмайынса (йыйыштырыусы ҡатын етәкселәр күреп ҡалып, асыуланмаһындар өсөн, утты ҡабыҙмаҫҡа ҡуша), туҙып бөткән ултырғыстарҙа ҡыбырларға ла ҡурҡып ултырабыҙ. Икебеҙҙең дә күҙебеҙ телефонда. Бер аҙҙан түҙмәйенсә (оҙаҡһыҙ шылтыратмайҙарҙаһа?!) аппараттың торошон тикшереү маҡсатында трубкаға өрөп ҡарайбыҙ – әллә эшләмәйме икән, тип аптырайбыҙ. Йыш-йыш гудоктар ишетелеү менән йәһәтерәк трубканы урынына һалабыҙ – эшләй икән! Көтөүебеҙҙең сигенә еттек тигәндә, ауыр тынлыҡты телефон шылтыратыуы боҙа. Әсәйем ҡабаланып, трубканы ала һала: “Алло! Эйе, эйе…Был мин…” Бер аҙҙан уның тауышы йылына: “Һаумы, ҡыҙым! Ни хәлдәһең, балам?” Элемтә йыш өҙөлә, әсәйем менән апайым телефон трубкаһында1ы шытырлауҙы еңергә тырышып, бер-береһен ишетергә, иң кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтергә ашығып, шәп-шәп һөйләшә. Һәм, бер аҙҙан әсәйем, күңелһеҙ тауыш менән: “Бөттө, элемтә өҙөлдө”, - ти ҙә, ауыр һулап, трубканы урынына һала. Тауышы күңелһеҙ сыҡһа ла, ошо минуттарҙа әсәйемдең бәхетле икәнен беләм – ул бит ҡәҙерле балаһы менән һөйләште, уны күргәндәй булды... Бына ошондай бәхет остоҡтары була торғайны беҙҙең элек. Ә бөгөн, кеҫә телефоны булып та, беҙ бер-беребеҙҙең тауышына ҡыуаныуҙан мәхрүм ҡалғанбыҙ. Һөйләшеүҙәребеҙ нисектер битараф, эш араһында, ашыҡ-бошоҡ ҡына килеп сыға. Әйтерһең дә, йөрәгебеҙ вайымһыҙлыҡ ҡабығы менән ҡапланғандан-ҡаплана бара. Әле, көҙгөләге сағылышыма ҡарап, бала саҡта1ы бәхет остоҡтарын һағыныуымды, уларҙы яңынан кисергем килеүен аңлайым.
    Сәғәт 23.00. Мин йоҡларға ятам. Бөгөн даими аралашыу, мәғлүмәттәр менән бүлешеү ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелмәгән. Ә шулай ҙа бөгөнгө көндән ризамын – ваҡыт үҙенең тиҙлеген кәметкәндәй тойолдо һәм мин әйләнә-тирәгә күберәк иғтибар бүлә алдым, тыныслыҡтан, тынлыҡтан рәхәтләндем. Йоҡоға талыр алдынан, минең бөтә нәмәм дә бар, донъям түңәрәк, тип уйланым. Тик аралашыу ғына етмәй барыбыҙға ла. Йөрәктән-йөрәккә булған ябай аралашыу ғына етмәй…
    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 11 декабря 2007 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Юғалтһаң да табып була телефонды
  • Этикет ҡағиҙәләре
  • ТЕЛЕФОН «ТОҘАҒЫ»НА ЭЛӘКМӘ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Отолоу
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru