Көсһөҙ көрәк һындырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Июль
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Йондознамэ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хирург Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Уның ихлас йылмайыуы байтаҡ уҡыусыбыҙға таныштыр ҙа, бәлки. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән балаларҙы дауалауҙан тыш, был табип йыш ҡына райондарға сығып та эшләй. Хирург-ортопед, медицина фәндәре кандидаты Тимур ПСӘНЧИН – Республика балалар клиник дауаханаһының травматология-ортопедия бүлеге мөдире. Башҡортостанда бөгөн был тармаҡтың кимәле ярайһы яҡшы һанала, Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән юғарыраҡ киләбеҙ. Бүлек мөдиренең рөхсәте менән, уның эшенең бер көнөн күҙәтергә булдыҡ.

    08.00. Өйҙән эшкә тиклем – әллә ни алыҫ түгел, бер нисә туҡталыш. Ваҡыты булғанда, ул был араны йәйәү үтә. Көндәлек уй-ниәттәрен барлап сыға, бөгөн буласаҡ операциялар тураһында уйлап, күҙ уңынан үткәрә.

    Ҡайһы бер кешеләр киләсәктәге һөнәрен, әйтерһең дә, сәңгелдәктән үк төҫмөрләй – була ундай «күрәҙәсе»ләр. Ә ул мәктәптә уҡыған саҡта хирург, ғөмүмән, табип булырын күҙ алдына ла килтермәгән. Математика менән физиканы шәп белгән малай Өфө авиация институтына инергә хыялланған, унан ебәрелгән мәсьәләләр буйынса шөғөлләнгән. Тик һуңғы синыфта, әсәһенең, балаларымдың береһе булһа ла табип булһа ине, тигән теләгенә ҡолаҡ һалыпмы, ҡарарын үҙгәртергә булған. Шулай итеп, Көйөргәҙе районы егете Тимур Псәнчин медицина институтына юл тота. Аспирантурала саҡта ныҡлап травматологияны өйрәнә башлай, 1996 йылда шул юҫыҡтағы кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
    ...Таныш бинаның корпустары күренде. Ҡапҡа янындағы һаҡсы яҡты сырайлы табипты йылмайып сәләмләй. Дауаханала яңы эш көнө башлана.
    Килеү менән Тимур Сынтимер улы уҙған кистә, төндә килтерелгән яңы пациенттарҙы ҡарап сыға.

    09.00. «Оперативка». Бүлек мөдире коллегалары менән бөгөнгө бурыстарҙы билдәләп сыға.
    2001 йылға тиклем йәш табип БДМУ-ның балалар хирургияһы кафедраһында профессор Айытбай Ғүмәровтың ассистенты булып эшләй. Балалар республика клиник дауаханаһы киңәйтелә башланғас, унда травматология-ортопедия өсөн дә корпустар бирелә. Тимур Псәнчинды яңы бүлектең мөдире итеп ҡуялар. Бүлекте асыу, йыһазлау, кадрҙар йыйыу – барыһы ла уның иңендә була.
    Әле бүлектә карантин – яңыраҡ килтерелгән балаларҙың береһе ҡыҙылса менән сирле булған, сир бер нисә балаға йоғоп өлгөргән. Шул арҡала табиптар бер нисә операцияны кисектерергә мәжбүр...

    9.30 – 11.00. Палаталарҙағы ауырыуҙарҙың көтөп алған мәле – «обход» ваҡыты етә.
    Төрлө райондарҙан, ҡалаларҙан килә был балалар... Бәләкәйерәктәре ата-әсәләре менән ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауахана иҫке, 60-сы йылдар проекты буйынса төҙөлгән, шарттарҙы уңайлы тип әйтеп булмай – әсә менән баланың икәүһенә бер карауат.
    Иң күбе нимәгә зарланып киләләр? Байтаҡ балалар тыумыштан уҡ тайышлыҡ, сколиоз, янбаш-бот быуыны сирҙәренән яфалана. Тайышлыҡ күберәк – малайҙарға, янбаш быуыны сығыуы иһә ҡыҙҙарға хас. Һөйәк һынғанда ла, иң ҡатмарлы осраҡтарҙа, бында мөрәжәғәт итәләр.

    Шуныһы һағайта – һөйәк шеше менән килеүселәр күп икән. «Баламда ул шеш ниңә ҡалҡҡан һуң ул? Ҡайҙан барлыҡҡа килгән?» – тип күҙ йәше аралаш һораны алдыбыҙҙа бер әсә. Тимур Сынтимер улы көрһөндө: «Шештәрҙең этиологияһы һаман ныҡлап асыҡланмаған...»
    ... Күҙ йәштәрен уға йыш күрергә тура килә. Ауырмы? Ауыр, һүҙ ҙә юҡ. «Күнегеүен күнекмәйһең. Тик күҙ йәше – шартлы нәмә, тип ҡарарға кәрәк. Беҙҙең эштә шунһыҙ булмай», – ти табип.
    Үтә яуаплы, үтә етди был эштә лә Тимур Сынтимер улы шаян, мәрәкә һүҙгә урын таба, ата-әсәләрҙе тынысландыра, өмөтләндерә белә – йылмаймаҫ йөҙҙәр ҙә асылып, яҡтырып китә ул инеп сыҡҡандан һуң.

    11.00. Операциялар бүлмәһе. Стериль мөхиттән һалҡын бөркә, аҡ төҫ ҡатыш – ҡорос эш ҡоралдары ялтырауы. Йылына бүлек табиптары 500-ҙән ашыу операция эшләй. Бүлек мөдире аҙнаһына ике-өс операция яһай. Тәжрибәһендәге иң оҙайлыһы 12 сәғәт дауам иткән. Ныҡ оҙайлы операцияларҙа бригадалар бер-береһен алмаштырып эшләй. Әле бүлектә микрохирургия тармағын үҫтермәкселәр, унда эшләнәсәк операциялар тағы ла оҙағыраҡ барасаҡ.
    Операциянан сыҡҡан табипты бүлмәһендә студенттар көтә – бүлек бер үк ваҡытта медицина университетының базаһы булып тора. Бүлмә ҙур түгел. Шкаф кәштәһендә – республика Һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков исеменән медицина өлкәһендәге уңышлы хеҙмәт өсөн бирелгән Почет грамотаһы, стенала – төрлө ҡалаларҙа һәм илдәрҙә үткән семинар һәм мастер-кластарҙа ҡатнашыу тураһында таныҡлыҡтар.
    Төшкә тиклем ошо бүлмә студент аудиторияһы ролен үтәй.

    15.00. Үҙе һайлап алған пациенттарҙы Тимур Сынтимер улы ошо уҡ бинала урынлашҡан поликлиникала ҡабул итә.
    Тәүге булып әсәле-ҡыҙлы инә. Ҡыҙҙа мениск йәрәхәте, шишәмбенән һалырға ҡарар итәләр. Ҡайҙан килеүҙәрен һорамаҫ элек үк хирург, амбулатор карталағы яҙыуға ҡарап, йылмайып ебәрә: "Дәүләкәндән, эйеме? Табиптың яҙыуын таныйым".

    15.15. Йәш балалы пар. Ҡәйүмовтар.
    – Һаумыһығыҙ, Тимур Сынтимерович! Танынығыҙмы?
    – Һаубыҙ-һаубыҙ, танымай ни.
    Сабый тайыш табанлы булып тыуған. Диагноз ҡатындың йөклө сағында уҡ асыҡланған. Баланы ҡалдырырғамы, юҡмы, тигән һорау ҡуйылғас, йәштәр Тимур Сынтимер улына килгән. «Ҡалдырабыҙ», – тигән ул.
    – 22 аҙнала яралғы барыһын ишетә, тоя – уның турала һүҙ барғанын аңламаған, тиһегеҙме? Ә тайышлыҡ ул тиклем ауыр патология түгел, – тип аңлата беҙгә табип. – Аяҡҡа баҫтырырбыҙ, Алла бирһә.
    Дүрт айлыҡ ҡыҙ бала уға шундай саф, шул тиклем матур итеп йылмая – әйтерһең дә, яҙмышында ошо ағайҙың ҡатнашлығы барлығын белә. Бер аҙналыҡ сағынан уҡ уға гипс һала башлағандар, ике аҙна һайын алмаштыралар. Әле үҙҙәренең табибы отпускыла, шуға күрә бында килгәндәр.
    Сабыйҙы ҡараған ваҡытта һул яҡтан янбашы сығыуы ла асыҡлана.
    Табип йәш ата-әсәгә борола:
    – Янбаш-бот быуыны снимогын эшләтегеҙ. Иртәгә үк. Операция кәрәк булыр.
    Шәфҡәт туташы гипс әҙерләй. Теремек сабый сабыр ғына көтөп ята, үҙенсә «хәбәр һөйләй». Бына хирург өйрәнелгән хәрәкәттәре менән үксәләрҙе «әүәләй», һыйпай, һылай, һыу һирпә.
    Эшенән ҡәнәғәт ҡала:
    – Булды, матур килеп сыҡты!

    15.45. Атаһына эйәреп, үҫмер егет инә. Умрау һөйәге һынған, тиҙәр.
    Табип рентген һүрәтен ҡарай.
    – Һынғанға оҡшамаған... Шунан, егет кеше, нимә булды?
    Үҫмер, аҡланған төҫлө, аңлата башлай:
    – Волейбол уйнағайныҡ...
    – Туҡта. Подача ваҡытында ауырттырҙыңмы?
    – Эйе...
    Хирург – элекке спортсы, ниндәй спорт төрөнә һәм ниндәй хәрәкәттәргә ниндәй йәрәхәттәр хас икәнлеген үҙ миҫалында белә.
    Баланы ентекләп ҡарағандан һуң, ул атай кешене тынысландырырға ашыға:
    – Һынмаған, ҡаймыҡҡан ғына.
    Атаһы, ниһайәт, теле осонда әйләнгән шиген белдерергә була:
    – Алдамаймы икән? Юғиһә, әсәһенә тәүҙә, стенаға бәрелдем, тип аңлатҡан.
    – Һм... – табип йәнә малайға ҡарай: – Бындай эштә шаяртырға ярамағанын беләһеңме? Әйҙә, ир-егеттәрсә һөйләшеп алайыҡ әле.
    Баланың атаһын итәғәтле генә итеп сығарып торалар. Бер нисә минуттан кире саҡырталар.
    Табип йылмая:
    – Ҡурҡмағыҙ, «криминал» юҡ. Һөйәктәре имен, бер аҙнанан тағы күренерһегеҙ.

    16.00. Әсәле-уллы. Малайҙың ҡарашында – ҡурҡыу.
    – Һалалармы???
    – Эйе, һеҙҙең райондыҡыларҙы мотлаҡ һалабыҙ! – тип шаярта шәфҡәт туташы.
    Баланың ҡултыҡ аҫтындараҡ тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындай шеше бар.
    – Август аҙағында ғына күрҙек. Операция кәрәк булырмы икән? – тип хафалана әсә.
    Табип өндәшмәй. Малайҙы, кейенә тор, тип, сығарып ебәрә. Уныһы елдереп сығып китә. Ҡыуана: һалманылар! Ә әсәнең күҙҙәре – табипта.
    – Шеш арыу уҡ ҙур, киҫергә тура килер. Операция ашығыс түгел, план буйынса. ...Иртәрәк күрмәнегеҙме ни?
    – Юҡ шул...
    – Ярай, ҡурҡмағыҙ, шеш яман түгел, – хирург операция көнөн билдәләй.

    16.20. Ишектән күрше бүлмәләге табип башын тыға:
    – Тимур Сынтимерович, бында шундай ҙур ше-е-еш... Янбашында.
    Бүлек мөдире рентген һүрәтен ҡарай.
    - Оһо!.. Дә-ә... Ҡайҙанһығыҙ?
    Ҡыҙсыҡтың әсәһе райондарын атай.
    – Ике ай элек кинәт кенә аҡһай башланы, – ти.
    Табип бала күрһәткән ергә һаҡ ҡына тейә. Өндәшмәй. Ымлап, бер студенткаһын яҡыныраҡ саҡыра.
    – Күҙ һал. Бындай шеш һирәк осрай.
    Әсәгә боролоп, ул ғына ишетерлек итеп өндәшә:
    – Операцияны йәһәтләргә кәрәк.
    Ҡатын үҙен бындай ҡарарға әҙерләргә тырышҡан, күрәһең. Һүҙһеҙ баш ҡаға, ҡыҙын кейендерә башлай.
    Ҡыҙ берсә табип ағайға, берсә әсәһенә ҡарай. Бүлмәнең һауаһында уҡ нимәлер үҙгәргән кеүек. Бала сеңләп илап ебәрә.
    – Ғәҙәттә, бындай саҡта шеш барлығы һөйәк һынғандан һуң ғына асыҡлана. Һеҙ ваҡытында килеп өлгөргәнһегеҙ, – ти Тимур Сынтимер улы. – Иң мөһиме, ҡыҙығыҙҙың шеше яман түгел.
    Коллегаһы уны ҡеүәтләй:
    – Ваҡытында килеүегеҙгә ҡыуанырға кәрәк. Дауалайбыҙ, аяҡҡа баҫтырасаҡбыҙ.
    Һыулы шеш һөйәктең эсендә үк үҫкән. Аяғы һынмаһын өсөн, балаға операцияға тиклем гипс һаласаҡтар.
    Сығалар. Ҡолаҡта һаман сеңләгән тауыш яңғырай. Табип һыуынып бөткән сәйен уртлай.

    16.30. Алты йәшлек малай. Атаһы менән бергә Ҡариҙелдән килгәндәр. Баланың һул ҡулында һуҡ бармағы яҙылмай. «Посттравматик контрактура». Ябай тел менән әйткәндә, йәрәхәтләнгән быуындың һығылмалылығын юғалтыуы.
    – Бармағы бысҡыға эләккәйне... – ти атаһы.
    Табип баланың ҡулын ҡарай, бармағын бөгөргә, яҙырға ҡуша.
    – Ниндәй бысҡы ине?
    – Циркуляр...
    – !.. Нисек ҡулын киҫмәгән?!
    Эйе, бүлектең тәжрибәһендә ундай хәлдәр ҙә бар – тотош ҡул суғын юғалтҡандарҙы килтерәләр, бармаҡтар – айырым һауытта. Хирургтар ул саҡ, ювелир ише, 5 – 6 сәғәт буйы ҡан тамырҙарын тоташтыра-беркетә.
    Баланың йәрәхәтләнгәненә ике ай. Операциянан һуң бер ай үткәс, бында килеп күренгәндәр. Бындай осраҡтар ҡул суғының ауыр йәрәхәте тип иҫәпләнә.
    – Пластик операцияны ярты йылдан һуң ғына эшләргә ярай, – ти табип. – Әлегә иртәрәк. Сабыр итәйек.

    17.00. Ҡабул итеү тамам.
    – Әле күҙәткән ҡайһы бер сирҙәрҙе алдан иҫкәртеп булыр инеме? – тип һорамайынса булдыра алмайбыҙ табип артынан атлай-йүгерә оҙон коридор буйлап барған саҡта.
    – Иҫкәртеү сирҙәрҙе бер аҙ кәметергә генә ярҙам итә. Беҙҙең өлкәлә дөйөм кәңәштәр биреп булмай, – ти табип. – Шуныhына иғтибар иттек: ауыл балаларының һөйәге тиҙерәк уңала. Йәш эремсек, ҡаймаҡ ашау, яңы һауылған һөт эсеү үҙенекен итә. Ҡала балаларына кальций, минералдар етешмәй, шул етешһеҙлекте ҡапларға кәрәк.
    – Ата-әсәләргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
    Уйға ҡала.
    – Әле йәш-елкенсәк 11 – 12 йәштән тәмәке тарта, эсә. Ғәрип сабыйҙар табырға теләмәһәләр, үҙҙәрен алдан әҙерләһен, тормош рәүешен яйға һалһын ине ҡыҙҙар-егеттәр... Тағы ла шуныһы, йөклө саҡта УЗИ-нан баш тартырға ярамай – күп сирҙе әсә ҡарынында уҡ белеп була. Педиатрға ваҡытында барырға кәрәк. Бала нимәгәлер зарланһа, белгестәргә күренеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаһындар.
    Хәҙер табипҡа ҡыҙылса менән сирләгән теге бала мәсьәләһен хәл итергә, икенсе дауаханаға күсерергә кәрәк. Башҡа административ мәшәҡәттәр ҙә йыйылған.

    18.00. Бөгөнгә эш бөттө, ҡайтырға ла ярай.
    Йыш-йыш үтеп торған фәнни-ғәмәли конференциялар өсөн докладтар әҙерләгән көндәрҙә иһә табиптың бүлмәһендә киске 9-ға тиклем ут яна. Был аҙна эсендә лә ике конференцияла ҡатнашҡан.
    Бөгөн йәштәр был һөнәргә әллә ни ылығып бармай: эш күп, яуаплылыҡ ҙур, аҡсаһы әҙ. Теләктәре бар ҙа... Тик, эшләп ҡарайҙар ҙа, был аҡсаға ғаиләне ҡарап булмауын аңлағас, китәләр. Хәйер, теләге лә, мөмкинлеге лә булған килеш хирург була алмаған хирургтар була.
    – Был эштә иң кәрәкле сифаттар ниндәй?
    – Ныҡ иғтибарлы булыу. Шарттарға ҡарамаҫтан, тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеү. Һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалыу.

    Булды, өйгә ашығырға кәрәк. Өйҙәгеләрен иҫкә төшөргәс, арыуын да онотто, буғай. Ике балаһы, Миңзифа менән Байрасы, уның ҡасан ҡайтырын түҙемһеҙләнеп көтә. Сөнки хатта әсәләре: «Атай бөгөн ауыр операцияла булған, ял итһен», – тип киҫәткән кистәрҙә лә атай кеше барыбер улар менән зыҡ ҡубып уйнарға ваҡыт таба. Табиптар таралыша, коридорҙағы хәрәкәт туҡтаған тиерлек. Эңер төштө, көн һүнә... Кемгәлер ул – һыҙланыу, һағыныу, «ирек»кә ынтылыуҙан туҡылған, сәләмәт саҡтың ҡәҙерен аңлатҡан һанаулы тәүлектәрҙең береһе, кемгәлер – ябай бер эш көнө.
    авторы: Гүзәл Байғотлина | 11 декабря 2007 | | Фекерҙәр (3)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә
  • Балаға дарыу урынына карбофос ҡаҙағандар
  • Һөйөнөс-көйөнөстәрҙ&# ...
  • Балалар сәләмәтлеге һағында
  • Мәҙәктәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Гүзәл Байғотлина (11 декабря 2007 14:24)  
    Беҙ Баныу менән "прикололись" wink "сәғәтләп" яҙылған ике мәҡәлә бер-бер артлы bully
    Теркәлгән: 30.11.2007 | ICQ:   
    #2 яҙҙы: admin (11 декабря 2007 17:40)  
    Вакытын билдәләгеҙ. Галочкаһын алыпғыҙ, мәҡәләне ҡуйған саҡта...
    Теркәлгән: 24.11.2007 | ICQ: 113874389   
    #3 яҙҙы: Баныу Ҡаһарманова (11 декабря 2007 19:05)  
    Кеше, могайын, колмэс :) беззен сэгэтлэп "йэшэлгэн" гумергэ :)
    Теркәлгән: 30.11.2007 | ICQ: 367-222-615   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru