Бер эшкә бәйләнгәс, билеңде бушатма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Май
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • Йондоҙнамә
  • Эш солтаны
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балаларым менән бергә үҫәм Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    "Мин балаларым менән бергә үҫәм", – ти ул.
    Улдары ниндәйҙер сит ил телен өйрәнә башлай икән – улар менән бергә яңы һүҙҙәр ятлай, һыуытҡысҡа, стеналарға, шкафтарға яңы һүҙбәйләнештәр, ят телдәге "ҡанатлы һүҙ"ҙәр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәрен йәбештереп бөтә. Ниндәйҙер формула иҫтәрендә ҡалмай икән, уны аш-һыу бүлмәһендәге клеенкаға яҙа – ашъяулыҡ йәл түгел, иң мөһиме, формула күҙ хәтерендә ҡалһын. Ә яратҡан афоризмы: "Балаларыңа аҡса биреп ҡалдыра алмайым тип уфтанғансы, күберәк һөйөүеңде бир".
    Өс бала әсәһе Зөлфирә ДАШКИНА – "Һөнәрем – бала бағыу, өй ҡарау" тип әйтә алған әсәләрҙең береһе.

    ҠАРАР

    Белемем буйынса иҡтисадсымын, эшемде ярата инем. Кейәүгә сыҡмаҫ элек үҙемде бала ҡарап өйҙә ултырған ҡатын тип күҙ алдыма ла килтерә алманым.
    Өлкән улым менән кеселәренең араһы ҙур – 10 йыл самаһы. Ул ваҡытта, 90-сы йылдарҙа, йәмғиәттә "муйынына асҡыс элгән балалар" тигән төшөнсә барлыҡҡа килде – ата-әсә мәңге эштә, балалар үҙҙәре тора, тамаҡ ялғай, мәктәпкә йыйына, үҙҙәре ҡайта, ризыҡ йылытып ашай, керен йыуа... Икенсе һәм, бер йылдан уҡ, өсөнсө улыбыҙ тыуғас, аңланым – минең балалар "асҡыслы" булырға тейеш түгел. Ҡарар үҙенән-үҙе килде.
    Миңә ҡалһа, тәрбиәһеҙ, әҙәпһеҙ балалар үҫтереү – ул ата-бабаларыңа ҡарата оло ғәҙелһеҙлек.

    ЫШАНЫС

    Ленинградҡа уҡырға китер алдынан атайым миңә нотоҡ уҡыманы.
    Ни бары өс һүҙ әйтте:
    – Беҙ һиңә ышанабыҙ.
    Баҡтиһәң, һиңә нығыраҡ ышанған һайын ул ышанысты аҡлағы килә икән. "Ышанам" тигән һүҙ яуаплы итә.
    Миңә бөгөн балаларымдың уҡыуҙағы, эштәге уңыштарынан бигерәк уларҙың – миңә, ә минең уларға ышаныуым мөһимерәк. Өс-дүрт йәшлек сабый – ул өлгөрөп еткән шәхес. Балаң менән "етди һөйләшеү" үткәреү өсөн 15 йәшенә тиклем көтөргә кәрәкмәй. Улдарымдың 4 – 5 йәшенән алып ғаиләләге бар ҡарарҙарҙы бергә ҡабул итергә күнеккәнбеҙ.

    АЛЫМДАР ҺӘМ АҘЫМДАР

    Балаларыма буш ваҡыт ҡалдырмаҫҡа тырыштым.
    Ағалары, институттағы уҡытыусылары әйтмешләй, бөтөн яҡлап "иң юғары планка"ға ынтылған кеше булғас, ундай өлгө менән кеселәрен үҫтереүе еңел булғандыр ҙа, бәлки.
    Донъяла музыка ҡоралдары бар икән – ни өсөн минең балалар уларҙа уйнамаҫҡа тейеш? Балсыҡтан әүәләү, һүрәт төшөрөүгә өйрәнергә була икән – улым, һин дә өйрәнә алмайһыңмы ни? Сит илдәргә сығырға мөмкин икән – ниңә һеҙгә лә ил гиҙеп ҡайтмаҫҡа? Балаларға һәр саҡ шундай "йүнәлеш" бирҙем.
    Ришат 3 йәштән уҡырға өйрәнде, беренсе синыфтан инглиз телен өйрәнде. Закир инглиз телен – 4,5, Илгиз – 6 йәштән өйрәнә башланы. Мәктәптә иһә немец телен өйрәнделәр. Икеһен бер синыфҡа бирҙем, музыка мәктәбенә лә бергә йөрөнөләр. Өсәүһе лә фортепианола, гитарала уйнай, Зәкир тағы ла саксофонды белә. Ҡыҫҡаһы, улар көндөң һәр минуты иҫәпле икәненә күнегеп үҫте. Шуға ла әле насар ғәҙәттәргә ваҡыттары ҡалмағандыр.

    ИРЕНМӘҮ

    Математиканан ҡатмарлы яңы система буйынса уҡый башлағас, уҡытыусылары менән "ярыш" ойошторҙом. Иртәнсәк ул балаларҙы: "Шунан, әсәйегеҙ кисәге мәсьәләне сисә алдымы?" тип ҡаршылай ине. Төнгө сәғәт 4-тәргә тиклем ултырһам ултырҙым, ләкин мәсьәләне сисеп, иртәнсәк балаларға аңлатып өлгөрә инем.
    Улар менән көн һайын иртәнге күнекмә эшләнем – сәләмәтлек өлгөһөн үҙем күрһәтергә тейеш. Балалар бәләкәй саҡта Мәскәүгә, Ленинградҡа барһаҡ, алдан уҡып танышҡан барлыҡ музейҙарҙа йөрөп сығабыҙ. "Кеше магазин буйлап йөрөр ине, ә һин..." – тигән таныштарым булды.
    Аптыратҡан мәлдәре?
    Закир Өфө дәүләт авиация университетына ингән саҡта математика буйынса 100 балл йыйғайнын хәтерләйем.
    Стеналағы исемлек алдында баҫып торам, күҙлегемде һөртәм дә яңынан ҡарайым. Көскә ышандым. Һәм уртансыһы, Илгиз, сит илдә беренсе тапҡыр эшләп ҡайтҡандан һуң ҡайһылай олоғайып, үҙаллылыҡҡа өйрәнеп ҡайтҡанына ла ныҡ аптырауым хәтеремдә.

    МИЛЛӘТТЕ ӘСӘЛӘР ҺАҠЛАЙ

    Башҡорт ҡатыны ниндәй милләт кешеһенә сыҡһа ла, мотлаҡ башҡорт балаларын үҫтерергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Милләттең яҙмышы – һүҙен һүҙ итә белгән әсәләр ҡулында.
    Балаларҙың телдәре башҡортса асылды. Мәктәпкә тиклем бер йыл ҡалғас ҡына руссаға өйрәтә башланым.
    Ғаиләбеҙ тәүҙә Дүшәмбелә, аҙаҡтан Кемеровола йәшәне. Башҡортостанға ҡайтырға уйлаһаҡ та, ныҡлап уйлаған юҡ ине.
    Бер ваҡыт, каникулдар ваҡытында Сибайға ҡайтҡанда, залға килеп инһәм, ҡолап китә яҙҙым – балаларым Айҙар Ғәлимовтың "Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң?" тигән йырын ҡағыҙға күсергән дә, өҫтәлде уратып, ҡалын-ҡалын тауыштар сығарып, йыр өйрәнеп ултыра. Ишек яңағына һөйәлдем дә, "Етте, ҡайтырға ваҡыт", тип уйланым. Өфөгә күскәнгә хәҙер бер нисә йыл.
    Улар башҡорт булыуҙары менән ғорурлана. Балаһының туған телендә һөйләшмәүен нисек аҡларға белмәгән ҡайһы бер ҡала башҡорттары фонында улдарым башҡортса белеүен инглиз теленән күпкә "престижлы"раҡ һанай.

    БӨГӨНГӨ ЙӘШТӘР

    Кемгә нисектер, миңә хәҙерге йәштәр ныҡ оҡшай.
    Беҙ мәүеш, инфантиль быуын булдыҡ. Әгәр кешене шар итеп күҙ алдына килтерһәм, беҙҙең быуын йәштәрен таушалып бөткән йомшаҡ шарға оҡшатыр инем. Ә бөгөнгөләр – түп-түңәрәк, тығыҙ, шыма, ялтыр.
    Бөгөнгө балалар – ҡурҡыуҙы татымаған быуын, уларҙы "система"йәмһеҙләмәгән. Улар үҙҙәренә нимә кәрәк икәнен яҡшы белә, һайлаған өлкәлә камиллашырға тырыша.
    Хәҙерге йәштәрҙең ҙур-ҙур аҙымдар менән ни тиклем алға киткәнен күреп, үҙемде "ҡолағымдан һөйрәп" яңы белемгә ынтылдырам. Балаларым ниндәй музыка тыңлай? Ниндәй футбол командаһы өсөн көйә? Мин әсә, тимәк, барыһын белергә, уларҙан ҡалышмаҫҡа тейеш.


    Уйлап ҡараһаң, балаңа биргән тәрбиә – үҙенә күрә "оҙайлы инвестиция" түгелме һуң? Зөлфирә апайҙың балаларына тәрбиә һәм ғилемде еренә еткереп биреүе инде күптән – күҙ тейә күрмәһен – һөҙөмтәһен бирә. Төрлөһө төрлө һөнәрҙә махсуслашһа ла, улдарының һәр береһе, башҡорт менән рус телдәренән тыш, ике-өс сит ил телендә иркен аралаша. Америка, Германия, Франция, Крит, Таиланд - был илдәргә улар күңел асыу өсөн йөрөмәй: эшкә урынлашып, телде камиллаштыра, яңы мәҙәниәтте, көнкүреште өйрәнеп ҡайта. (Әле ошо көндәрҙә лә Ришат – Италияға, Илгиз – Ҡытайға юлланырға йыйына). Иң мөһиме, йәшәйешкә, сәйәхәттәргә һәм төрлө мауығыуҙарға (тау саңғыһы, акваланг менән һыу аҫтында йөҙөү, тауҙарға үрмәләү һ.б.) кәрәкле аҡсаны өс егет тик үҙ белемдәре, үҙ тырышлығы менән таба.

    Тимәк, Зөлфирә апайҙың егерме йыл элек ҡабул иткән ҡарары дөрөҫ булғанмы? Ғәзизовтар ғаиләһе менән хушлашыр алдынан был һорауҙы үҙенә түгел, улдарына бирҙек.
    – Өҙә һуғып ҡына әйтеп булмай, – тине Ришат. – Әсәйебеҙ үҙен тик беҙгә генә бағышламаһа, үҙе лә күп нәмәгә өлгәшер ине.
    – ...Тик ул саҡта беҙ күп нәмәгә өлгәшә алмаҫ та инек, бәлки, – тип мут йылмайҙы Илгиз.
    авторы: Гүзәл Байғотлина | 11 декабря 2007 | | Фекерҙәр (3)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Бергәләшеп тотонғанда еңә алабыҙ»
  • Йәйғор төҫө тураһында
  • Тормош океанындағы гүзәл утрауҙа
  • Үҙ телемде яҡлар көсөм бар
  • Бала күңеле далаламы?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: З. Әйле (12 декабря 2007 13:27)  
    Тәжрибә үткәрәм)))) башҡортса яҙам...
    Теркәлгән: 12.12.2007 | ICQ: 304250341   
    #2 яҙҙы: Гүзәл (12 декабря 2007 18:26)  
    Ә атайҙары? тип һорарға уйлағандарға. smile
    ул ҡасандыр сығып киткән.. "Үҙем өсөн йәшәге килә", тигән формулировка менән. feel Уҡыуын ташлап, ҡустыларын оло ағалары аяҡҡа баҫтырған
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    #3 яҙҙы: Бэк (25 декабря 2007 16:16)  
    Шәп

    Юҡ, шәп түгел, текә.
    Теркәлгән: 18.12.2007 | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru