Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Йондоҙнамә
  • Металл һәм таш
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таксисты талағандар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Бөгөн таксистарҙың тыныс күренгән эше ысын мәғәнәһендә иң хәүефлеләрҙең береһе һанала. Улар башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡарағанда талауға йышыраҡ дусар була. Шулай, Ишембай ҡалаһында йәш водителгә үҙ пассажирҙары һөжүм итә. Бәхеткә күрә, ул тере ҡала һәм полиция ярҙамында автомобилен ҡайтара. Ә енәйәтселәрҙе яза көтә.
    Төнгө сменалар көтөлмәгән хәлдәрһеҙ үтмәй. Пассажирҙарҙы Салауат ҡалаһынан Ишембайға алып барыусы таксист йәштәрҙең ҡыласаҡ енәйәте тураһында уйлап та бирмәй. Әйткәндәй, улар араһында йәш ҡыҙ ҙа була.
    Ҡалаға уңышлы килеп еткәс, эскән егеттәр водителдән үҙҙәрен гараждар араһына алып барыуын һорай. Ошонда була ла инде көтөлмәгән хәл. Йәштәрҙең барыһы ла сигнал буйынса таксистҡа ташлана. Ҡулдарын шаҡарып, автомобиль асҡысын тартып алалар, үҙен багажникка бикләп ҡуйыу менән янайҙар. Әммә һөжүм ҡорбаны енәйәтселәрҙән ысҡына һәм юлға йүгереп сыға. Бәхеткә күрә, патруль машинаһы осрай. Составында төнгө тәртипте һаҡлаусы Илдус Хәсәнов һәм Александр Пасхиндар булған Ишембай районы һәм ҡалаһы эске эштәр бүлегенең ведомствонан тыш һаҡ төркөмө ваҡиға урынына юллана. Чкалов урамындағы Спорт һарайы артында ҡалған енәйәтселәр патруль машинаһын күреү менән ҡасырға маташа, әммә полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡулға ала.
    – Был ваҡиғаның аяныслы тамамланыуы ла мөмкин ине, – тип белдерәләр эске эштәр бүлегендә. – Ике йыл элек ошондай уҡ енәйәттә һалҡын ҡорал ҡулланылған булған. Әммә унда ла хеҙмәткәрҙәребеҙ хоҡуҡ боҙоусыларҙы ҡулға алған.

    Ләйсән ХАЖИМОРАТОВА,
    БР буйынса Эске эштәр министрлығы янындағы
    ведомствонан тыш һаҡ идаралығының матбуғат хеҙмәте.
    авторы: admin | 11 ноября 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Именлекте һаҡлау – төп бурыс
  • ХАЛЫҠ-АРА ТӘРТИП ҺАҠСЫҺЫ – ИНТЕРПОЛ
  • Енәйәт бер сәғәт эсендә асыла
  • Беҙҙең милиция байрам итә
  • Милицияның «эш аттары»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru