Егет булһаң, йоҡлап ятма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кисерегеҙ, мин теләмәгәйнем... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Алина тәҙрә яңағына башын терәп, ҡаты уйға батҡан. Инде нисәнсе ҡат шул ҡәһәрле кисте – ғүмеренең иң ауыр мәлен күҙ алдынан үткәрә. Бесәйе иләмһеҙ мыяулап, аяғына урала. Асыҡҡан ул. Хужабикәһенә иркәләнеп маташа, әммә уныһы һынташ кеүек ҡатҡан, тик торасы. Барсик һыуытҡыс ишеген тырнап ҡараны, юҡ, өндәшмәй, иғтибар ҙа итмәй бит әле. Шунан йән асыуынан хужабикәһенең аяғынан тешләне. Күрмәйме ни уны?! Шул саҡ Алина бесәйен тибеп осорҙо.
    – Һин, тик һин генә ғәйепле бары­һына!..
    Бындай мөғәмәләне Барсик унан көтмәгәйне, күҙҙәрен асыулы ялтыратып, ҡойроғон уңға-һулға һелтәне лә асыулы мырылдап, тәкәббер генә карауат аҫтына инеп китте.
    Ҡышҡы бер көндә Алина егете Айнур менән подъезд ишеге төбөндә һыуыҡтан дер ҡалтырап торған бәләкәс кенә йомғаҡты – ошо бесәйҙе алып ҡайтҡайны.
    – Айнур...
    Ҡыҙ тағы ла үкһеп-үкһеп, ярһып иларға тотондо.
    ...1984 йылғы Айнурға ҡарата тормош үтә рәхимһеҙ булды. Ул үҙе һәр саҡ шулай иҫәпләне. Ата-әсәһе йәшләй генә вафат булып, уны яңғыҙ ҡалдырҙы. Шуға ул өлкән апаһы, ҡартатаһы менән өләсәһе ҡарамағында үҫте. Мәктәпте тамамлағас, бер ҡайҙа ла уҡырға инә алманы. Көнө-төнө ноҡот уҡыған мыжыҡ өләсәһенән арып, ул ата-әсәһенән ҡалған берҙән-бер мираҫ – Черниковка биҫтәһендәге фатирға күсте. Юҡты-бушҡа ауҙарып йәшәргә күнеккәйне, бер ҡайҙа ла эшкә урынлашманы. Себерҙә йәшәгән апаһының ай һайын ебәреп торған аҡсаһы, ҡарттар­ҙың пенсияһы уға типтереп йәшәргә етә ине.
    2009 йылда үҙенән өс йәшкә кесе булған Алина исемле ҡыҙ менән танышты. Бәләкәс кенә буйлы, оҙон ҡара сәсле, көлөп торған һорғолт күҙле ҡыҙыҡай егеттең тормошона йәм бирҙе. Ул Өфөгә яҡын ғына бер районда тыуып үҫкән. Ҡалала һатыу­сы булып эшләй. Бер аҙ осрашҡас, Айнур уға үҙенә күсергә тәҡдим итә. Ҡыҙ, эш хаҡының күп өлөшөн фатир өсөн түләп торғас, тиҙ ризалаша. “Етмәһә, эшемә лә яҡын”, – тип ҡыуана ул.
    Ҡыҙ тәүҙә егеттең эсеүгә әүәҫ булыуына, төндәр буйы ҡайҙалыр олағып йөрөүенә, йә дуҫтарын алып ҡайтып “шайтан туйы” үткәреүгә ҙур әһәмиәт бирмәй. “Һәр кем менән була торған хәл, үҙгәрер әле”, – тип өмөтләнә. Тик ул көткәнсә булмай. Айнур йыш ҡына уға ҡул күтәрә башлай. “Эсмә башҡа, әйҙә, матур итеп йәшәйек”, – тигән өгөтләүҙәр һуғыш, әр-битәр менән тамамлана. Бер көндө Алина Айнурға дауаханаға ятып, алкоголизмдан дауаланырға тәҡдим иткәс, уныһы ҡыҙҙы һыу эскеһеҙ итеп туҡмап ташлай. Шулай ҙа бисара түҙә. “Моғайын, миңә тиҙҙән тәҡдим яһар, шунан өйләнешербеҙ, бәпестәр үҫтерербеҙ. Фатир һатып алырға, тип этләнергә түгел” – тигән уйҙар менән был егет янында йәшәүен дауам итә.
    Алинаның тәфтишсегә күрһәтмәһенән:
    “21 мартта сәғәт киске 7-лә эштән ҡайттым. Айнур өйҙә ике дуҫы менән тағы ла эскелек ҡорған. Ныҡ йәнем көйҙө. Айнурға, хәҙер үк алкаштарыңды ҡыу йәки мин китәм, тинем. Ул иҫерек ине. Ҡаты итеп һүгенде, мине туҡмай башланы. Шунан уның шешәләше Руслан, арабыҙға инеп, уны туҡтатты. Айнур тынысланғас, улар сығып китте. Мин өйҙө йыйыштыр­ҙым, шешәләрҙе, аҙыҡ ҡалдыҡтарын сығарып ташланым.
    Арығайным бындай тормоштан. Ваҡытлыса Регина исемле һеңлемдә йәшәп торорға булдым, бәлки шул саҡта Айнур аҡылға ултырыр тип уйлағайным. Бер аҙҙан һеңлем килде. Сәғәт 11-ҙәр тирәһендә магазинға сығып, тауыҡ һатып алдым. Уны ҡара һаплы ҙур бысаҡ менән ваҡ өлөштәргә турап бешерҙем. Табын әҙер булғас, өсәүләшеп ултырып ашап алдыҡ. Айнур юҡ-бар хәбәр һөйләп, йәнде көйҙөрөп ултырҙы. Ул һаман да айныҡмағайны. Үҙе менән һыраһы бар ине, туҡтауһыҙ шуны һемерҙе.
    Регинаның тәфтишсегә күрһәтмәһенән:
    “Апайымды бик йәлләйем. Айнурҙан күптән үк кит, тиһәм дә тыңламаны. Уның менән йәшәй башлағандан алып күҙҙәренән нур китте, элекке шуҡлығы юғалды. 23 йәшендә эскесе, ялҡау бәндәнең ҡоло булһын әле! Шул кистә апайым шылтыратып: “Һиндә бер аҙ йәшәп торам, әйбер­ҙәремде йыйышырға ярҙам ит әле”, – тип үтенде. Мин тиҙ генә килеп еттем. Бергәләшеп ашарға бешер­ҙек. Табын артында Алина Айнурға: “Һинән китәм, ташлашабыҙ”, – тине. Ул битараф ҡалды. “Китмә”, – тип өгөтләмәне, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ашап бөткәс, кейем, ваҡ-төйәк әйбер­ҙәрҙе сумкаларға тултырҙыҡ та, такси саҡырттыҡ.
    Ҡыҙҙар өйҙән сығырға йыйынғанда, Айнур диванға ҡырын ятып, телевизор ҡарауын дауам итә. Алина һөйгәненән уны туҡтатыуын, ғәфү үтенеүен көтә. Бына һуңғы минуттар... Ҡыҙҙар өҫ кейемдәрен, итектәрен кейә. Ҡасандыр мөхәббәт утрауы булған, әммә шайтан һыуы арҡаһында шыҡһыҙ урынға әйләнгән торлағын Алина һуңғы тапҡыр байҡай ҙа, ишек тотҡаһына үрелә. Шул саҡ бесәйе мырылдап аяғына килеп һырыла. Әйтерһең дә, ул: “Зинһар, ҡал бында”, – тип әйткән кеүек тойола ҡыҙға. Алинаның күҙҙәренә йәштәр төйнәлә.
    – Барсикты алып китәм!
    Йоҡомһорап ятҡан Айнур ырғып тора:
    – Юҡ, үҙең китһәң – ана бара юлың. Уға теймә, ул минеке!
    Алина өндәшмәй генә бесәйҙе күтәрә. Егет уны ҡосағынан йолҡоп ала ла, ҡыҙҙың башын стенаға бәрә, сикәһенә тондора. Ҡыҙ ялтанып, аш-һыу бүлмәһенә ҡаса. Айнур уны ҡыуып етеп, иҙәнгә ҡолата. Алина, ятҡан килеш, бая тауыҡты тураған бысаҡты өҫтәлдән үрелеп ала ла, бер-бер артлы өҫтөнә яуған йоҙроҡтарҙан һаҡланырға теләп, егеттең күкрәгенә бысаҡ ҡаҙай. Бер, ике, өс...
    Айнур туҡтай. Ул тороп, ванна бүлмәһенә йүнәлә һәм шунда ҡолай. Иҙәндә ҡан күләүеге хасил була. Алина ҡалтырана-ҡалтырана “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата. Медицина хеҙмәткәрҙәре килеп етеүгә, егет йән бирә. “Барыһы ла күҙ асып йомған арала, яңылыш килеп сыҡты, мин теләмәгәйнем. Кисерегеҙ мине”, – ти Алина.
    Ҡыҙға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 108-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Уның өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
    Ирекһеҙҙән тормошоноң уҫал боролош алыныуынан Алинаның ҡулы ҡанға буялды. Әлегә ул иректә. Уның артабанғы суд хөкөмө яҙмышын билдәләйәсәк.


    Гүзәл БИКМӘТОВА,
    Алексей ГОЛУБЕВ,
    Өфө ҡалаһының Калинин районы тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе, юстиция лейтенанты.
    (Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртелде).
    авторы: admin | 11 ноября 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йырла, башҡорт, йырыңды...
  • «Гәлсәр һандуғас»тың яңы моңдары
  • «Гәлсәр һандуғас»
  • Уңған бал ҡорттары
  • Йәшерен мөхәббәт
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru