Кешенең эше ғүмергә бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йүгереп ҡайтыр инем бала сағыма Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Күңелле, ғәмһеҙ бала саҡ иленә юлдар күптән өҙөлһә лә, уйҙарым менән ғүмеремдең иң бәхетле көндәренә йыш ҡайтып әйләнәм. Бигерәк тә күңелем болоҡһоп, эсем бошоп торған саҡтарымда. Әгәр мөмкин булһа, бейек үксәле туфлиҙарымды сисеп ырғытыр инем дә, бала сағыма ялан аяҡ ҡайтыр ҙа китер инем. Эйе, аяҡтарым һыҙырылып, ҡанап бөтһә лә, иламаҫ инем. Кескәй саҡта түҙә инем бит, хәҙер ҙә түҙермен.
    Ул рәхәт, бәхетле саҡтарыма әйләнеп ҡайта алһам, илап-һыҡтап тормаҫ инем әле, теге әсәй алып биргән матур зәңгәрһыу ерлеккә ваҡ ҡына аҡ борсаҡтар төшкән күлдәгемде кейеп алыр ҙа, әхирәттәрем янына йүгерер инем. Эйе, тап ана шул зәңгәр күлдәгемде кейеп, көҙгө алдында өйрөлөп-сөйөрөлөп торған ваҡыттан башлана бала сағым. Ул саҡта миңә дүрт-биш йәштәр ине шикелле. Тап шул саҡтан үҙемде иҫләйем.
    Матур күлдәктәрем күп булды. Ҡып-ҡыҙыл ерлеккә һары күбәләктәр төшкәне, аҡҡа зәңгәр сәскәләр, тағы йәшелгә һары ғына бәләкәс себештәр сигелгәне, балитәклеләре, оҙон, ҡыҫҡа еңлеләре... Күлдәктәрем дә, бәләкәс кенә матур сандалыйҙарым, туфли, итектәрем, уйынсыҡтарым, бигерәк тә ҡурсаҡтарым күп булды.
    Шулай булмай ни, биш йыл буйы әсәй менән атайҙың берҙән-бер, иркә генә ҡыҙҙары булып йәшәнем бит. Ҡайҙа барһалар ҙа, матур-матур әйберҙәр алып ҡайттылар. Бигерәк тә атайым. Ҡурсаҡһыҙ ҡайтҡаны булманы. Һап-һары сәсле, зәңгәр күҙлеһен Өфөнән алып ҡайтты, көрән сәсле, йәшел күҙле, һап-һары матур күлдәк кейгәнен – үҙебеҙҙең ауыл магазинынан, ә иң яратҡан Настя ҡурсағымды – күрше ауылдан. Был таш ҡурсаҡтар менән уйнайым-уйнайым да, ялҡып китәм. Улар бит һөйләшмәй, тере түгел, ә миңә тере, ысын бәпес кәрәк!
    Шулай моңайып ҡалам да, оҙаҡ итеп тәҙрәнән урамға ҡарап торам. Ана бит, әхирәттәремдең барыһының да тиерлек ҡустылары, һеңлеләре бар. Ә мин – бер үҙем. Иң яҡын әхирәтемдең дә матур ғына, бәләкәс кенә ҡустыһы бар. Тик ни эшләптер ул уның менән уйнамай, ҡасып, минең менән уйнарға килә.
    Их, шул бәпес минең ҡустым булһа ине, тип йыш уйлайым. Уйнатыр, ашатыр, йоҡлатыр инем. Юҡ, ҡусты түгел, һеңле кәрәк. Уға бәләкәсәйеп ҡалған күлдәктәремде кейҙерәм дә, етәкләп урамға алып сығам, ҡурсаҡтарымды бирәм, ә ҡустыға машина кәрәк, миндә малай уйынсыҡтары юҡ.
    Шулай хыялланып йөрөй торғас, әсәйем бәпес алып ҡайтам, тип, ҡайҙалыр китте. Ура! Минән дә бәхетле кеше юҡ. Әхирәттәремә барып, эсемә һыймаған шатлығымды бүлешеп ҡайттым. Күңелем менән бик ныҡ һеңле көтһәм дә, бәпесебеҙҙең малай икәнен белгәс, әллә ни ҡайғырманым. Ҡусты булһа ла ярай инде, тип кенә уйлап ҡуйҙым. Иң мөһиме – минең менән уйнарға кеше була. Бәләкәстең ҡайтыуына өйҙө таҙа итеп йыйыштырып ҡуйҙым, бөтә булған уйынсыҡтарымды карауатҡа сығарып теҙҙем дә, сабыр ғына көтөп ултырам. Хәҙер бәпес ҡайта ла, беҙ икәүләп уйнайбыҙ, тип ҡыуанып, сәпәкәй итеп алам. Ниндәй күңелле буласаҡ!
    Бәпес ҡайтты. Ул мыш-мыш килеп сәңгелдәктә йоҡлай. Ә мин, шатлығымдан ырғып-һикереп, уның эргәһендә бөтөрөләм. Шулай итеп, мин апай булдым... Ҡустым илап аптыратһа ла, асыуланмайым, уны шул тиклем ныҡ яратам. Күрше инәй­ҙәр, апайҙар инә лә, бәпесегеҙҙе алып ҡайтып китәбеҙ, тип мине ирештерә. Шулай тиеүҙәре була, йүгереп йөрөп бәләкәстең әйберҙәрен йәшереп бөтәм. Ниңә уларға бирәйем инде бәпесте? Аҡса йыйһындар ҙа, үҙҙәре һатып алһындар. Бына беҙҙең кеүек.
    Ҡустым булыу нисек кенә рәхәт, күңелле булмаһын, күпмелер ваҡыттан һуң уны ҡарау мине ялҡытты.
    Тышта яҙ... Ҡояштың сағыу нурҙары, урман буйлап йырлай-йырлай йүгергән гөрләүектәр, атай яһап ҡуйған ояға ҡунған сыйырсыҡтар мине тышҡа саҡыра. Ана, тау биттәре ҡарҙан әрселә башлаған. Торна түбәһенә оҙаҡламай, то-рой-роҡ, то-рой-роҡ тип ҡысҡырышып, торналар ҡайтыр, умырзаялар шытып сығыр.
    Беҙҙең өйҙөң ҡаршыһындағы Торна түбәһе тип атап йөрөтөлгән шул тау – үҙе бер сихри урын. Унда һәр яҙ һайын торналар ҡайтып оялай, нәҡ шул тауҙа ғына һары, зәңгәр умырзаялар үҫә, хуш еҫтәрен бөркөп, селек сәскә ата. Тағы ла, унда беҙҙең бесәнлек. Тауҙы уратып ҡына сейә ағастары үҫә, мөһабәт имәндәр, баштарын ғорур күтәреп, ошо ерҙең матурлығын һаҡлаған һаҡсылар кеүек, эре генә баҫып тора. Ә тағы ла Торна түбәһендә йыуа, ҡымыҙлыҡ бар. Уларҙы ҡыҙҙар менән бер ҡосаҡ итеп йыйып алып ҡайтабыҙ ҙа, тоҙлап рәхәтләнеп ашайбыҙ. Уларҙың тәме әле булһа тел төбөндә һаҡлана.
    Оҙаҡламай яҙҙы йәмле йәй, ә ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, йыуаны хуш еҫле, тәмле ер еләге алмаштыра. Беҙ әсәй менән, әгәр уның ваҡыты булмаһа, ҡыҙҙар менән, бәләкәс кенә күнәктәребеҙҙе тотоп, яланға еләк йыйырға китәбеҙ. Тәмлекәстәр үҫкән аҡланды барып табыу менән тәүҙә ауыҙға йыябыҙ. Шул тиклем күп ашайбыҙ, хатта эсебеҙ ауыртып бөтә.
    Йәй беҙҙең өсөн генә күңелле мәл, сөнки ҡалаларҙан олатай-өләсәйҙәренә, туғандарына ҡунаҡҡа күп ҡыҙҙар, малайҙар ҡайта. Улар менән бергәләшеп уйнайбыҙ, һыу инәбеҙ, күмәкләшеп көтөүгә йөрөйбөҙ. Зәп-зәңгәр генә күгәрсен күҙе тип йөрөтөлгән сәскәләр, ап-аҡ мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡылған үҫкән тау битенә менеп, теҙелешеп ултырабыҙ ҙа, мал килгәнсе, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Бигерәк тә «Сүп һалыш», «Йүкә телефон», «Аҡ тирәк, күк тирәк»те яратабыҙ. Беҙ уйнап үҫтек, хәҙерге балаларҙың оҙон көндәр буйы компьютерға текәлеп ултырыуҙарын күреү минең өсөн бик ят, сит күренеш. Миңә ҡалһа, хәҙерге заман балалары миҙгелдәр алмашыныуына ла, ап-аҡ ҡарға, йомшаҡ ҡына себештәргә оҡшап торған тал бәпкәләренә лә, зәңгәр умырзаяларға, йәм-йәшел бәпкә үләненә, көҙҙөң һап-һары япраҡтарына ла битараф кеүек.
    Ә беҙ туғайҙарҙа муйыл бешкән ваҡытты еткереп ала алмай инек. Ул саҡ ҡына ҡыҙара башлау менән кемуҙарҙан муйыллыҡҡа йүгерәбеҙ. Ул емештең ҡап-ҡара булып бешеүен ҡайһылай оҙаҡ көтөргә кәрәк! Ҡап-ҡара булып, ҡояшта янып торған тәмле был емештәр үҫкән муйыллыҡ беҙҙең картуф баҡсаһы артында ғына. Унан иртәнән кискә саҡлы балалар тауышы өҙөлмәй. Муйыл ашап, ирендәр, телдәр ҡап-ҡара булып бөтә. Эсебеҙ ауыртып, ауыҙҙар бөрөшөп, арып-талып, бүтән ашамаҫҡа ант итеп, кискә ҡарай өйҙәргә таралышабыҙ. Ләкин төн сыҡҡансы арыуҙар бөтә, барыһы ла онотола, һәм беҙ йыйылышып, тағы шунда юлланабыҙ. Ҡояш байтаҡ күтәрелгәс, йылғала һыу йылына төшкәс, әсәйҙең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрен бер аҙ еңеләйткәс, ҡаҙ-өйрәктәрҙе ҡыуалап, йылға буйына йүгерәбеҙ. Ә унда балаларҙың күплеге! Кемдер рәхәтләнеп һыу инә, кемдер ярҙа таш өҫтөндә ҡыҙына, бер төркөм ҡыҙҙар ҡыҙыл балсыҡтан мейес төҙөй, икмәк әүәләй. Уларҙың саҡ ҡына ситкә китеүҙәре була, шуны ғына көтөп торған яуызыраҡ малайҙар килеп, ҡыҙҙарҙың эшен юҡҡа сығара. Байтаҡ ваҡыт баҡа кеүек һыуҙа ятҡандан һуң, дер-дер ҡалтырап, ирендәребеҙ өшөүҙән зәп-зәңгәр төҫкә инеп бөткәс кенә, ҡайтыр­ға сығабыҙ. Күмәкләшеп йә беҙгә, йә әхирәтемә юлланабыҙ.
    Ҡайтып еткәнсе арманһыҙ булып, асығышып, үҙебеҙҙә өйҙөң эсенә үк инеп етерлек хәл таба алмайынса, күтәрмәгә килеп ултырабыҙ. Әсәй ап-аҡ, күпереп бешкән түңәрәк икмәктән һәр ҡайһыбыҙға ҙур ғына телемдәр киҫеп, уға ҡаймаҡ яғып, өҫтөнә шәкәр һибеп сығарып тоттора. Бындай ваҡыттарҙа беҙҙең өсөн ошонан да тәмлерәк ризыҡ юҡ кеүек тойола. Ҡулдағы икмәктәрҙе ашап, аҙыраҡ хәл йыйып алғас ҡына өй эсенә сәй эсергә үтәбеҙ.
    Их, шул мәлдәрҙе бер генә минутҡа булһа ла кире ҡайтарып булһасы. Беҙ бит атай-әсәйле, бер ҡайғы-хәсрәт­һеҙ, бәхетле балалар инек. Ул саҡтар­ҙа донъяла яуызлыҡ, насарлыҡ кеүек әшәкелектәр ҙә, яман бәндәләр, үлтереш-һуғыштар ҙа юҡ кеүек ине. Беҙ үҙебеҙ саҡ ҡына хыялыйыраҡ, күп нәмәгә ышаныусаныраҡ, бер ҡатлыраҡ, үтә лә ябайыраҡ булдыҡ, ахырыһы.
    Бала саҡта миңә донъяла беҙҙең ауылдан да матурыраҡ ауыл юҡ кеүек тойола ине. Саҡ ҡына ситкәрәк китеп торһам, Санъяпты һағыныуҙан һарғайып ҡайта торғайным. Шулай уҡ дуҫтарымдан, класташтарымдан айырылып тороуҙы ауыр кисерә инем.
    Ике ауыл – Санъяп менән Ҡасҡын уртаһында ултырған, бер ниндәй уңайлы шарттары булмаған иҫке генә мәктәптә уҡыһаҡ та, унда һәр иртә ашҡынып, шатланып бара торғайныҡ. Хәҙер инде ул мәктәптең урыны ла юҡ, ә шулай ҙа дәрестәрҙә ултырған күңелле, ғәмһеҙ саҡтар бик һағындыра. Беҙ класташтар, дуҫтар менән бик татыу булдыҡ. Ҡышын мәктәбебеҙ ҡаршыһындағы Сағыл тауҙа сана-саңғы шыуыуҙар, көндәр йылытҡас, тәнәфес һайын йүгереп сығып, һәпәләк уйнауҙар, йәмле йәйҙе көтөп алып, шатланышып каникулға таралыуҙар, алтын көҙ етеү менән бер-беребеҙҙе һағынышып, мәктәпкә йы­йылыу­ҙар – барыһы ла артта ҡалды. Ояһынан осоп сығып таралышҡан ҡоштар кеүек, ауыл ҡапҡаһын асып сығып, тормош тигән икенсе мәктәптең тупһаһына баҫтыҡ. Кемдәребеҙ уңды, кемдәребеҙ туңды ул тормошта. Наҙланы, иркәләне лә был тормош, ҡайһы саҡта һеңкетә һуғып ебәрергә лә күп һораманы. Нахаҡ һүҙҙәр ишеттереп, йөрәктәрҙе телгеләне, күтәрә алмаҫлыҡ, һуштан яҙырлыҡ ауыр ҡайғыларын да бирҙе. Шул тормоштоң ғәҙелһеҙлегенән, кешеләрҙең яуызлығынан, әшәкелегенән, донъяның көс етмәҫлек ауырлығынан күңел яраларым һыҡтап киткән саҡтар­ҙа ғүмеремдең иң бәхетле, ҡайғы-хәсрәтһеҙ сағына уйҙарымда ғына булһа ла әйләнеп ҡайтып, хәтирәләремде яңыртам.
    Йылдар уҙған һайын кескәй сағым алыҫая бара, ә шулай ҙа ауылымдың һәр бер һуҡмағы, муйыллы туғайы, еләкле болондары, ҡымыҙлыҡлы Торна түбәһе, аҡ ҡылғанлы Сағылы минең бала сағым эҙҙәрен һаман да һаҡлай кеүек тойола. Тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын, әйтерһең дә, уның бәпкә үләнле урамдары буйлап, ҡосағын йәйеп, минең ҡаршыма зәңгәрһыу күлдәк кейгән кескәй генә бер ҡыҙ йүгерә...
    Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
    Мәләүез ҡалаһы.
    авторы: admin | 11 ноября 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ә әсәйҙәр көттө атайҙар ...
  • Балсыҡтан әүәләнгән бәхет
  • Эсеуемде тайшлайым Яны тормош башлайым.
  • Ете төш
  • Һағыныу
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru